Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 06:10

Татарстанды төйәк иткән башҡорт ҡыҙы

Өҙөлөп төшкән мәрйен бөртөктәреләй, ҡайҙа ғына һибелмәгән беҙҙең яҡташтар! Уларҙың береһе - Рауза Мөтиғулла ҡыҙы Мусина әлеге көндә туғандаш Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында ғүмер кисерә.

Татарстанды төйәк иткән башҡорт ҡыҙыТатарстанды төйәк иткән башҡорт ҡыҙы
Татарстанды төйәк иткән башҡорт ҡыҙы

Изге Күгәрсен ерендә тыуып үҫеп, ошонда ҡанат нығытҡан яҡташтарыбыҙ, өҙөлөп төшкән мәрйен бөртөктәреләй, ҡайҙа ғына һибелмәгән! Уларҙың береһе - Рауза Мөтиғулла ҡыҙы Мусина әлеге көндә туғандаш Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында ғүмер кисерә.

Рауза апай 1957 йылдың 15 декабрендә Мораҙым ауылында донъяға килгән, тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Күмертау 1-се интернат-мәктәбендә урта белем ала.
 1983 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң  Дәүләкән районында, артабан Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо уҡ ҡалала йәкшәмбе мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әлеге көндә хаҡлы ялда. Шулай ҙа йәмәғәт тормошонан һис ситләшмәй яҡташыбыҙ. Яр Саллы ҡалаһында милләттәштәребеҙҙе бергә туплаған “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы ветераны, “Аманат” тип аталған әҙәби түңәрәк ағзаһы һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты ла ул. Яр Саллы ҡалаһында Башҡорт телен һөйөүселәр клубын, ағинәйҙәр төркөмөн етәкләй.Буш ваҡытын ғаиләһенә, ижадҡа бағышлай.

Ҡырҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәгән, гүзәл тәбиғәтле Мораҙымын һәр ваҡыт күңел түрендә һаҡлаған Рауза апайҙың бөгөн һеҙгә шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

 

  Йөрәгем түрендә гел генә

Тыуған ер - изге ер, бер генә,
Һин уның ҡәҙерен бел генә.
Атай-әсәй, туғандар, дуҫ-иштәр
Йөрәгем түрендә гел генә.

 

Таңдарҙа иҫәлер ел генә,
Етмәйҙер уға тик тел генә.
Әйтергә: “Ауылым, тауҙарым,
Йөрәгем түрендә гел генә!”

Үтә ғүмер

Йәй үтә тип зарланыуҙан,
Юҡ фәтеүә үкенеүҙән.
“Китмә инде йәйем”, - тиеп,
Илай- илай үтенеүҙән.


Көҙ ҙә матур, күҙ яуҙарын
Алып тора бар тәбиғәт.
Алтын, ялҡын буяуҙарын
Күреп дәртле тибә йөрәк.

 

Көн салт аяҙ. Беҙ - Ҡамала,
Августа ла наҙҙар күп икән.
Һыу эсендә халыҡ! Ярҙа халыҡ!
Һаҡлап йөрөй беҙҙе аҡ елкән!

 

Алтмыш йәштән уҙған беҙ үҙебеҙ,
Һыу янында булыу - мөғжизә!
Ылыҫ еҫен еҫкәп, һыуҙарында
Ҡолас ташлап бында мин йөҙәм...

 

Илебеҙҙең һәр мөйөшө матур,
Көмөш һыулы беҙҙә йылғалар.
Ҡайҙа тағын Ағиҙелгә еткән,
Ҡама - һыуға еткән йылға бар?

 

Урап ҡайттыҡ Ҡама буйҙарынан,
Һыуҙарынан алдыҡ көс-ҡеүәт.
Киләсәктә яңы эштәр көтөп,
Осҡонланып яна һәр йөрәк.

 

Дуҫ
Дуҫтар менән йәш саҡтарҙа
Күп хыялдар үрәбеҙ.
Ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен
Йылдар үткәс беләбеҙ.

 

Ҡайһы саҡта дуҫ тигәнең
Әүерелә дошманға.
Уға түгел, башҡаларға
Яҡшы һүҙең ҡушҡанға.

 

Ҡайһы саҡта һүлпәнәйә
Дуҫлыҡтың сихри хисе.
Береһе байып, икенсеһе
Юғалтһа ғәйрәт-көсөн.

 

Бар икән ул ғүмер буйы
Дуҫ булып йәшәгәндәр.
Ауыр саҡта ла ташлашмаҫ
Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгәндәр!

 

Бар минең дә һыу ҡойоп та
Айыра алмаҫлыҡ дуҫтар.
Сит ерҙә - яҡлар яҡташтар,
Ауылдаш - синыфташтар!

 

Булмаҫ, булмаҫ!

Булмаҫ, булмаҫ! Июль үтте, тиҙәр.
Бергә бигерәк рәхәт ине лә!
Көндөҙ хәтфә балаҫ ине ҡырҙар,
Йылы бишек ине төнө лә.

 

Хәтфә балаҫында ҡыңғырауҙар,
Ҡыҙыл еләк ҡайып сигелгән.
Аҡ болоттар туғай уртаһына
Түңәрәк күл булып түгелгән.

 

Төнгө бишегендә тирбәлеүҙәр -
Ҡабатланмаҫ кеүек матур мәл.
Үтте ләме шундай йомарт июль?
Күреп өлгөрмәгән наҙы йәл!

Мин ҡайттым, ҡаршыма кил генә,
Осратһаң, йылмайып көл генә.
Ауылдаш, синыфташ һәм серҙәш
Йөрәгем түрендә гел генә.

 

Түңәрәк туғайың гөл генә,
Кистәрен урманың һил генә.
Усаҡлы кистәрем, тәүге саф хистәрем
Йөрәгем түрендә гел генә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас