

Түбәндәгеләрҙе Ғәйфулла ағай АЙЫТҠОЛОВ (Сирбай ауылынан) һөйләне.
"Түбәндәгеләрҙе күршем, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән Маһинур әбей һөйләгәйне. Ул үҙе Ыуары ауылы ҡыҙы, 1924 йылғы, Мораҙым ауылы кешеһе Зәбих ағай Хоҙайғоловтың хәләл ефете ине.
Маһинурҙың атаһы Һибәтулла Исхаковтың өс ҡатыны булған. Ағаһы Хәйбулла Кананикольск ауылында урман ҡарауыллаған, 1933-1935 йылдарҙа атҡа атланып урманға сығып киткән дә, әйләнеп ҡайтмаған. Ҡатыны Сәрүәр ирен көтөп-көтөп арығас, аптырап ауыл буйына сығып кешеләрҙән һорашҡан. Күргән кешеләр табылған, аты ағасҡа бәйле тора, үҙе ағас төбөндә ята, тигәндәр. Ат егеп, кеше алып барһалар, ысынлап та ир ағас төбөндә ята, үҙе һөйләшә алмай, аяҡ-ҡулы ла ҡыбырламай, ти. Халыҡ теле менән әйткәндә – “ен һуҡҡан”, хәҙер бәлки инсульт йә инфаркт тип диагноз ҡуйырҙар ине.
Хәйбулланы арбаға һуҙып һалғандар ҙа Шәмиғол хәлфәгә алып киткәндәр.
- Сәғәт 12-ләр тирәһендә беҙгә килеп туҡтанылар. Сәрүәр еңгәм ат тотҡан. Сәй эскәс китергә йыйынғайнылар, мин дә барам, тип арбаға менеп ултырҙым. Миңә ул саҡта 11-12 йәштәр самаһы булғандыр, - тип һөйләне Маһинур әбей. – Һатлыҡ, Нуҡай аша Ишбирҙегә килеп еткәс Шәмиғол еҙнә атты теҙгененән тотоп ишек алдына индерҙе лә уны тирәк һалҡынына ҡуйғандан һуң арба янына килеп ағайымдың башынан аяғына тиклем ҡулын тейҙерер-тейҙермәҫ кенә һыйпап сыҡты һәм “Тор!” тип өндәште. Беҙ еңгәй менән ағайымды торғоҙоп ултырттыҡ. “Төш”, - тине тағын хәлфә.
Ағайым икеләнеп ултыра бирҙе. Шәмиғол еҙнәй килде лә : “Төш!”, - тиеп ҡаты итеп өндәшеп, сикәһенә сәпәп ебәрҙе. Ағайым төштө, йығылманы, хәлфә уны етәкләп үҙенең ауырыуҙарҙы ҡарай торған аласығына алып инеп китте. Ун минут тирәһе үткәс сыҡтылар. Хәлфә арбаға үҙе менеп ултырған ағайыма дилбегәне тотторҙо ла, үҙең алып ҡайт, сәй эсереп тормайым, тағы ла кешеләр килә, тине. Ысынлап та беҙ сығыу менән ҡапҡа төбөнә йәнә бер ат килеп туҡтаны. Арбала сәс-башы туҙған бер ҡатын ята ине. Ире ҡулдарын тотоп янында ултыра. Шәмиғол хәлфә арба янына барып теге ауырыуҙы башынан аяғына тиклем ҡулы менән һыпырып сыҡҡайны, теге ҡатын тороп ултырҙы. Беҙ ҡуҙғалғанда хәлфә: “Килгән юлығыҙҙан ҡайтмағыҙ”, - тип ҡысҡырып ҡалды.
Тура ҡайтмаҫҡа була Нуҡайға еткәс юлыбыҙҙы үҙгәртепАҡташ һыуы буйлап киттек. Бара биргәс, атты һуғарып, туғармай ғына ашатып алдыҡ. Майҡы ауылына еткәс тау аша юлдан Елтирмән тигән урыҫ ауылына барып төштөк. Артабан Эйек аша Төпсәнгә сығып Юлдыбайға киттек. Ҡояш байығанда Ыуарыға барып еттек. Беҙҙе ҡапҡаны ҙур асып атайымдың өсөнсө ҡатыны Гөлъямал ҡаршы алды, атты туғарып иҫке бесән һалып ҡуйҙы. Атайымдың икенсе ҡатыны Фәрхинур апа үҙенең аласығынан сығып сәй эсергә саҡырҙы. Табында ағайым һөйләшеп ултырҙы. Арбала һуҙылып ятып килгән ауырыуҙы Шәмиғол еҙнәй шулайтып аяҡҡа баҫтырып ҡайтарҙы. Ул үҙенең дауалауы өсөн бер ҡасан да хаҡ һораманы, биргән кеше бирә ине, рәхмәт әйтеп кенә ҡайтып киткәндәр ҙә булды".
Инде вафат булыуына нисәмә тиҫтә йыл үтһә лә халыҡ табибы онотолмай. Сәйетҡол ауылында урынлашҡан мәңгелек төйәгенән дә кеше өҙөлмәй. 100 йылға бер генә тыуалыр бындай олуғ шәхестәр!