Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 12:05

Ҡыҙыл Мәсет

Үткән быуаттың 30-сы йылдарына тиклем беҙҙең район үҙәген боронғо карталарҙа һәм документтарҙа Ҡыҙыл Мәсет һәм Мораҡ тип менән билдәләгәндәр. Большевик - атеистарға район үҙәгенең дингә бәйле исеме оҡшамай, ни хәл итәһең, шундай осор була. Ҡыҙыл төҫтәге мәсет ябыла, ауылдың бер генә исеме – Мораҡ тигәне генә ҡала.

Ҡыҙыл МәсетҠыҙыл Мәсет
Ҡыҙыл Мәсет

XVIII быуаттың генераль межалау планы картаһында беренсе тапҡыр беҙҙең ауыл күрһәтелгән, унда беҙ районыбыҙҙың бер өлөшөн күрәбеҙ. Был картала Оло Эйек йылғаһы, беҙҙең Мораҡ йәки Ҡыҙыл Мәсет ауылы билдәләнгән.

 Үткән быуаттың 30-сы йылдарына тиклем беҙҙең район үҙәген боронғо карталарҙа һәм документтарҙа ошо ике исем менән билдәләгәндәр. Большевик - атеистарға район үҙәгенең дингә бәйле исеме оҡшамай, ни хәл итәһең, шундай осор була. Ҡыҙыл төҫтәге мәсет ябыла, ауылдың бер генә исеме – Мораҡ тигәне генә ҡала.

 Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ауылға яғымлы Ҡыҙыл Мәсет исемен ҡайтарыу буйынса уңышһыҙ ынтылыш була (ул саҡта райондың күп кенә ауылдары икенсе исемдәрен тергеҙә). Шулай ҙа был атама эҙһеҙ юғалмай, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Кинйәбулатов үҙенең эстрада коллективын “Ҡыҙыл мәсет” тип атай, уның һәм ижадташ дуҫтарының был аҙымы ауылдың тарихи исеме тураһындағы хәтерҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.  Бынан тыш, Мораҡта ҡыҙыл кирбестән матур мәсет төҙөлә һәм ул “Ҡыҙыл мәсет” тип атала.

 Тарихсы С. Хәмиҙуллин етәкселегендәге ғалимдар төркөмө баҫтырып сығарған “Үҫәргән башҡорт ырыуҙары тарихы “ китабында түбәндәге мәғлүмәттәр бар (184-186-сы биттәр): “Хәҙерге Күгәрсен районының үҙәгендә Үҫәргән ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерендә Мораҡ (Ҡыҙыл мәсет), Солтанғол һәм Ҡашҡар ауылдарына нигеҙ һала. Улар Үҫәргән улусының Айыу (Аюва) түбәһенең 22-се йортона ҡарай”.

 

 

Тимәк, беҙҙең район үҙәге Ҡыпсаҡ улусы үҙәге булған булһа ла һәм райондың күп башҡорт ауылдары Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараһа ла, Мораҡҡа тәүге булып килеп төпләнеүселәр, ауылдың төп халҡы үҫәргәндәрҙең башҡорт ырыуына ҡараған.

 Рәсәй империяһының XVIII  быуат аҙағындағы боронғо картаһы - генераль межалау планы батшабикә Екатерина икенсе указы буйынса эшләнгән. Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улустары картаһының беҙҙең өлөшөн өлкән ер үлсәүсе Симонов Николай һәм уның ярҙамсыһы Дмитрий Иванов төҙөгән.  Мораҡ ауылы унда Мораҡ һәм Ҡыҙыл Мәсет булараҡ билдәләнгән, Оло Эйек йылғаһының уң ярында урынлашҡан, Көсөклө һәм Наҙыйылға ярҙарындағы бер нисә утарҙан торған.

 Башҡорт ауылдарының  юҡҡа ғына бер нисә исеме булмаған. Тыуған ауылын бәләләрҙән, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан, карателдәрҙән һәм сит ерҙәрҙән килгән ят әҙәмдәрҙән һаҡлау, ҡурсалау өсөн халыҡ ябай хәйлә ҡуллана - ауылға төрлө исемдәр бирә.

 Был Крәҫтиән һәм башҡорт ихтилалдары осоро була. Емельян Пугачев Ҡыҙыл Мәсет ауылы аша үтеп, Әүжән-Петровск заводына юллана.

 Ваҡыт үтеү менән Мораҡ янындағы Ҡашҡар һәм Мораҙым исемле башҡорт ауылдары юҡҡа сыға, эргәһендә Яңы Покровка ауылы барлыҡҡа килә.

 Яҡшембәт ауылының бер өлөшө һәм уның утары, Ибраһим ауылының утары юҡҡа сыға, өс Майҡы утары барлыҡҡа килә, улар үҙ атамаһын яҡындағы йылға исеменән ала.Бөгөнгө көндә бер генә Майҡы утары һаҡланып ҡалған. Күлдәр күп булған, улар ҙа юҡҡа сыҡҡан.

 Картала Наҡаҫ буйындағы хәҙерге Бикес, Яҡшембәт, Муса, Ҡанаҡас, Сәйетҡол, Бикеш, Төпсән, Юлдыбай ауылдары билдәләнгән. Юлдыбай ауылы утары Һатлыҡ ауылына әйләнгән.

Мораҡта (Ҡыҙыл Мәсеттә) мәсет, тимерлек булған. Йәйләүгә 89-лап тирмә сыға, дүшәмбе көндәрендә баҙар ойошторола.

 1795 йылда ауылда 162 кеше йәшәй, 32 йорт була.

1816 йылдағы етенсе ревизия Мораҡта 286 кеше йәшәгәнлеген, 26 йорт булғанлығын иҫәпкә ала. 1834 йылғы ревизия ваҡытында бында 51 хужалыҡ, 483 кеше иҫәпкә алына.1850 йылда 50 йортта 577 кеше, 1859 йылда 49 йортта 624 башҡорт йәшәгән.

 Крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгәндән һуң Мораҡ ауылына урыҫтар күсеп килә башлай һәм халыҡ һаны арта. Мораҡҡа урыҫтарҙың һәм башҡа күскенселәрҙең күпләп килеүе халыҡтың хужалыҡ тормошона һәм көнкүрешенә ҙур үҙгәрештәр индерә.

 1900 йылға тиклем мәктәп булмай. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Мораҡ (Ҡыҙыл Мәсет) ауылы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының беренсе Ҡара Ҡыпсаҡ улусы үҙәге була, бында 799 йортта 4116 кеше йәшәй, башҡорттар - 590 , урыҫтар - 2930.

 Беренсе Ҡара Ҡыпсаҡ улусы Мораҡ (Ҡыҙыл Мәсет) ауылы хужалары тураһында мәғлүмәтте 1920 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу карточкалары буйынса  “Үҫәргән - башҡорт ырыуҙары тарихы” китабында табырға мөмкин (433-440-сы биттәр). Ул -118 ғаилә башлығына  (башҡорттарға) ҡағылышлы шәхси мәғлүмәттәр һәм уларҙың ғаиләләре составы тураһында хәбәрҙәр. Улар араһында әлеге ваҡытта Мораҡта йәшәгән таныш фамилиялар күп.  Был материалдар үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөүселәргә файҙалы буласаҡ.

1

 

Автор:
Читайте нас