

Районыбыҙҙа өс Түкәт ауылы бар: беҙҙең 1-се Түкәт, 2-сеһен хәҙер халыҡ Тирмән, 3-сөһөн Ҡыҙыл Таш ауылы тип белә.
"Беҙҙең 1-се Түкәт бөтәһе алтмышлап йорттан тора, шуның ун берендә берәү ҙә йәшәмәй. 1959 йылдарҙа башланғыс мәктәп булды һәм унда утыҙлап бала белем алды. Колхоз заманында ырҙын табағы, алтмышлап йылҡы малы, йөҙләп һауын һыйыр, сусҡа фермаһы, трактор бригадаһы, тимерлек булды.
1961 йылда “Күгәрсен” совхозы ойошторолғас, беҙҙең милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөткән “Салауат” колхозы Салауат бүлексәһе тип йөрөтөлә башланы. Түкәт бригадаһы эшсән кешеләре менән һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды. Беҙҙең бригадаға шулай уҡ Ишбирҙе (Буҫтыбай) ауылы ла инде, сөнки улар менән беҙҙе Энәк йылғаһы ғына айырып ята, клуб, мәктәп, магазин, ферма, ат һарайы, тимерлек, тракторҙар һәм комбайндар ҙа Түкәттә ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1-се Түкәт ауылының өс зыяраты ла ғүмер буйы кәртәһеҙ торҙо. Етмәһә, Сусаҡтау йылғаһы ярындағы зыярат аша ғүмер буйы ауыл көтөүе юлы булды. Совхоз төҙөлгәс, баҫыуҙарҙы ҙурайтыу маҡсатында шул ике зыяратҡа тиклем ерҙе һөрөп ҡуялар ине – малдарҙы зыярат аша көтөүлектәргә ҡыуа торғайныҡ. Башҡа юл ҡалдырмағас, сараһыҙҙан шулай килеп сыҡҡандыр инде.
Бәлки боронғо ҡәберлектәр ҙә һөрөлгәндер, уныһын аныҡ ҡына әйтеп булмай.
Сусаҡтау итәгендәге Әүлиә ҡәберлегендә, элекке имеш-мимештәр буйынса, Бәндәбикәнең апаһы Ҡуйбикә менән уның хәләл ефете (бәлки берәй улы йәки ҡыҙы) ерләнгән. Олатай-өләсәйҙәренең бәйән иткәндәрен хәтерҙәрендә ҡалдырған ҡайһы бер ауылдаштар һөйләүенсә, Ҡуйбикә Ҡаҙмаш йылғаһы буйындағы йәйләүҙә мәрхүмә булған. Үлер алдынан яҡындарына ул былай тигән: “Мине ике тал сыбығына ғына һалып, 4 һыбайлы Сусаҡтау итәгенә алып ҡайтып ерләһен. Мин һыбайлыларға бер ниндәй ҙә ауырлыҡ килтермәм, сөнки тал сыбығы ла бөгөлмәҫ, һауала осоп барғандай ғына барырмын”.
Уны үҙе әйткән ергә ерләйҙәр. Ҡәберлеге әле лә билдәле, уйылып ята. Күп тракторсылар хужалар ҡушыуы буйынса шул ерҙе һөрөргә маташҡан, әммә һөрөргә төшһәләр йә һабан төрәндәре аҡтарылған, йә тракторы һүнгән, аптырағас, совхозға өр-яңы “Т-4” (“Алтай”) тракторы алып ҡайтҡас, шуның менән һөрөргә булғандар. Тик ул яңы трактор ҙа Әүлиә ҡәберенә барып еткәс һүнә лә ҡуя икән, шунан һуң ғына ул ҡәберлекте һөрөү уйынан дүнәгәндәр.
4-се класта уҡығанда миңә Улъябай ағай менән ауыл малын көтөүлеккә ҡыуырға тура килде. Ул ваҡытта иҫкесә яҙылған ҙур, яҫы ҡәбер таштары күп кенә булып, һерәйеп ултыра торғайны. 1965 йылда булһа кәрәк, Фазылйән ағай Илмөхәмәтов шул таштарҙағы иҫке яҙыуҙарҙы уҡып, үҙенең атаһының ҡәберен табып, мал тапамаһын тип кәртәләп ҡуйғайны. Ниңәлер башҡалар был эшкә битараф ҡалды.
1921 йылда халыҡ аслыҡтан күпләп үлгәс, йылға аша сығалмағанғамы, йә ере ташһыҙ, йә ауылға яҡыныраҡ булғанғамы, мәрхүмдәрҙе Сусаҡтау йылғаһының ауыл яҡ ярына ерләгәндәр. Халыҡ ул зыяратты “Үлек яр” тип йөрөттө", - ти хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вәлиулла НУРМӨХӘМӘТОВ.