Мораҙым
+22 °С
Ясна
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль , 05:45

Туйға ике аҙна ҡалғас, унан баш тарттым...

Туйға ике аҙна ҡалғас, унан баш тарттым. Әсәһе “рәнйейем” тигән һүҙҙәргә тиклем әйтте.  Саҡырылған ҡунаҡтар алдында туйҙы өҙөүсе булып мин ҡалдым.

Туйға ике аҙна ҡалғас, унан баш тарттым...Туйға ике аҙна ҡалғас, унан баш тарттым...
Туйға ике аҙна ҡалғас, унан баш тарттым...

Ул минән 7 йәшкә өлкәнерәк ине. Яҡшы кеше ул,  эше, ҙур булмаһа ла үҙ фатиры бар.

Уртаҡ таныштарҙың тыуған көнөндә таныштыҡ беҙ. Бер күреүҙән ғашиҡ булдым тип әйтә алмайым, әммә күңелгә оҡшаны. Икенсе көндө үк эҙләп килде ул мине. Бер аҙнанан һуң ата-әсәһенә күрһәтергә алып ҡайтты. Шул тиклем теләмәйсә барҙым, әле бит үҙебеҙ ҙә бер-беребеҙҙе яҡшылап белмәйбеҙ.

Тағы бер аҙнанан атай-әсәйҙәрҙе таныштырҙы. Унан беҙгә ҡыҙ һорарға килделәр – туй көнө билдәләнде.

Бөтөнләй башҡа төрлө мәшәҡәттәр менән йәшәй башланыҡ: ресторан һайланыҡ, туйға саҡырыу ҡағыҙҙарына заказ бирҙек, ҡунаҡтар саҡырҙыҡ, артистар менән һөйләштек... Туй күлмәге һатып алдыҡ.

Үҙем туйға әҙерләнәм, көн һайын бер нәмә эшләе,ем ә үҙемдең эстә шундай бер ҙур ҡапма-ҡаршылыҡ. Ни өсөн кәрәк был миңә, теләмәйем бит, тип уйлайым. Туй алдынан бөтә кеше лә бындай хистәр кисерәлер, был нормаль күренештер тип уйлайым. Ысынлап та әйтәм! Тормоштоң яңы этабына күсәһең бит... Уға кейәүгә сыҡҡас ҡына башҡа кешене осратһам, уға ғашиҡ булһам нишләрмен тип тә уйлайым. Үлеп яратыуҙың былай булмағанын ғына самалайым бит.

Һәм бына туйға 2 аҙна ҡалғас, миңә хыянат итеүен белдем.

Әле лә аңламайым: ни өсөн ул мине ашыҡтырып-ашыҡтырып туй тип йөрөгән, ә үҙе ниндәйҙер ҡыҙ менән осрашҡан? Бер генә тапҡыр түгел! Ул ҡыҙ беҙ танышҡансы уҡ булған, бер осрашып йөрөгәндә, туйға әҙерләнгәндә лә бер ҡайҙа ла китмәгән

Билдәле, туй булманы. Ни тиклем  минән ғәфү үтенһә лә, көслө торҙом – юҡ тинем. Әсәһе “рәнйейем” тигән һүҙҙәргә тиклем әйтте. Ә бит мин түгел, улы ғәйепле ине! Саҡырылған ҡунаҡтар алдында туйҙы өҙөүсе булып мин ҡалдым.

Ваҡытында бик ауыр булды, әйтеп аңлата торған түгел. Әммә шулай эшләүемә үкенмәнем. Хәҙер ҙә үкенмәйем. Беҙ барыбер бергә йәшәп алмаҫинек. Хыянаттан, ялғандан башланған тормыштоң ҡайҙан рәте булһын инде?! Үҙемде бәхетһеҙ итергә теләмәнем.

Бына шундай булып бөттө был тарих. Мин уларға бәхет кенә теләйем, үҙем уны барыбер бәхетле итә алмаҫ инем

Автор:
Читайте нас