

Революция башланыуға Мораҡ ауылында 10 койкалыҡ фельдшер пункты, бер табип, өс шәфҡәт туташы эшләй, сиркәү, мәсет, өс кибет, почта, китапхана, баҙар була.
Ауылдағы беренсе рус уҡытыусыһы - Матвей Шарыгин, беренсе табип - Николай Тимофеев.
Район, шул иҫәптән Мораҡ ауылы тарихы, революция, хәрби һәм хеҙмәт традицияларына бай. 1910-1912 йылдарҙа Мораҡ тирмәнендә сәйәси һөргөнсөләр - 1905 йылғы революцияла ҡатнашыусы большевик Г. Смолин менән Н.Свободин эшләй.
Элемтә бәйләнешенең элекке бинаһында 1918 йылдың февраль-июнендә Мораҡ ревкомы штабы һәм Ҡыҙыл Армия отряды урынлаша. Бында үҙ отрядтары менән ауыл аша үтеп барыусы В. Блюхер һәм Н.Каширин 1918 йылдың 10 июнендә ревком ағзалары ултырышында сығыш яһай. 1919 йылда ваҡытлыса Мораҡ ауылында Зәки Вәлиди етәкселегендәге армия штабы ойошторола.
Үткән быуаттың 70 - се йылдарында был бинала автовокзал урынлаша, һуңынан ул урман хужалығы ихатаһына күсерелә (үҙәк район китапханаһы артындағы бина), бер нисә йыл дауамында был бинала Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй, хәҙер унда магазиндар урынлашҡан.
1933 йылғы район картаһы
1933 йылғы район картаһынан шул күренә: Побоище ауыл Советы беҙгә инмәгән, әммә Көйөргәҙе районының Ивашкино һәм Арыҫлан-Әмәкәс ауылдары беҙгә ҡараған.
Кантондарға бүлеү 1930 йылдың авгусында бөтөрөлә. 20 августа Мораҡ районы ойошторола. 1934 йылда ул Күгәрсен районы тип үҙгәртелә. Эш шунда: район үҙәген Күгәрсен ауылына күсерергә теләйҙәр.
Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Мораҡта “Ҡыҙыл партизан” артеле ойошторола, ул 1959 йылда “Ленин юлы” колхозына ҡушыла, уныһы үҙ сиратында 1960 йылда барлыҡҡа килгән “Күгәрсен” совхозына инә.
1935 йылда райондың бер өлөшө яңы ойошторолған Йомағужа районына тапшырыла. 1962 йылда беҙҙең район үҙәге Иҫәнғол ауылы булған Ейәнсура районы менән ҡушыла. 1965 йылда яңынан Күгәрсен районы барлыҡҡа килә, Ейәнсура һәм Йомағужа райондарына бирелгән территориялар кире ҡайтарыла.
Әнүәр КИЛСЕМБАЕВ.
Мораҡ ауылы.