

1930 йылдың 29 сентябрендә район пайсылар съезы үтә, унда Мораҡ район ҡулланыусылар союзы ойошторола. Идара рәйесе итеп Рөстәмов Дәүләт Фәхретдин улы һайлана. Район ҡулланыусылар союзы составына 21 ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте һәм әҙерләүҙәр контораһы инә.
1931 йылда идара штаты 14 хеҙмәткәрҙән тора, сельпо (ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте һәм шул йәмғиәттең кооператив магазины) - дүрт кешенән туғыҙ кешегә тиклем. Был йылда сауҙа ойошмалары халыҡҡа 672 мең һумлыҡ тауар һата, 1932 йылда тауар әйләнешен 862,4 мең һумға еткереү күҙаллана. Бынан тыш районда дүрт колхоз баҙары була, улар Мораҡ, Йомағужа, Ҡалдар, Мәҡсүт ауылдарында асыла.
1932-1936 йылдарҙа ҡулланыусылар кооперацияһы эшен яҡшыртыу буйынса бер нисә сара күрелә. Дәүләт банкының Мораҡ бүлексәһе ссуда биреү иҫәбенә 1932 йылда колхоздар Мораҡ менән Йомағужала икешәр, Ҡалдар менән Мәҡсүттә берәр сауҙа кибете төҙөй.
1935 йылда тауар әйләнеше һиҙелерлек арта һәм 2191 400 һум тәшкил итә. Йән башына 145 һумлыҡ тауар һатыла, һатып алыу мөмкинлеге 68 процентҡа арта.
Халыҡтан 10000 һумға 15386 центнер иген, 443 центнер май, 72 центнер йөн, тире һатып алына.
Кадрҙар йыш алмашына. Йыл дауамында төрлө сәбәптәр арҡаһында 26 сауҙа хеҙмәткәре араһынан 14 һатыусы һәм ике сельпо рәйесе эштән китә (башлыса, өҫтәренә аҡса сығыу арҡаһында). 1935 йылда “елкәгә сығыу” суммаһы 29600 һум тәшкил итә.
Сауҙа кадрҙар менән нығытыла. Йыл дауамында Башсоюз курстарында ике сельпо директоры, район ҡулланыусылар союзы инструкторы, кульмаг директоры әҙерлек үтә, өс студент Башҡорт кооператив техникумында белем ала.
1935 йылда Санъяп сельпоһы - Исем, Түкәт - Юлдыбай сельпоһы менән менән ҡушыла. Семберҙә, Ыуарыла, Бикештә, Үрге Һаҙҙа, Мораҡ ауылында бишенсе, алтынсы, етенсе, Мәҡсүт ауылында төп кибеттәр ябыла, һуңғыһында сельмаг һәм район үҙәгендә аҙыҡ-түлек магазины эшләй башлай.
1936 йылда ҡулланыусылар кооперацияһы системаһына 32 сауҙа кибете һәм магазины инә, Исем ауылындағы баш кибет ауыл магазины итеп үҙгәртелә.
1937-1940 йылдарҙа Күгәрсен, Юлдыбай һәм Ҡаран ауылдарында магазиндар барлыҡҡа килә. Сауҙа нөктәләре һаны 48-гә етә.
Тауарҙар Һарыҡташ һәм Стәрлетамаҡ сауҙа базаларынан килтерелә. Һатыуҙа тәү кәрәкле тауарҙар (лампа, кәрәсин, һабын, лампа ҡыуыҡтары, ҡаҙаҡ, тоҙ, шырпы, тәмәке изделиелары һ. б.) менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр күҙәтелә.
1939 йылда ваҡлап һатыу буйынса тауар әйләнеше планы 112,8 процентҡа үтәлә, күмәртәләп һатыу буйынса - 124,1, халыҡты кооперациялау буйынса – 216 процент. 1938 йылда 72 300 һум, 1939 йылда 236 700 һум килем алына.
Йылдан-йыл кооператив сауҙаның тауар әйләнеше арта, 1944 йылда ул 6379 мең һум тәшкил итә. Атап әйткәндә, һатып алыусыларға 412 пар күн аяҡ кейеме, 35 дана тун изделиеһы, 228 пар аяҡ кейеме, тун тегеү өсөн 190 дана һарыҡ тиреһе һатыла.
Фонд тауарҙары һайланмаған осраҡтар ҙа була. 1944 йылда Һарыҡташ станцияһынан 80 тонна тоҙ, 1000 литр кәрәсин, Өфөнән берәр тонна балыҡ һәм үҫемлек майы алып ҡайтылмай.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа шәкәр, кондитер изделиелары, сәй, мамыҡ, йөн туҡымалар кеүек тауарҙарҙы һатыу арта. Әммә шул уҡ ваҡытта сауҙа ойошмаларының эшендә етди етешһеҙлектәр була. Кооператив милекте урлау һәм туҙҙырыу менән көрәш тейешле кимәлдә алып барылмай. 1956 йылда 23056 һумлыҡ 17 аҡса юғалтыу (һатыусының өҫтөнә сығыу) осрағына юл ҡуйыла, 1958 йылда 30000 һумлыҡ биш шундай хәл асыҡлана.
1960-1961 йылдарҙа күп кенә магазиндарҙа мотлаҡ тауарҙар ассортименты насар була. Айырыуса икмәк, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм китап сауҙаһы ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә булмай. Район ҡулланыусылар союзы сауҙа предприятиелары төҙөү менән шөғөлләнмәй, ашхана, икмәкхана, район магазины, ҡунаҡхана төҙөү буйынса планлаштырылған план юҡҡа сыға.
1965 йылда 13 тораҡ пунктта сауҙа нөктәләре булмай, ә булған биналарҙың күбеһе талаптарға тап килмәй. Йәмәғәт туҡланыуын ойоштороуҙа күп етешһеҙлектәр була. Ашханаларҙағы ризыҡтарҙың ассортименты һәм сифаты клиенттар яғынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Магазиндарҙа йыш ҡына икмәк булмай, ҡалас изделиелары бөтөнләй етештерелмәй, комиссион сауҙаһы булмай тиерлек.
Кадрҙар менән эш ҡәнәғәтләнерлек ҡуйылмай. 1964/1965 уҡыу йылында Мораҡ башҡорт урта мәктәбе прилавка хеҙмәткәрҙәренең өсөнсө разряды буйынса 21 уҡыусыны уҡытып сығара, әммә уларҙың береһе лә ҡулланыусылар кооперацияһында эшләмәй.
Артабанғы йылдарҙа матди-техник база күпкә яҡшыра. 1965-1967 йылдарҙа район универмагы, 13 магазин, 80 урынлыҡ сәйхана төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла, өс магазин реконструкциялана.
1968-1970 йылдарҙа 55 эш урынлыҡ 14 магазин сафҡа индерелә, халыҡҡа 2026 телевизор, 2198 радиоалғыс һатыла. 100 ғаиләгә 55 радиоалғыс, 31 телевизор, 30 кер йыуыу машинаһы, 18 мотоцикл тура килә.
1976-1980 йылдарҙа район үҙәгендә тәүлегенә 26 тонна продукция етештереү ҡеүәтенә эйә икмәк комбинаты, 1100 квадрат метр сауҙа майҙаны менән 13 магазин, 125 тонналыҡ һыуытҡыс төҙөлә, һигеҙ сауҙа нөктәһе реконструкциялана.
Халыҡтың һатып алыу һәләте арта. Был осорҙа 500 еңел автомашина, 986 мотоцикл, 2255 телевизор, 4414 радиоалғыс, 2726 һыуытҡыс, 1357 кер йыуыу машинаһы, 17146 сәғәт һатыла.
1980-1990 йылдарҙа сауҙа хеҙмәтләндереүе бер аҙ яҡшыра. Әгәр 1980 йылда бер кешегә 607 һумлыҡ тауар һатылһа, 1985 йылда - 862 һумлыҡ.
Махсуслаштырылған магазиндар һәм ашханалар селтәре киңәйә.
Әҙерләүселәр контораһы план күрһәткестәрен уңышлы үтәй. Шул уҡ ваҡытта район ҡулланыусылар союзының эше етди яҡшыртыуҙы талап итә. 1981-1985 йылдарҙа тауар әйләнеше күләме буйынса артта ҡалыу 3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, ә 1986-1990 йылдарҙа һәр өсөнсө сауҙа нөктәһе планды үтәй алмай.
Кадрҙар проблемалары тейешле кимәлдә хәл ителмәй. 1990 йылда, һатыусылар булмау сәбәпле, 23 тораҡ пункт сауҙа хеҙмәтләндереүе менән тәьмин ителмәй. Хеҙмәтләндереүҙең түбән мәҙәниәте лә - сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоуҙар (дефицит тауарҙарҙы йәшереү, тупаҫлыҡ һәм һатып алыусыларға иғтибарһыҙлыҡ) күҙәтелә. Былар барыһы ла һатып алыусылар яғынан ғәҙел ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Рәфҡәт ВӘЛИШИН, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.