Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 12:40

Ураҡ башланды

 Өс көн дауамында Өфө районы эргәһендәге Башҡорт аграр университетының уҡытыу-ғилми үҙәге базаһында ауыл хужалығы культураларын йыйыуҙы ойоштороу буйынса “Баҫыу көнө - 2026” республика семинары үтте.

Ураҡ башландыУраҡ башланды
Ураҡ башланды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

- Республика һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән ҡыуандыра, әммә барыһы ла еңел түгел. Беҙҙә юғалтыуҙар ҙа ҙур, уңышһыҙлыҡтар ҙа булды, әммә шулай ҙа беҙ тыныс ҡына алға барабыҙ.  Республика беҙҙең аграрийҙарға ярҙам итте һәм ярҙам итәсәк. Беҙҙең өсөн индустриялаштырыу, ауыл хужалығын механизациялау бик мөһим.

2025 йыл.

 

 Быйыл Башҡортостанда урып-йыйыу кампанияһының ҡатмарлы булыуы көтөлә. Аграрийҙар өсөн төп проблемалар булып яғыулыҡ, запас частар менән тәьмин итеүҙә һәм логистикала өҙөклөктәр, ямғырлы һауа торошо тора. Муниципаль район башлыҡтарына, уларҙың ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙарына һәм хужалыҡ етәкселәренә ағымдағы миҙгелдә бөтә көстәрҙе тупларға кәрәк.

 БР Хөкүмәте вице-премьеры - республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың 2026 йылдың 10 июлендә “Баҫыу көнө-2026”  конкурсында сығышынан.

 Өс көн дауамында Өфө районы эргәһендәге Башҡорт аграр университетының уҡытыу-ғилми үҙәге базаһында ауыл хужалығы культураларын йыйыуҙы ойоштороу буйынса “Баҫыу көнө - 2026” республика семинары үтте.

Ул - республикала берҙән-бер асыҡ һауалағы күргәҙмә-семинар, унда Ватан агротехнологияларына ҙур иғтибар бүленә. Урып-йыйыу эштәренә старт биргән ҙур төбәк форумы ул. Бында үҫемлекселек, замана агротехнологияһы өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм төрлө культуралар буйынса селекция һөҙөмтәләре, ауыл хужалығы техникаһының флагман өлгөләре тәҡдим ителде.

  Программаға эшлекле осрашыуҙар ҙа, күргәҙмәләр ҙа ингән. Экспозицияла 120-нән ашыу предприятие һәм кампания ҡатнашты, 140-тан ашыу берәмек Ватан һәм сит ил ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән Башҡортостандан да, күргәҙмәгә ҡуйылды.

  Унда хөкүмәт, БР ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре һәм белгестәре, хакимиәт башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары һәм хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

  Йыйылыусылар алдында Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов һәм Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников, “Рәсәй шәкәр етештереүселәр союзы” ойошмаһының производство бүлеге етәксеһе Лариса Клименко (Мәскәү ҡалаһы), “Русагро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Потехин, “Ҡазан май-май комбинаты” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Максимов,  Рәсәй агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Әлфиә Гәрәйшиналар сығыш яһаны.

 Быйылғы форум ысын тере дәреслеккә әйләнде: ялҡытҡыс докладтар урынына яңы төрҙәр үҫтерелгән демонстрация баҫыуҙары, сәсеүлектәрҙе күҙәтеү өсөн техника һәм дрондар күргәҙмәләре тәҡдим ителде.

  Сарала ҡатнашыусыларҙы БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сәләмләне. Ул миҙгел ҡатмарлы буласаҡ, логистика, яғыулыҡ һәм запас частар менән өҙөклөктәр, һауа торошо сюрприздары буласаҡ тине. Ләкин, Башҡортостан аграрийҙары ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә күнеккән. Аграр ведомство етәксеһе муниципаль район башлыҡтарына, уларҙың ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙарына һәм хужалыҡ етәкселәренә ағымдағы миҙгелдә бөтә көстәрҙе туплауҙы һорап мөрәжәғәт итте. Агросәнәғәт комлексына хәүеф кәмемәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, өс төп йүнәлеште айырып билдәләне: иң элек сәсеү майҙандары структураһы менән идара итеү, икенсеһе - ресурстар менән идара итеү. Илшат Илдус улы район хакимиәттәре вәкилдәрен, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәрен склад биналарын, яғыулыҡ ҡойоу урындарын һәм хужалыҡ эсендәге логистиканы әҙерләүгә намыҫлы ҡарарға саҡырҙы. Һәр районда яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар запасы булырға тейеш. Кемдең запасы бар, шул ғына әүҙем үҫешә ала. Өсөнсөһө: үҙҡиммәт һәм сифат менән идара итеү. Төбәк ведомствоһы башлығы иҡтисади шарттарҙың ҡырҡа үҙгәреүен һәм элекке моделдәргә кире ҡайтыуҙың булмауын билдәләне.

 Аграрийҙарға яңы сорттар, гибридтар, заманса техниканың алдынғы өлгөләре, минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән етештереү тәжрибәләре, ужым бойҙайын сабыу, юғалтыуҙарҙы кәметеү һәм иген сифатын күтәреү өсөн иген йыйыу комбайндарын көйләү күрһәтелде.

 Элеваторҙарҙың һәм эшкәртеү предприятиеларының ағымдағы йыл уңышын ҡабул итеүгә әҙерлеге , үҫемлек майы етештереү өсөн сеймал һатып алыу шарттары мәсьәләләре күтәрелде.

  Йола буйынса, форум көндәрендә аграрийҙар БР ауыл хужалығы предприятиеларының иген урыуға әҙерлеген тикшерә. Ведомство башлығы билдәләүенсә, ағымдағы йыл тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы режимда бара. Иң мөһиме - бөгөн баҫыуҙарҙа үҫкән бөтә уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу.

  Был сараларҙан тыш, семинар сиктәрендә республика конкурстары үтте. 45 район вәкилдәре ҡатнашҡан  “Трактор-шоу” айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Беҙҙең егеттәр яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: “Тәүәкән” йәмғиәтенән Рәсил Абдуллин - беренсе, “Толмачев” крәҫтиән (фермер) хужалығынан Геннадий Инчин  икенсе урын алды. Был уңыштар белгестәребеҙҙең юғары һөнәри оҫталығынын раҫлай.

 11 июлдә ирекле йөрөү көнө булды. Теләгән һәр кем заманса техниканы ҡарап, водитель йәки оператор кабинаһында ултырырға мөмкинселек алды. Ойоштороусылар гастрономия бүлеген дә онотманы - Башҡортостан фермерҙарының эсклюзив продукцияһы тәҡдим ителде.

 Был сара - белем алыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ, аралашыу өсөн урын, үҫешергә һәм билдәләнгән маҡсаттарға ышаныслы барырға ярҙам итә.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Руслан Йәнгиров етәкселегендәге Күгәрсен районы вәкилдәре техника, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, орлоҡ менән тәьмин итеүселәр, запас частар һәм технологиялар күргәҙмәһен ҡараны. Производство дрондарының практик эше менән танышты, заманса машиналар, агрегаттар өлгөләренең тест-драйвында ҡатнашты, тематик түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, ауыл хужалығы культураларының демонстрацион сәсеүлектәрен ҡараны.   

“Баҫыу көнө” Башҡортостанда ураҡтың башланыуын һәм алдағы урып-йыйыу эштәренең һуңғы йылдарҙа иң ҡатмарлыларҙың береһе буласағын билдәләне, әммә бөтә ресурстарҙы дөрөҫ ойошторғанда республика ураҡ миҙгелен уңышлы үтергә әҙер.

АНАТОЛИЙ КАЗАКОВ

Автор фотоһы.

 

Автор:
Читайте нас