Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль , 08:30

Тарихыбыҙҙы ваҡыт саңы күммәһен

Нуҡай мәктәбе тарихы (аҙағы). Уның хеҙмәт кенәгәһендә “Нуҡай мәктәбендә 40 йыл эшләгән” тигән яҙыу тора.

Тарихыбыҙҙы ваҡыт саңы күммәһенТарихыбыҙҙы ваҡыт саңы күммәһен
Тарихыбыҙҙы ваҡыт саңы күммәһен

Хәсәнов Сулпан Заһир улы Сапыҡ ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. Сулпан Заһир улы был фәндәрҙе төплө белеүе менән айырылып торҙо, уның уҡыусылары олимпиадаларҙан маҡтау грамоталары алмайынса ҡайтманы. Мәктәптә, клубта, район смотр-конкурстарында баянда уйнаны.

 Һатлыҡова Сәғиҙә Ғәлләметдин ҡыҙы Мораҡ педагогия училищеһын тамамлай, 1938 йылда Нуҡай мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1953 йылда киске йәштәр мәктәбендә уҡыта, интернат асылғас, оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй. Тырыш хеҙмәте район мәғариф бүлегенең рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары менән билдәләнә. Күп тапҡырҙар ауыл Советы депутаты булып һайлана. Уның хеҙмәт кенәгәһендә “Нуҡай мәктәбендә 40 йыл эшләгән” тигән яҙыу тора.

 Байгилдина Фәниә Мәхәмәт ҡыҙы Тәүәкән 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлай, һуңынан Салауат педагогия училищеһында белем ала. Йүнәлтмә буйынса Нуҡай мәктәбенә эшкә килә һәм башланғыс кластарҙа уҡыта. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында ситтән тороп белем ала. 40 йыл математиканан уҡыта.

 Итҡолова Тәүилә Насип ҡыҙы Ибрай (Аҡман) ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Мораҡ педагогия училищеһында белем ала. 1950 йылда йүнәлтмә буйынса килеп, Нуҡай мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларын уҡыта. Беренсе хәрефте танытҡан, яҙырға өйрәткән тәүге уҡытыусылары Тәүилә Насип ҡыҙын күптәр хөрмәт менән иҫкә ала.

 

 Дауытова Рабиға Дамир ҡыҙы Нуҡай ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Салауат педагогия училищеһын тамамлай. 1978 йылда башланғыс класс уҡыусыларын уҡыта башлай. Тырыш, белемгә ынтылыусан педагогҡа башҡорт теле дәрестәрен ышанып тапшыралар. Рабиға Дамир ҡыҙы “Тормош һабаҡтары”нан, хеҙмәт, йыр дәрестәренән уҡыта, баянда уйнап, үҙе моңло йырлап, балаларға матур йырҙар өйрәтә.

 Мортазин Булат Сәғәҙәт улы 1927 йылда Һатлыҡ ауылында тыуа. Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң ике йыл Баймаҡ районының Темәс ауылында уҡыта. Өфө дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм Сермән балалар йортонда директор булып эшләй. 1959 йылда Сирбай ауылында бер аҙ уҡытҡас, Нуҡай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ул директор булған йылдарҙа мәктәп ремонтлана, интернат төҙөлә, мәктәп өсөн “ЗИС-5” машинаһы алына. Булат Сәғәҙәт улы хаҡлы ялға сыҡҡансы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

 Мортазина Динә Фәтхи ҡыҙы Бүздәк районының Сабай ауылында тыуа. Ҡыйғы районының Абзай мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институтты тамамлағас, Белорет районының Сермән балалар йортонда директор ярҙамсыһы булып эшләй. Тормош иптәше Булат Сәғәҙәт улы менән Нуҡай мәктәбендә эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

 Булатов Сәғит Рәхмәт улы Нуҡай ауылында тыуып үҫә. 1947 йылда Нуҡай мәктәбен тамамлағандан һуң 1950 йылға тиклем колхозда эшләй. 1951 йылда Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. 1955-1961 йылдарҙа 2-се Дәүләтҡол ауылында башланғыс кластарҙы уҡыта. 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡырға инә. 1965 йылда филология факультетын тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын ала. 1961 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, математиканан белем бирә.

 Булатова Рәйсә Зөлҡәрнәй ҡыҙы Мәҡсүт мәктәбен тамамлай. Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Йүнәлтмә буйынса килеп, Нуҡай мәктәбендә башланғыс класс балаларын уҡыта. Ул 35 йыллыҡ педагогик стажға эйә.

 Рафиҡов Рәхимйән Мәхийән улы ауыл мәктәбендә 7-се класты тамамлағандан һуң Темәс педагогия училищеһена уҡырға инә. Педучилищены Мораҡта тамамлай. 18 йәшлек егет йүнәлтмә буйынса Түкәт башланғыс мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1951 йылда армияға алына, Алыҫ Көнсығышта 4 йыл хеҙмәт итә. 1956-1961 йылдарҙа Сәйетҡол балалар йортонда уҡытыусы, тәрбиәсе булып эшләй. 1970-1975 йылдарҙа Нуҡай 8 йыллыҡ мәктәбендә география фәненән уҡыта. Оҫта етәксе булараҡ, күп йылдар (1961-1970, 1975-1985 й.й) “Салауат” бүлексәһен етәкләй.

 Илешев Әхмәтдин Фазыл улы (08.11.1930 – 14.09.2009) (фото бар)

 Илешевтар ғаиләһе өсөн балаларҙы уҡытып-тәрбиәләү ҙур бәхеткә һаналған. Сөнки Әхмәтдин Фазыл улының ата-бабалары – уҡытыусылар, дөйөм стаждары - 210 йыл.

 Ул 1930 йылдың 8 ноябрендә Түбәнге Сирбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ете бала араһынан тап Әхмәтдин уҡытыусылыҡты һайлай. Һуғыш йылдарында тиҫтерҙәре менән Шверник исемендәге колхозда эшләй. Ете класты тамамлағас, Мораҡ башҡорт педагогия училищеһына  уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Айһай-Мөрсәләй ауылына эшкә ебәрелә. Әлмәс ауылында математиканан уҡытып йөрөгәндә (1953-1954 йылдарҙа) Нуҡай мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Йәш ғаилә ике балаһы менән беҙҙең ауылға күсеп килә. Ауыл балаларын математиканан ғына уҡытып ҡалмай ул, ауыл халҡына яңы тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итә: үҙешмәкәр түңәрәктәр ойоштора, политзанятиелар үткәрә. Мәктәп баҡсаһына тәүгеләрҙән булып емеш-еләк ағастары, тирәк ултырталар. Аҙаҡ бейек булып үҫеп киткән был ағастарҙы Илешев тирәктәре тип йөрөтәләр.

 Итҡолов Ғибаҙулла Мәхәмәт улы Нуҡай ауылында тыуып үҫә. Ауыл мәктәбендә белем алғандан һуң Мораҡ педагогия училищеһын тамамлай. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, 1962 йылда “тарих уҡытыусыһы” тигән диплом ала. 1950 йылдан алып Нуҡай мәктәбендә тарих, география дәрестәрен уҡыта. Уның хеҙмәт стажы – 42 йыл. Эшләгән дәүерҙә директор вазифаһын атҡара, 1969-1971 йылдарҙа Салауат исемендәге бүлексәлә управляющий булып эшләй, күп тапҡыр депутат булып һайлана, оҙаҡ йылдар бүлексәнең партком секретары була. 1964-1991 йылдарҙа Коммунистар партияһы һәм мәғариф  хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты ағзаһы була.

 Бакирова Миңлегөл Ғәзиз ҡыҙы Ибрай ауылында тыуа. 1950 йылда Мораҡ педагогия училищеһын тамамлай. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем алып, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын ала. Хеҙмәт юлын Үрге Бикҡужала рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1953 йылда йүнәлтмә буйынса Нуҡай мәктәбенә эшкә килә. Күп тапҡырҙар депутат булып һайлана. Дөйөм эш стажы – 38 йыл.

Наградалары – “Еңеүгә 30 йыл”, “Еңеүгә 50 йыл”, II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалы, маҡтау грамотаһылары.

(Аҙағы).

 Миңзифа КӨҪӘПОВА,

Наилә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Нуҡай ауылы.

Фотолар шәхси архивтарҙан алынды.

 

Автор:
Читайте нас