Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 11:55

Юҡҡа сыҡҡан ауылдар

 Мәрхүм Ишемғолов Тәлғәт Ғәлийән улы районыбыҙҙың юҡҡа сыҡҡан ауылдары картаһын төҙөргә хыялланды.

Юҡҡа сыҡҡан ауылдарЮҡҡа сыҡҡан ауылдар
Юҡҡа сыҡҡан ауылдар

 Был хәҙерге заман картаһында 1-11-се һандары аҫтында Юлдыбай һәм Мораҡ ауыл биләмәләренең элекке тораҡ пункттары урындары билдәләнгән. Улар XVIII –XX быуаттарҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында юҡҡа сыҡҡан.

 Оло Эйек йылғаһының һул ярында 1 һаны аҫтында Көйөк тигән ер урынлашҡан, бында Эйек баҡыр иретеү заводы эргәһендәге Покровка ҡасабаһы булған.

 Хәҙер был ерҙәр – “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы территорияһы. Заводты Санкт-Петербургтан юғары дәрәжәле вельможа, императрица Елизавета Петровнаның фавориты, граф А.И. Шувалов төҙөткән. 

 Завод 1757 йылда продукция етештерә башлай һәм 1772 йылға тиклем эшләй. 15 йыл эсендә 500 тоннанан ашыу баҡыр иретелә.

 Бында 700-гә яҡын крепостной крәҫтиән, ирекле ялланған эшсе һәм каторжан эшләй. А.С. Пушкиндың “Капитан ҡыҙы” әҫәренән Хлопуша исеме менән билдәле булған Афанасий Соколов та завод рудниктарында каторга үтә.

 Ялланған сыуаштарҙың 12 йорто ҡәлғә диуары артында төҙөлгән һәм үҙ аллы биҫтә (слобода) булып торған. Рәсәйҙә “слобода” һүҙе менән урындағы йөкләмәләрҙән, мәҫәлән, һалым түләүҙән йәки хәрби хеҙмәттән азат ителгән тораҡ пунктты атағандар. Бындай ташламалар былай ғына бирелмәгән, улар мотлаҡ нимәлер менән, мәҫәлән, яңы ерҙәрҙе үҙләштереү кәрәклеге менән дәртләндерелгән.

 Заводта 7 баҡыр иретеү мейесе, быуа , сиркәү, эшселәр өсөн торлаҡ һәм башҡа кәрәкле ағас ҡоролмалар була. Тораҡтарҙы һәм заводты ике пушка менән һалдаттар һаҡлай. Был рустар менән сыуаштарҙың беҙҙең яҡтарҙағы беренсе ҙур торағы була, ул 1772 йылда пугачевсылар тарафынан яндырыла. Ҡабаттан тергеҙелмәүе үкенесле...

  Шуныһын билдәләп үтеү кәрәк: завод һәм уның Покровка ҡасабаһы тураһындағы мәҡәләлә тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улының Башҡортостандың тау сәнәғәте тураһындағы ғилми хеҙмәттәре материалдары ҡулланылды.

 Завод эшселәренең вариҫтары бер үк исемле ике тораҡ пунктҡа нигеҙ һала: береһе - Йылайыр районының Яңы Покровка утары, ул  завод урынынан 25саҡрым алыҫлыҡта, икенсеһе - Күгәрсен районының Яңы Покровка ауылы, завод урынынан 40 саҡрым алыҫлыҡта ята.

***

 Оло Эйектең уң ярында, йылға ағымы буйлап түбәндә, завод плотинаһынан яҡынса бер саҡрым алыҫлыҡта Совет осорондаҠушйылға утары була. Картала ул 2 һаны менән билдәләнгән. Утарҙың ҡасан барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ.

 1952 йылғы Башҡорт АССР-ының халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Ҡушйылға утарының Юлдыбай ауыл биләмәһе үҙәгенән 18 саҡрым алыҫлыҡта ятҡаны күренә. Ауыл исеме Оло Эйек йылғаһының ике уң ҡушылдығынан алынған.

 “Ҡушйылға” башҡорт теленән тәржемә иткәндә “парлы йылға” тигәнде аңлата (Башҡорт АССР-ы топонимдары һүҙлеге).

 Миңә билдәле булыуынса, Багдашкин (Ыуары) ауылына Ахун бабайҙың ҙур ғаиләһе Ҡушйылғанан күсеп килгән.

Мораҡта ла Ҡушйылғанан күсеп ултырғандар бар. Утар Хрущевтың “перспективаһыҙ ауылдар” программаһының ҡорбаны була һәм үткән быуаттың 60-сы йылдарында юҡҡа сыға. Уның урыны әлеге көндә кесерткән һәм ҡарағура менән ҡапланған.

***

 18 быуатта Иҫке Мораҙым мәмерйәләренән алыҫ түгел урында - Нуғай даруғаһы ерҙәрендә Биш Ҡарағас исемле ҡыпсаҡ ауылы булған. Картала ул 3 һаны аҫтында күрһәтелгән.

 Биш Ҡарағас ауылы Оло Эйектең уң ярында, Ҡушйылға утарынан яҡынса 2-3 саҡрым алыҫлыҡта, Президент яланы ҡаршыһында урынлашҡан булған. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, унда йәшәүселәр башҡорт ихтилалдарында ҡатнаша һәм батша карателдәре ауылды яндырғандан һуң Мораҙым ауылына күсеп килә. Ауыл урынын ылыҫлы ағастар ҡаплап алған. Хәҙер был урынды - Оло Эйек үҙәндәрен Беларусь Республикаһынан килтерелгән зубрҙар төйәк итте.

***

 Абысҡан утары картала 4 һаны аҫтында йәшеренгән.

 Утар Юлдыбай ауылынан 16 саҡрым алыҫлыҡта, Энәк йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Янында Энәк йылғаһының уң ҡушылдығы булған Энәк шишмәһе аға.  

 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, утарҙа 97 кеше йәшәгән.

  Мораҙым ауылынан утар урынына барып етер өсөн Оло Эйек аша кисеүҙе үтергә, бейек һәм текә Абысҡан( Әбей осҡан ) тауын үтергә кәрәк. Был тау тураһында юл-транспорт ваҡиғалары менән бәйле күп кенә хәлдәр тураһында ишетергә мөмкин. Хәҙер бында Салауат-Орск нефть үткәргесе торбаһы үтә һәм нефтселәр юлды яҡшы хәлдә тота.

 Абысҡан утары Башҡорт АССР-ының 1952 йылғы халыҡ иҫәбен алыу исемлегендә телгә алына, шулай уҡ Американың 1942-1950 йылдарҙағы беҙҙең территория картаһында күрһәтелә.

***

 Карта, йәғни генераль межалау планы 18 быуат аҙағында императрица Екатерина II  Указы буйынса, ер үлсәүсе Николай Симонов тарафынан төҙөлгән.

 Был боронғо картала Оло Эйек йылғаһының һул ярында Юлдыбай утары билдәләнгән. Бөгөн ул - Һатлыҡ ауылы (Икенсе Юлдыбай).

  Йылға буйлап түбәндә, уң яҡ яр буйында Мораҙым тигән тораҡ пункт  күрһәтелгән. Әммә ул хәҙерге Мораҙым ауылы түгел.

 Картала был үҙән 5 һаны аҫтында күрһәтелгән. Мораҙым(Өсөнсө Юлдыбай) ауылы халҡы бында йәйләү булған тип иҫәпләй. Ул урында табылған тәңкәләр, атыу ҡоралы, көмөш һәм бронза биҙәүестәр  буйынса фекер йөрөткәндә, 19 быуат уртаһына тиклем кеше йәшәгәнлеген аңларға мөмкин. Үҙәндә табылған төрән бында йәшәгәндәрҙең игенселек менән шөғөлләнгәндәрен дәлилләй.

  Ваҡыт үтә килә, Оло Эйек үҙәнен үҙгәртә һәм Мораҙым утары тәңгәлендәге яр, Сейә-Линер тауы йыуылып емерелә башлай. Һөҙөмтәлә халыҡ был ерҙе ташлап китә. Ә Һатлыҡ ауылы йылға ағымы буйынса Мораҙым ауылынан түбәнерәк булыр сыға.

  Оло Эйек йылғаһы ярында, Сия-Линер тауы янында мамонт һөйәктәре һәм һуҡҡы тештәре табыла.

 Филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Фирҙәүес Хисаметдинова үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә башҡорт ауылдарының атамалары тарихы тураһында яҙған. “Башҡорттарҙың боронғо ауылдары ҡышлау урындарында барлыҡҡа килгән һәм төп ауыл булып һанала, улар башлыса старшиналар исеме менән аталған.

 Ваҡыт үтеү менән төп ауылдан яңы ауылдар, утарҙар айырылып сыға. Ғәҙәттә утар төп ауыл исеме менән атала, тик аныҡлаусы компоненттар - үрге, түбәнге, беренсе, икенсе, өсөнсө тигән һүҙҙәр өҫтәлә. Ҡайһы берҙә һуңынан утарҙар икенсе исемдәр ала”, - тип яҙа Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.

 Әнүәр КИЛСЕМБАЕВ.

Мораҡ ауылы.

Автор:
Читайте нас