Мораҙым
+22 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля , 10:25

Колхоздар тарихы

Районыбыҙҙың колхоз-совхоздары тарихы. Был тарих уҙған быуаттың 20-се йылдар аҙағында башлана.

Колхоздар тарихыКолхоздар тарихы
Колхоздар тарихы

Районда тәүге ауыл хужалығы артелдәре 20-се йылдар аҙағында барлыҡҡа килә башлай. Мәҫәлән, 1930 йылдың 1 ғинуарына 11464 шәхси хужалыҡтың 24 проценты колхоздарға йәлеп ителә.

 1930 йылдың 8 ғинуарында үткән Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты сессияһы коллективлаштырыуҙы 1931 йылдың яҙынан да һуңға ҡалмайынса тамамлау кәрәклеген таный. Ауылды кооперациялау темптарын көсәйтеү һәм ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн көрәш башлана.

 Республика ҡалаларынан меңәрләгән партия, совет, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ауылдарға ебәрелә. Тап уполномоченныйҙар институты крәҫтиәндәрҙе кооперациялауҙың төп көсөнә әүерелә. Һәр ауылда тиерлек колхоздар ойошторола.

  1930 йылдың сентябрендә районда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән 56 колхоз шөғөлләнә, йыл аҙағына уларҙың һаны 106-ға тиклем арта. Атап әйткәндә, ауыл хужалығы артелдәре ойошторола: Мораҡ ауылында - “Ҡыҙыл партизан”, Яңы Николаевкала - “Ирекле хеҙмәт”, Яңы Хохлатта - “Яңы иртә”, Ҡанаҡаста - “Чубарек”, Яҡшембәттә - “Ҡыҙыл Йондоҙ”, Үрге Майҡыла - “Май”, Кузьминда - “Эйек тамағы”, Бикбулатта - “Кесе Эйек”, Шығрышта - “Шығрыш”,  Юлдыбайҙа - “Ҡыҙыл Урал”, Һатлыҡта - “Ленин осҡоно”, Яңы Александровкала - “Ҡыҙыл Маяҡ”, Йомағужала  - “Интернационал”, Равенствола - “Тигеҙлек”, Бикештә - “Ҡыҙыл Октябрь”, Яңы Петровскийҙа - “Яңы донъя”, Яңы Покровскийҙа - “16-сы партсъезд”, Сәйетҡолда - “Тура юл”,  Мусала - “Ҙур ҡабан”, Эткөсөктә - “Ҡыҙыл таң”, Исемдә - “Ҡыҙыл йондоҙ”, Шалапутта - “Яңы юл”, Яңы Ивановкала - “Дружный пахарь”, Һарытауҙа - “1-се Май”, Сәлихта - “Игенселәр”, Санъяпта - “Ҡыҙыл комсомол”, Түбәнге Санъяпта - “Ҡыҙыл маяҡ”, Смаҡ-Түңгәүерҙә -  “Ҡыҙыл юл”, Моҡаста - “Ҡыҙыл Үрнәк”, Наҙарҙа - “Ҡыҙыл йондоҙ”, Иҡназарҙа - “Йәшел сауҡалыҡ”, Назаркинда - “ Ҡыҙыл Эйек”, Аҡембәттә - “Тоғро юл”, Подгорныйҙа - Чапаев исемендәге, Мәҡсүттә  --“Ҡыҙыл күс”,  Ереклелә - “Ерекле”, Туйөмбәттә - “Ҡыҙыл таң”, Семберҙә - “Ҡыҙыл нива”, Алексеевкала - “Ҡыҙыл Октябрь”, Бөркөттә - “Ҡыҙыл көлтә”, Арҙатта - “Ышаныслы аҙым”, Күгәрсендә - “1 август, Үрге Һаҙҙа - “Интернационал”, Түбәнге Һаҙҙа - “Ҡайын туғай”, Сирбайҙа - “Ҡыҙыл Октябрь”, Дәүләтҡолда - “Х.Тугил”, Нуҡайҙа - “Урал”, Буҫтыбайҙа - “Ҡыҙыл Энәк”, Сапыҡта - “Тигеҙлек”, Ҡаранда - “Ҡыҙыл нива”, Ишбирҙелә - “Авангард”, Ҡыҙыл Ярҙа - “Уяныу”, Тәүәкәндә - “Ҡыҙыл юл”, Бикестә - “Ҡыҙыл маяҡ”, Теләүембәттә - “Ҡыҙыл Бүләк”, Аҙнағолда - “Ҡыҙыл комбайн”, Дауыт-Ҡайыпта - “Яңы юлда”, Рязанда - “Нива”, Черниговта - “Яңы ауыл”, Ковалевта - “Ворошилов”, Кинйәбайҙа - “Наҡаҫ”, Арғы Әмекәстә - “Берлек”, Ямашта - “Түбәнге Ямаманса”, Михайловскийҙа - “Михайловский”, Керәүле Илюшкинда - “Марс”, Яңы Троицкийҙа - “Социализмға юл”, Кузнецовскийҙа - “Ҡыҙыл аҡлан”, Хоҙайбирҙинда - Хоҙайбирҙин исемендәге, Юлбашта - “Юлбаш”, Волостновкала - “Ирекле хеҙмәт”, Түбәнге Һапашта - “Ҡыҙыл комбайн”, Иҫке Йәҙгәрҙә - Пугачев исемендәге, Черемышта - “ Салауат-2”,  Икенсе Түләбайҙа - “Салауат-1”, Әлимғолда - Сталин исемендәге, Воскресенскта -  “Ҡыҙыл украин”, Андреевскийҙа - “Ярлы юлы”, Семен-Петровскийҙа - “Сеятель”, Дәүләтшала - “Урал”, 1-се Ялсыла - “Алға”, Аралбайҙа - Сталин исемендәге, Мерәүешлелә - “Уяныу”, 1-се Түләбайҙа - Юлбаш, Ворошиловта - “Ворошилов”, Кәмәтауҙа - “Нур”, Үрге Бикҡужала - “Тирмәнкүл”, Нарбутта - “Аҡ-Иҙел”, Һикһәнбайҙа - “Ленин юлы”, “Яңы юлда”, Солтанғолда - “Арал”, Ибрайҙа - “Аҡман”, Иртөбәктә - “Боевик”, Светта - “Свет”, Кузнецовскийҙа - Молотов исемендәге, Степановскийҙа - “Демьян Бедный”, Асияҡта - “ Май иртәһе”, Ырғыҙлыла - “Таң”.

Рәфҡәт ВӘЛИШИН, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас