Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 11:15

Р.Хәбировтың “игеҙәге” ҡайҙа йәшәй?

Р.Хәбировтың “игеҙәге” Күгәрсен районында йәшәй. Үҙен республика башлығына оҡшатыуҙарына, балаларҙың һәм ололарҙың уның менән бутауҙарына ул күнегеп бөткән. - Һеҙ Хәбиров бит! Беҙгә самолет менән килдегеҙме? – үҙенә ғәжәпләнеп баҡҡан 7-8 йәшлек малайға ул тыныс ҡына яуап бирә: - Юҡ, вертолет менән. - Ә һеҙҙең охранниктарығыҙ ҡайҙа? - Ҡайтарып ебәрҙем.  Был һуңғы күренеш кенә, бындай осраҡтар уның менән гел генә булып тора.

Р.Хәбировтың “игеҙәге” ҡайҙа йәшәй?Р.Хәбировтың “игеҙәге” ҡайҙа йәшәй?
Р.Хәбировтың “игеҙәге” ҡайҙа йәшәй?

Йөҙө менән республика башлығы Радий Хәбировҡа тартым булһа ла, ул республика башлығы менән үҙе араһында оҡшашлыҡ бөтөнләй юҡ тип иҫәпләй һәм кешеләр әйткәнен кире ҡаға.

 Уҙған йыл ул эш буйынса 1 сентябрҙә Мораҡ 1-се урта мәктәбенә барған. Балаһы унда уҡыған бер әсә һуңынан шуны һөйләне.

- 2-се класта уҡыған улым бөгөн беҙгә Хәбиров килде, ти. Кит булмаҫ, интернетта яҙырҙар ине, тиһәм, ысын килде, беҙҙе хатта фотоға төшөрҙө, тигәс, йәнә аптыраным. Ярай, Белем көнө менән ҡотларға килгәндә, ти, тик нисек инде шундай ҙур кеше фотоға төшөрөп йөрөй? Уҡытыусыға шылтыратҡас ҡына хәлдең айышына төшөндөк, - ти ул.

 Әйткәндәй, ошондай уҡ хәл Йомағужа һәм башҡа ауылдарҙағы мәктәп уҡыусылары менән дә, мәҙәни сараларҙа өлкәнерәк кешеләр менән дә булған.

Теге йәки был сараларҙа, юбилейҙарҙа ҡайһы бер кешеләрҙең “Әйҙә әле, “Хәбиров” менән фотоға төшәйек, бер иҫтәлек булыр”, - тигәндәренә өйрәнеп бөткән был танышым, кешеләрҙең үтенесен кире ҡаҡмай. Ә бына фотоһын беҙҙең сайтҡа ҡуйыуҙы ул ҡәтғи тыйҙы һәм рөхсәт бирмәне...

 

***

 Ер йөҙөндә һәр кемдең игеҙәге – үҙенә бер алманың икенсе яртыһы кеүек оҡшаш кешеләр була, тиҙәр шул! Беҙҙең арала ла күп улар. Минең үҙемде шәхсән ҡасандыр бергә эшләгән Әлфиә исемле ҡыҙ менән бутайҙар ине. Уның ата-әсәһе әгәр беҙҙе бер тапҡыр бутамаһа, оҡшашлығыбыҙға ышанмаҫ та инем...

***

 Мәҙәниәт тармағында йөҙөп йөрөп эшләгән, моңло тауыштары менән йыр-моң һөйөүселәрҙең һөйөүен яулаған йәштәр – Зөлфиә Илмөхәмәтова менән Шәирә Әлимғужинаны ла таныш булмағандар араһында игеҙәктәр тип бутаусылар күп икән. Хәйер, уларҙы ярайһы уҡ яҡындан белһәм дә, үҙем дә бутап, яңылыш өндәшкәнем булды. Үпкәләмәнеләр, “Беҙҙе күптәр игеҙәк тип уйлай ул”, - тип кенә ҡуйҙылар.

 Ә һеҙҙең үҙегеҙгә оҡшаған кешеләрҙе күргәнегеҙ булдымы? Улар, бәлки, берәү генә түгел, икәү-өсәүҙер ҙә әле...

Автор - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас