

1931 йылдың 16 декабрендә ВКП(б)-ның Мораҡ район комитеты бюроһы ҡарары менән район халыҡ мәғарифы бүлеге ойошторола. Стахеева Наталья Васильевна мөдир вазифаһына раҫлана.
Ул 1891 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙенә ҡараған Яңы Троицк ауылында (хәҙерге Мишкә районы) ете балалы ҙур крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның әсәһе тегенсе була. Атаһы тыуған ауылында хат ташыусы булып эшләй. Ата-әсәһен иртә юғалта: атаһы 1906 йылда, әсәһе 1918 йылда вафат була. Уҡытыусы булған өләсәһе һәм өлкән апаһы ярҙамында педагогик белем ала.
Бөрө ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлағандан һуң (унда ул 1902 йылдан уҡый) хеҙмәт юлын 1910 йылда Бөрө өйәҙенең Үрге Урман мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1920 йылда РКП(б) ағзалары сафына баҫа. Шул уҡ йылда РКП(б)-ның Бөрө өйәҙ комитетына информатор булып эшкә саҡырыла, һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге мөдире, РКП(б)-ның Бөрө ҡала комитеты секретары вазифаларын башҡара.
1921 йылда Наталья Васильевна Бөрө совет-партия мәктәбен етәкләй. 1923-1925 йылдарҙа Мәскәүҙә Н.К. Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң Йылайыр кантонында уҡытыусы, икенсе баҫҡыс мәктәп мөдире, кантон халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй.
1930 йылда, республиканың кантон административ - территориаль бүленешен бөтөрөү һәм Мораҡ районы барлыҡҡа килеү менән бәйле, Н.В. Стахеева Мораҡ ауылына крәҫтиән йәштәре мәктәбе мөдире итеп ебәрелә. Район Советы башҡарма комитетының район мәғариф бүлеге ойошторолғандан һуң уның мөдире итеп күрһәтелә.
Был вазифала оҙаҡ эшләмәй. 1932 йылдың авгусында райондың эшсе-крәҫтиән инспекцияһының контроль комиссияһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1933 йылдың июнендә Өфөгә С.М. Буденный исемендәге балалар хеҙмәт колонияһына уҡытыу мөдире итеп күсерелә. Шул уҡ йылдың ноябренән Краснокама районында “Касев МТС-ы”ның сәйәси бүлеге начальнигы ярҙамсыһы булып эшләй. 1937 йылда Николо-Березовка мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә, ә 1944-1945 йылдарҙа “Касев МТС-ы”ның беренсел партия ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләнә.
Архив документтарына ҡарағанда, артабан, күрәһең, Н.В. Стахеева яуаплы хужалыҡ һәм педагогик эшкә тәҡдим ителмәй.
***
Артабанғы йылдарҙа район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдирҙәре булып эшләйҙәр: Василий Семенович Брысьев (15.08.1932 - 21.04.1935), Хәсән Фәттәх улыРөстәмов (21.04.1935 - 11.10.1935), Василий Семенович Кочков (11.12.1935 - 11.1937), Иван Федорович Ельцов (01.04.1938 - 17.02.1943), Степан Григорьевич Жосан (17.02.1943 - 31.10.1943), Роман Григорьевич Иванов (18.01.1944 - 05.02.1947), Виталий Федорович Баталин (05.02.1947 - 19.09.1947), Ғәли Ғәлиулла улы Иҫәнбәков (19.09.1947 - 01.10.1948), Абдулла Тажи улы Ғөбәйҙуллин (01.10.1948 - 15.01.1955), Вәсим Әхмәт улы Хәмиҙуллин (05.02.1955 - ?)
МӘҘӘНИӘТ
Халыҡтың мәҙәни һәм мәғариф кимәлен күтәреү, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, үҫеп килгән быуынды эстетик тәрбиәләү йәмғиәттең мөһим бурысы булып тора. Был йәһәттән театрҙар, клубтар, китапханалар, музейҙар һәм башҡа мәҙәни-ағартыу учреждениеларының роле ҙур. 1930 йылда республикала берҙәм китапхана селтәрен ойоштороуға тотоналар, Үҙәк ғилми китапханаға СССР-ҙа нәшер ителгән китаптарҙың мотлаҡ данаһын алыу беркетелә. Китап фондын әҙәбиәт менән тулыландырыуға, уҡыусылар контингентын арттырыуға айырыуса ҙур әһәмиәт бирелә. 1933 йылда Башсовнарком мәҙәни-ағартыу учреждениеларын: клубтарҙы, китапханаларҙы, уҡыу йорттарын, ҡыҙыл мөйөштәрҙе һ. б. мотлаҡ теркәүҙе индерә.
Китапхана эшен артабан камиллаштырыу маҡсатында 1934 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты Башнарком ҡарамағындағы китапхана эше буйынса совет ойоштороу һәм халыҡ мәғарифы бүлектәрендә китапхана инспекторҙарын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
1936 йылда район 16 китапхана эшләй, китап фонды башҡорт, рус һәм башҡа телдәрҙә 10493 дана китаптан тора. Уҡыусылар контингентын 2492 кеше тәшкил итә. Әҙәбиәт Башҡортостан китап, Мәскәү нәшриәттәренән һәм район ҡулланыусылар союзы аша килә.
10 клуб, 40 ҡыҙыл мөйөш эшләй, ике күсмә кино хеҙмәте була, уларҙың береһе район үҙәген, икенсеһе колхоздарҙы хеҙмәтләндерә.
1940 йылға районда 72 мәҙәни- ағартыу учреждениеһы, шул иҫәптән район һәм ауыл китапханалары, 15 уҡыу избаһы, 22 колхоз клубы, 32 ҡыҙыл мөйөш була.
Мәҙәниәт өлкәһендә 39 кеше эшләй. Уларҙың күбеһенең белем кимәле түбән һанала: 20 кеше башланғыс мәктәпте тамамлай, ә бишәүһе өс класс белемгә эйә була.
1939 йылда мәҙәниәт-ағартыу учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тарафынан 259 спектакль ойошторола, унда 19579 тамашасы ҡатнаша, 25238 үҙешмәкәр ҡатнашлығында 2110 тамаша була.
***
1931 йылдан башҡорт телендә “Ударник” исемле район гәзите сыға башлай, уның мөхәррире итеп беренсе баҫҡыс Мораҡ мәктәбе уҡытыусыһы Хисам Ямалый улы Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнә. Гәзит редакцияһы аҙнаһына ике тапҡыр радиогазеталар сығарыуҙы ойоштора.
1932 йылдың 22 авгусында ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретариаты, ВКП(б)-ның Мораҡ район комитетының район гәзитен рус телендә сығарыу тураһындағы үтенесен ҡарағандан һуң, муниципалитет шарттарын иҫәпкә алып, гәзитте рус телендә 3000 дана тираж менән сығарырға рөхсәт итеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ул “Коммуна Байрағы” исеме аҫтында сыға башлай, мөхәррире итеп Ибни Мәмлиев раҫлана.
1940 йылда районда ике телдәге 1600 дана “районка” һәм 5410 дана үҙәк һәм республика гәзит-журналы таратыла.
Халыҡты радиофикациялау һәм кино хеҙмәте менән тәьмин итеү мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә. 1940 йылда районда 358 радионөктәле радиоузел эшләй, шул иҫәптә - 210-ы - район үҙәгендә, 12 эфир радиотапшырыу ҡоролмаһы, колхоздарҙы хеҙмәтләндереү буйынса бер күсмә радиоүткәргес. Мораҡ ауылында киносеанстар стационар ҡоролмала күрһәтелә, автотауышлы бер һәм тауышһыҙ ике күсмә ҡоролма хужалыҡтарҙы хеҙмәтләндерә.
Һуғыш йылдарында мәҙәни-ағартыу учреждениелары эше һүлпәнәйә, 26 клубтың өсәүһе генә эшләй, ә 17 уҡыу избаһының дүртәүһенең генә үҙ бинаһы була.
Ҡағыҙ етешмәү сәбәпле, “Коммуна Байрағы” гәзите 1944 йылға тиклем 1700 дана, ә 1944 йылдан 1000 дана тираж менән сыға. “Знамя Коммуны” гәзите 1943 йылға тиклем 3000 дана, ә 1943 йылдан 1750 дана тираж менән сыға.
***
1948 йылда Яңы Петровка, Мәҡсүт, Юлдыбай һәм Санъяп ауыл Советтарында элек ябыҡ булған клубтар тергеҙелә. “Икенсе биш йыллыҡ”, М.Ғафури исемендәге, “Ҡыҙыл Көнсығыш” колхоздарында мәҙәниәт усаҡтары яңынан асыла.
1951 йылда район мәҙәниәт йорто, район һәм өс ауыл китапханаһы, туғыҙ ауыл клубы һәм һигеҙ уҡыу избаһы эшләй. Уларҙың бер генә хеҙмәткәре юғары белемле, етәүһе урта махсус белемле була. Бер йыл эсендә китапханалар 4280 уҡыусыны хеҙмәтләндерә һәм уларға 41500 дана китап бирә.
Күп кенә тораҡ пункттарҙа, бигерәк тә алыҫ ятҡан ауылдарҙа, клубтар булмай, кинофильмдар һирәк күрһәтелә.
1959 йылда бөтәһе 27 ауылда кино хеҙмәтләндереүе була, киноаппарат һәм мотор будкалары булмау сәбәпле, 12 клубта кино күрһәтеү тыйыла. 1960 йылда 191 тораҡ пункттың 32-һендә генә күрһәтелә.
Хужалыҡтарҙа мәҙәниәт учреждениелары төҙөү менән аҙ шөғөлләнәләр. Арҙат, Ибраһим, Яңы Хвалын ауылдарында клубтар булмай.
1950-1970 йылдарҙа учреждениеларҙың матди базаһын нығытыу һәм эшен камиллаштырыу буйынса саралар күрелә. 1968-1970 йылдарҙа ғына 1830 урынлыҡ 12 клуб төҙөлә, Мораҡ ауылында музыка мәктәбе асыла.
1970 йылда халыҡты 102 мәҙәниәт учреждениеһы, шул иҫәптән 29 ауыл китапханаһы, хеҙмәтләндерә. Дөйөм китап фонды 218262 дана тәшкил итә.
Мәҙәниәт өлкәһендәге 78 хеҙмәткәрҙең 15-е махсус белемле, 50-һе урта белемле була. 86 стационар һәм күсмә киноҡоролма эшләй. Әммә тағы ла 20 ауылды кино селтәре хеҙмәтләндермәй.
1971-1975 йылдарҙа район үҙәгендә типовой мәҙәниәт йорто, ауылдарҙа дүрт колхоз клубы төҙөлә.
1976 йылда Хоҙайбирҙин ауылында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙинға арналған музей асыла. Артабанғы йылдарҙа музейҙар Мораҡ 1-се һәм Йомағужа урта мәктәптәрендә барлыҡҡа килә.
1978-1980 йылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы яҡшыра. Был осорҙа өс китапхана, ике клуб файҙаланыуға тапшырыла, 75000 китапҡа иҫәпләнгән район китапханаһы төҙөлә.
Китап фонды арта һәм район буйынса 500 000 данаға етә. Әммә мәҙәниәт учреждениеларының рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү мөмкинлектәре тулы көсөнә файҙаланылмай. Был уларҙың квалификациялы кадрҙар менән етерлек тәьмин ителмәүе менән аңлатыла: 142 хеҙмәткәрҙең 36-һы, йәғни 20,5 проценты ғына тейешле белемгә эйә була. Нуҡай, Подгорный, Воскресенск, Сирбай, Санъяп ауыл клубтарында мәҙәни-масса эше насар алып барыла. 31 тораҡ пункт халҡы кино ҡарау мөмкинлегенән мәхрүм ителә. Был эш менән “Искра”, “Исем”, “Күгәрсен” совхоздарында ҡәнәғәтләнерлек шөғөлләнмәйҙәр. 1988-1990 йылдарҙа һәр дүртенсе клуб, һәр өсөнсө китапхана иҫке хәлдә була, ә
19 тораҡ пунктта мәҙәниәт усаҡтары бөтөнләй булмай.
Рәфҡәт ВӘЛИШИН, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
(Дауамы).