

Казарма Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә 1753 йылдан 1851 йылға тиклем Ҡана йылғаһы буйында эшләгән Кананикольск баҡыр иретеү заводын асҡандан һуң барлыҡҡа килә. Көньяҡ Уралдың иң боронғо баҡыр иретеү заводтарының береһе улус үҙәгенә әйләнгән Кананикольский ауылына башланғыс бирә.
Заводҡа Ырымбурҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан 220 саҡрым алыҫлыҡта Тула сауҙагәрҙәре Мосоловтар нигеҙ һала.
Төҙөлөш өсөн ерҙе Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алалар. Бөгөн был ерҙәр Йылайыр районының Кананикольский ауыл Советы биләмәһенә инә.
Завод 1753 йылдың яҙында эшләй башлай. Уны төҙөү, аҙаҡ унда эшләү өсөн Мосоловтар Рязань һәм Орёл губерналарынан үҙҙәренең крепостной крәҫтиәндәрен килтерә, улар үҙенсәлекле яғымлы һөйләшкә эйә булған була. Тышҡы донъянан сағыштырмаса айырым йәшәгән был дәүер эсендә кешеләрҙең үҙенсәлекле уртаҡ һыҙаттары барлыҡҡа килә. Был телмәрҙәрендә лә сағыла. Завод хужаларының фамилияһы менән уларҙы “масәлдәр” тип йөрөтәләр. Әлегә тиклем Побоище (Арыш), Березовка (Ҡайын-Күпер) ауылдарында йәшәүселәрҙе масәлдәр тип атайҙар. Был ерҙәрҙә йәшәгән төп халыҡ - башҡорттар, улар Побоищены - Арыш, Березовканы Ҡайын Күпер тип атай. Кананикольский ауылы – масәлдәрҙең баш ҡалаһы - Масальград - ҙур эшселәр ҡасабаһы булған, аэропорт, урман сәнәғәте хужалығы, төрлө артелдәр эшләгән, сиркәү, дауахана, урта мәктәп булған, 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән.
Революцияға тиклем ул беҙҙең яҡтарҙа иң ҙур һәм беренсе рус ауылы булған. Казармала һалдаттар тора, улар Ҡарғалы һәм башҡа рудниктарҙан килгән рудалы ылауҙарҙы һаҡлай, арыған аттарҙы яңыһына алмаштыралар, юлаусылар йорто, ямдар, мунса була. Кирегә ылауҙар завод продукцияһын тейәп китә. Ылау ҡыуыу менән яҡын-тирәләге ауылдарҙағы башҡорттар һәм татарҙар шөғөлләнгән.
Күвәздең һул ярында казарма ҡаршыһында Ивановка ауылы барлыҡҡа килә. Был Емельян Пугачевтың, крәҫтиән ихтилалдарының болалы осоро була, ерле халыҡ үҙ ерҙәрен баҫып алған өсөн ризаһыҙлыҡ белдерә, заводҡа һәм казармаға һөжүм итә, уларҙы бер нисә тапҡыр яндыра.
Ивановкала йәшәүселәр был урындан китә һәм Яңы Ивановка ауылына нигеҙ һала. Һуңынан ул пугачевсылар менән алыш иҫтәлегенә Побоище тип үҙгәртелә. Башҡорттар ауылды Арыш тип атай. Тағы бер казарма Багдашкино ауылы (Ыуары) яғына табан яҡынса бер саҡрымдараҡ Щербаки утары эргәһендә була. Масәлдәр был тирәне Иҫке казарма тип йөрөтә. Иҫке казарма урынында ҙур булмаған быуа һаҡланып ҡалған, бында аттарҙы һуғарғандар, йөҙҙөргәндәр.
Йылайыр яйлаһында һыу һәр ваҡыт дефицит була. 1775 йылда Нуғай даруғаһында Мораҙым ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта Багдашкин (Ыуары) ҡаҙна ауылы барлыҡҡа килә. Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары бер нисә татар хужалығын индерә. Бер хужалыҡ удел крәҫтиәненеке була.
21 йыл үткәс, бында тағы яһаҡ түләүсе 25 татар индерелә.
18-се быуатта юл буйында билдәле бер аралыҡта (50 саҡрым) “ямдар” – юлаусылар йорто ойошторола, уларҙа “иноверҙар” (башҡа диндәге кешеләр) , башлыса татарҙар (Ҡазан губернаһынан күсеп килеүселәр) урынлаштырыла. Шулай итеп, әлеге Ырымбур өлкәһе сиктәрендә был юл буйлап татар ауылдары барлыҡҡа килә, ошо маҡсатта уларға башҡорттар иҫәбенән ер бирелгән, һөҙөмтәлә ултыраҡ ттатарҙар һаны артҡан.
Ыуарыла ла юлаусылар йорто бар ине, уның бинаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 йыл элек янды.
Үткән быуаттың 60-сы йылдарында өйҙөң сарлағында һуңғы батша Николай II осорондағы ҡағыҙ ассигнациялар һәм Ваҡытлы хөкүмәттең керенкалары - ҡағыҙ аҡсалары һалынған тоҡто тапҡандар.
Масәлдәр төнгөлөккә ҡуныу өсөн урындағы таныштарына туҡталырға яратҡан, уларҙы “знакум” тип йөрөткәндәр. Побоище ауылында йәшәгән һәр кемдең Ыуарыла үҙ знакумы булған һәм ул быуындан-быуынға “тапшырылып”, үҙ туғандарынан да яҡыныраҡ һаналған. Нисек шулай булмаһын инде, ул заманда берҙән-бер транспорт төрө ат булған, уны ашатырға, һуғарырға һәм үҙенә лә ял итергә, тамаҡ ялғарға, ҡунаҡ булырға кәрәк...
Вознесенка баҡыр иретеү заводы юлын һаҡлаусы һалдаттар өсөн юлаусы йорто булған казарма Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылынан 12 саҡрым алыҫлыҡта - Күгәрсен районының Асияҡ утары янында була.
Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылы (беҙҙең райондың Дауыт-Ҡайып ауылы эргәһендә урынлашҡан) икенсе төрлө Ҡаҙарма тип атала. Һалдаттар торған казарма Наҡаҫ йылғаһының уң ярында, заводтарҙан Ырымбурға илткән юлда була, Кинйәбай ауылы икенсе ярҙа һуңыраҡ барлыҡҡа килә.
Казарма торған аҡланда окоп брустверҙарын күрергә мөмкин, пушка йәҙрәләре, ҡурғаш пулялары, суҡмар табылған. Күрәһең, бында батша һалдаттары менән баш күтәреүселәр араһында һуғыш булған, боронғо карталарҙа йылға Наказ тип яҙылған, был казармала ҡулға алынған пугачевсыларҙы тотҡандар һәм язаға тарттырғандар, шуға күрә йылға ошондай исем алған тигән фараз да бар.
500 йылға яҡын дәүерҙә икһеҙ-сикһеҙ Рәсәйҙең төрлө өлкәләре араһында транспорт бәйләнешен ямсылар – дәүләт крәҫтиәндәре тотоп торған, улар хәҙерге хат ташыусы, курьер, инкассатор һәм алыҫ юлға йөрөүсе водитель функцияларын башҡарған.
Ямсы хеҙмәте, рус әҙәбиәтендә күп яҡтыртылып, романтика менән һуғарылһа ла, каторгаға тиң була: ҡиммәтле йөк тейәгән ямсыға ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында, йүнле юл булған-булмаған ерҙәрҙән йөрөргә тура килә. Алып китеп барған үтә ҡиммәтле йөгө өсөн ул башы менән яуап бирә.
Ямсылар тәү сиратта күсер булып торғанлыҡтан, уларға хеҙмәт итеү өсөн аттың көслө, етеҙ, әммә шул уҡ ваҡытта талымһыҙ һәм йыуаш булыуы талап ителә һәм был талаптарға башҡорт аты - Көньяҡ Урал халыҡтарының абориген тоҡомо бик тә тап килә.
Йылайыр районындағы Үрге Казарма ауыл Бирҙәш ауыл биләмәһенә ҡарай. Оло Эйеккә ҡойған Ямашлы йылғаһы буйында, Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолдан 30 саҡрым һәм Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ тимер юл станцияһынан 88 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тораҡ пункт “Ете бөгөл”Исәт тракты участкаһын һаҡлаусы һалдаттар өсөн төҙөлә. Был тракт буйлап Стәрлетамаҡҡа алтын, баҡыр ташығандар.
Халҡы тау эше, урман кәсептәре, көршәк, эйәр-өпсөн яһау менән шөғөлләнгән. 1920 йылда 41 йортта 249, 2010 йылда 12 кеше йәшәгән.
Әнүәр КИЛСЕМБАЕВ.
Мораҡ ауылы.