Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль , 08:40

Уҙғандарҙы барлап...

Рәфҡәт Вәлишин тарихи яҡтан бик ҡиммәтле, әһәмиәтле мәғлүмәттәр туплаған

Уҙғандарҙы барлап...Уҙғандарҙы барлап...
Уҙғандарҙы барлап...

1930 йылдың 25-26 авгусында Мораҡ районында ВКП(б)-ның 56 ағзаһы һәм 41 ағзалыҡҡа кандидат ҡатнашлығында партияның беренсе конференцияһы үтә. Район комитеты составына 21 ағза һәм 7 кандидат һайлана. Өс кешенән торған контроль һәм ревизия комиссиялары раҫлана.

 27 августа ВКП(б) район комитетының ойоштороу пленумында элек Йылайыр кантонында колхоз союзы рәйесе булып эшләгән Мөҡим Бәҙретдин улы Рәхмәтуллин яуаплы секретарь итеп һайлана. ВКП(б) район комитеты бюроһы ағзалары итеп ете кеше һайлана: М.Б. Рәхмәтуллин, Н.С. Оглобличев, М.В. Ханнанов, В.Г. Воронин, Н.Л. Свободин, Д.Ф. Рөстәмов, Г.П. Фролов, кандидаттар - А.Мостафина, Р.Ҡотлобаев һәм И.Бражников.

  Район комитетының бүлек мөдирҙәре раҫлана: ойоштороу-инструкторлыҡ бүлегенә Г.П. Фролов, мәҙәни-пропаганда бүлегенә - М.Кәримский, ҡатын-ҡыҙҙар секторына - А.Мостафина, техник секретарь - Э.Дембицкая. Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының район комиссияһы рәйесе итеп В.Х. Дәүләтшин тәғәйенләнә.

 30 йылдың сентябрендә район Советының беренсе съезында район Советы башҡарма комитеты һайлана. Уның рәйесе итеп быға тиклем Йылайыр кантоны башҡарма комитетының административ бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған Никонор Оглобличев, урынбаҫары итеп Мөхәмәт Ханнанов тәғәйенләнә.

 Районда административ-территориаль идара итеү органдары формалаша башлай. Колхоз союзы идараһы рәйесе итеп Илья Бражников, район ауыл хужалығы банкы идараһы рәйесе итеп Фәтхи Ваһапов, район ҡулланыусылар союзы рәйесе итеп Дәүләт Рөстәмов, Мораҡ почта бүлексәһе мөдире итеп Тимофей Нуйсков тәҡдим ителә.

 1 сентябрҙә Башглавсуд ҡарары менән район прокуроры итеп Михаил Полозков (Аҡъярҙан бишенсе участка халыҡ судьяһы), халыҡ судьяһы итеп Василий Коновалов (Пугачев исемендәге колхоз баҫыусыһы, Подгорный ауыл хужалығы кредит ширҡәте идараһы ағзаһы) ҡуйыла.

 Бөрйән волисполкомы рәйесе булып эшләгән Вәли Усманов 1931 йылда Дәүләт банкының район бүлексәһе ойошторолғандан һуң идарасы итеп тәғәйенләнә.

 Район башҡарма комитеты аппараты формалаша. Финанс бүлегенә мөдир итеп Василий Савинов, план-статистикаға - Михаил Захаров, Эске эштәр бүлегенә Тажетдин Әлмөхәмәтов, ер буйынса Мөхтәр Ханнанов тәғәйенләнә. Район агрономы вазифаһын Георгий Ярош биләй, район мәғариф бүлеге инспекторҙары итеп Г.Серазитдинов һәм Е. Нуйскова тәғәйенләнә.

 1931 йылдың 16 декабрендә ВКП(б)-ның Мораҡ район комитеты бюроһы ҡарары менән район Советы башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге булдырыла, мөдир вазифаһына Мораҡ ауылының крәҫтиән йәштәре мәктәбен етәкләгән Наталья Стахеева раҫлана. Хисам Ғөбәйҙуллин һәм Роман Иванов инструкторҙар була.

 1930 йылдың 17 сентябрендә Мораҡ район комсомол конференцияһы үткәрелә, ВЛКСМ район комитетының ойоштороу пленумында Василий Воронин яуаплы (беренсе) секретарь һәм бюро ағзаһы итеп һайлана. Унан тыш бюро составына райондың мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире Мөхәмәт Әбүбәкиров, балалар коммунистик ойошмаһының район бюроһы рәйесе Гавриил Иванов, район Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Максим Пчелинцев, район мәғариф бүлеге инспекторы Ғүмәр Мәсәғүтов, Мораҡ элемтә бүлексәһе телефонисы Анна Ильчинова, беренсе баҫҡыс Мораҡ башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы Хәсән Рөстәмов инә. Гәзит бүлеге мөдире Василий Быков һәм Мораҡ ауыл хужалығы магазины мөдире Хәй Абдуллин ВЛКСМ-дың район комитеты бюроһы ағзалығына кандидаттар булып тора. Василий Воронин Нижегородка губернаһында тыуған, республикаға ВЛКСМ Үҙәк комитеты путевкаһы буйынса килә.

 

ЙОМАҒУЖА РАЙОНЫ ШУЛАЙ БАРЛЫҠҠА КИЛӘ

 1935 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты 56 райондан торған республиканың яңы район селтәрен раҫлай, Мораҡ районы Күгәрсен районы тип үҙгәртелә һәм Йомағужа районы барлыҡҡа килә. Уға Күгәрсен районы биләмәһенең  11 ауыл Советынан (Йомағужа, Гавриловка, Әлмәс, Ибрай, Подгорный, Теләүембәт, Ҡалдар, Волостновка, Воскресенка, Ялсы, Бикҡужа) торған бер өлөшө һәм Мәләүез районының дүрт ауыл Советы (Аптраҡ, Әбет, Һарыш, Һыртлан) инә.  

 1935 йылдың 2 мартында Йомағужа районының беренсе партия конференцияһы үтә. Район комитеты составына 17 ағза һәм ағзалыҡҡа 5 кандидат һайлана, ике ағзанан торған ревизия комиссияһы раҫлана. ВКП(б)-ның район комитетының ойоштороу пленумында яуаплы (беренсе) секретарь итеп элек ВКП(б)-ның Архангель район комитетында яуаплы секретарь булып эшләгән Алексей Петрович Глазов һайлана. ВКП(б)-ның район комитеты бюроһы ағзалары - А.П. Глазов, С.Х. Ғәбйәлилов, К.А. Усманов, Илькин, Г.Тайсынов, кандидаттар - Исҡужин, Б.С. Манаков, ревкомиссия рәйесе А.П. Горбунов.

 Район Советы башҡарма комитеты ойошторола. Быға тиклем Топорнин (Кушнаренко) район башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Усманов Камил Абдрахман улы рәйес итеп раҫлана.

 Финанс бүлегенә А.Н. Горбунов, ер буйынса - М.Р. Ахунов, һаулыҡ һаҡлау буйынса М.Л. Новикова, юл буйынса С.Р. Бакеев мөдир итеп ҡуйыла. Башпрокуратураның өлкән тәфтишсеһе Низаметдин Фәсхетдинов прокурор итеп тәғәйенләнә.

 14 мартта Йомағужа район комсомолының беренсе конференцияһы үткәрелә. Булат Садиҡ улы Манаков райондың йәштәр етәксеһе итеп һайлана.

 Йомағужа районы барлыҡҡа килеү менән бәйле, Күгәрсен районы үҙәге ситтә ҡала. Шуға күрә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты район үҙәген Мораҡ ауылынан Күгәрсен ауылына күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә.

  1935 йылдың 21 февралендә ВКП(б)-ның Күгәрсен район комитеты бюроһы, район үҙәге мәсьәләһен ҡарағандан һуң, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән ризалашмай һәм дәлилдәр килтерә: а) Күгәрсен ауылы Эйек йылғаһы ағымы буйлап һул яҡта, Мораҡ-Һарыҡташ йөк әйләнеше юлынан (ул Эйек йылғаһының уң ярынан үтә) ситтә урынлашҡан;  б) Күгәрсен ауылы райондың үҙәгендә түгел, сөнки һуңғы колхозға тиклем көньяҡта 15 саҡрым, төньяҡ-көнсығышта 40 һәм төньяҡта 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан; в) Күгәрсен ауылының һыуы юҡ, эргәлә аҡҡан йылға халыҡты һыу менән яҙғы һәм көҙгө айҙарҙа ғына тәьмин итә, йәй ҡорой, ә ҡыш туңа, үҙәкте Күгәрсенгә күсереү халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ.

 Ошо факттар нигеҙендә партияның район комитеты ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетынан Күгәрсен районы резиденцияһы мәсьәләһен ҡайтанан ҡарауҙы һорай һәм район үҙәге итеп Иҫке Исем ауылын раҫлауҙы талап итә, ул район территорияһы үҙәгендә, Эйек йылғаһының уң ярында һәм ҙур Мораҡ-Һарыҡташ юлында урынлашҡан. Артабан район үҙәген Мораҡ ауылынан күсереү тураһында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары тормошҡа ашырылмай ҡала.

 1946 йылдың 23 сентябрендә Йомағужа район Советы башҡарма комитеты БАССР Юғары Советына Йомағужа районын Хоҙайбирҙин районы тип үҙгәртеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Мөрәжәғәт ҡәнәғәтләндерелмәй.

 1952 йылдың 29 майында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән республика составында ике өлкә - Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәләре ойошторола, улар 1953 йылдың 30 апрелендә бөтөрөлә. Стәрлетамаҡҡа өс ҡала һәм 25 район, шул иҫәптән Күгәрсен һәм Йомағужа райондары инә.

 КПСС Үҙәк комитетының ноябрь (1962 йыл) пленумы һәм КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының декабрь (1962 йыл) пленумы ҡарарҙарына ярашлы, республиканың партия, совет, хужалыҡ органдарын һәм йәмәғәт ойошмаларын ҙурайтыу юлы менән үҙгәртеп ҡороу үткәрелә, 56 ауыл районы урынына 24 производство колхоз-совхоз идаралығы, 24 партия комитеты һәм Нуриман сәнәғәт-производство идаралығы һәм партия комитеты ойошторола. Күгәрсен районы Ейәнсура производство колхоз-совхоз идаралығына инә.

 КПСС Үҙәк комитетының пленумы (1964 йыл) 1962 йылдың ноябрь пленумы ҡарарын хаталы һәм нигеҙһеҙ тип таный. КПСС-тың РСФСР буйынса Үҙәк комитеты бюроһының 1965 йылдың 11 ғинуарындағы “Производство колхоз-совхоз идаралыҡтарының партия комитеттарын үҙгәртеп ҡороу һәм Башҡорт АССР-ында яңы райондар булдырыу тураһында”ғы һәм КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһының 1965 йылдың 19 ғинуарындағы ҡарарҙарына ярашлы, республикала партияның район комитеттары тергеҙелә һәм 48 ауыл районы, шул иҫәптән Күгәрсен районы тергеҙелә.

***

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәрҙең исемдәре һәм аталарының исемдәре билдәһеҙ

Рәфҡәт ВӘЛИШИН, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

(Дауамы).

 

Автор:
Читайте нас