Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 11:25

Тарих һөйләй бында таштар ҙа... Ялпы ялан

Юлсылар үҙҙәре менән иртән эсәр һыу алып, Абысҡан тауы аша Покровка, Йылайыр (Преображенский) һәм Кананикольский баҡыр иретеү заводтарына юлланыр булған. Улар Ҡарғалынан  мәғдән ташый, сөнки үҙ рудниктары рентабелле булмай, ылауҙар Ырымбурға кире киткәндә баҡыр тейәй. Ул ваҡытта Кананикольский ауылы ата-бабаларыбыҙ өсөн төп сауҙа үҙәге була

Тарих һөйләй бында таштар ҙа...  Ялпы яланТарих һөйләй бында таштар ҙа...  Ялпы ялан
Тарих һөйләй бында таштар ҙа... Ялпы ялан

  Ялпы ялан Һатлыҡ менән Мораҙым ауылдары араһында, Арбайылға буйындағы юлдан уң яҡта урынлашҡан. Борон төп транспорт төрө егеүле ат була, арба юлындағы төп ҡаршылыҡ тип, әлбиттә, ҙур йылғалар һанала, сөнки күперҙәр булмай. Мул һыулы Оло Эйек  үтә алмаҫлыҡ булғанлыҡтан, юлдар һырт буйлап йылғаларҙы урап үткән. Ялпы ялан Йылайыр яйлаһына (платоһына) күтәрелер алдынан туҡтап ял итеү өсөн бик яҡшы урын була, бында сәйәхәтселәр аттарын һуғара, аҙыҡ-түлек һатып ала, йөгөн йүнәтә, төнгөлөккә туҡтай.

 Арбайылғала балыҡ күп булған, бағырҙың күплеген хатта мин дә иҫләйем.

  Юлсылар үҙҙәре менән иртән эсәр һыу алып, Абысҡан тауы аша Покровка, Йылайыр (Преображенский) һәм Кананикольский баҡыр иретеү заводтарына юлланыр булған. Улар Ҡарғалынан  мәғдән ташый, сөнки үҙ рудниктары рентабелле булмай, ылауҙар Ырымбурға кире киткәндә баҡыр тейәй. Ул ваҡытта Кананикольский ауылы ата-бабаларыбыҙ өсөн төп сауҙа үҙәге була.

  Абысҡан аша булған юл Һатлыҡ ауылын Суйынсы-Супан (Ҡара Тәкә) ауылы менән бәйләй. Күп кенә мишәр ғаиләләре, шул иҫәптән минең ҡарт олатайым Ғөбәйҙулла Ғәлиуллин ғаиләһе (уның ҡыҙы Миңнур – атайым яҡлап минең өләсәйем; Ғәйнулла улы - 40-сы йылдарҙа КПСС-тың Йомағужа район комитетының беренсе секретары була), Ҡара Тәкә ауылынан Һатлыҡҡа күсеп ултыра.

 Генераль сиктәрҙе билдәләү планының 18 быуаттағы  картаһында беҙ Ялпы яланда поташ заводы торғанлығын күрәбеҙ. Ялпы – башҡорт телендә ҡуйы урман тигәнде аңлата, поташты ағастарҙы яндырып, шулай уҡ урындағы халыҡтан көл һатып алып, көлдән эшләйҙәр (поташ – аҡ онтаҡ рәүешендәге, һыуҙа яҡшы ирей торған, производсвола киң ҡулланылған һелтеле матдә – ред.). Завод өсөн был урын бик уңайлы була: тирә-яҡ урманға бай, эргәлә йылға, ҙур аҡлан (уны майҙан, юл тип атайҙар).

 Рәсәй поташ етештереү буйынса донъяла беренсе урынды биләй, сырье быяла, һабын етештереүҙә, күн, ҡиммәтле металдарҙы эшкәртеүҙә ҡулланыла. Батша Рәсәйенең экспортҡа оҙатҡан төп тауарҙарының береһе лә нәҡ поташ була.

 Завод хужаһы Сәлих ибн Хәббитдин була, быны завод урынында табылған балдаҡ - мисәт ташындағы яҙыу раҫлай. Балдаҡтағы ғәрәп телендәге яҙыуҙы хөрмәтле яҡташыбыҙ Рәсүл хәҙрәт Янбаев уҡыны.

 Ревизия яҙмалары һәм башҡа тикшеренеүҙәр материалдарынан Сәлих ибн Хәббетдиндың Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаевтың ата-бабаларының береһе булыуы асыҡлана.

  Был ерҙең икенсе атамаһы - Буташ яланы, Рәсүл хәҙрәт һөйләүе буйынса, атама поташ заводы хөрмәтенә бирелә, урындағы халыҡ иһә был атама сәсеү ваҡытында игенде бутау менән бәйле тип иҫәпләй.

 Ялпы ялан йәки Буташ яланы мең йылдан ашыу элек скифтар йәки сарматтар торған урын булған, был урында табылған биҙәүестәр, бронза көҙгө, уҡ башаҡтары, бысаҡтар шуны раҫлай. Совет осоронда бында тире эшкәртеү буйынса производство эшләй. Арбайылға юлына яҡыныраҡ Василий Колбин тирмәне тора.

 Хәҙер Ялпы ялан үҙенең исемен яңынан аҡлай: бында шәхси эшҡыуар Мәжит Йосопов ял базаһын төҙөй.  

Әнүәр КИЛСЕМБАЕВ.

Мораҡ ауылы.

Автор:
Читайте нас