Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль , 08:10

Нуҡай мәктәбе тарихы

Нуҡай мәктәбе тарихы

Нуҡай мәктәбе тарихыНуҡай мәктәбе тарихы
Нуҡай мәктәбе тарихы

 Хәҙерге Күгәрсен районы территорияһындағы Ҡыҙыл мәсет (Мораҡ), Аҡман (Ибрай), Бикбулат, Төпсән, Өмөтбай (Ибраһим), Юлдыбай, Нуҡай, Күгәрсен, Ыуары, Мәҡсүт ауылдарында һәм башҡа ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа иман йорттары 400 йыл самаһы элек төҙөлгән булған. Этнограф С.Г. Рыбаков яҙыуынса, ХIХ быуаттың аҙағында башҡорт ауылдарында мәсеттәр һәм башланғыс мәктәптәр була.

 1913-1915 йылдарҙа Ырымбур губернаһына ингән хәҙерге Күгәрсен районы ерҙәрендә 436 мәктәп-мәҙрәсә булған (Б.Х.Юлдашев, 224-се бит).

 Нуҡайҙа революцияға тиклем мулла Мөхәммәтшафиҡ Суҡбаев төҙөгән мәҙрәсәне мәктәп итәләр. 1936 йылдар тирәһендә комсомолдар манараһын ҡолатҡас, мәсет ликбезға әйләндерелә (уны уҙған быуаттың 50-се йылдарында Арбайылға аръяғындағы ҙур мәктәпкә төкөтмә итеп күсерәләр). Директоры Әхмәтшин Әхмәтдин була. Һуңынан уның эшен Күгәрсен ауылынан Хәлитов Яхъя дауам итә.

 30-сы йылдарҙа Ефкиев Усман директор, ҡатыны Ғәйшә уҡытыусы була. 1933 йылдарҙа Шафиҡова Мөнирә  балаларға белем бирә. 1935-1938 йылдарҙа балаларҙы Әлибаев Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы, 1939 йылдан алып һуғышҡа киткәнсе Байғүбәков Ғәни Йәләлетдин улы уҡыта.

 1941 йылда Нуҡай ауылында ете йыллыҡ мәктәп асыла, директоры - Сапыҡ ауылынан Хәйбуллин Әхәт Хәбир улы.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ғәйнуллина Маһираның директор булып эшләүе билдәле.

 1945-1950 йылдарҙа мәктәпте Мораҙым ауылынан Хоҙайғолов Зәбих Сәғит улы етәкләй. Унан һуң 1954 йылға тиклем Илешев Әхмәтдин Фазыл улы директор була. Ул сығышы менән Түбәнге Сирбай ауылынан. 1955-1956 йылдарҙа был вазифаны Мортазин Булат Сәғәҙәт улы атҡара.

 1956 йылда Хөкүмәттең “7 йәштән 15-16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн һигеҙ йыллыҡ дөйөм белем биреүҙе индереү тураһында” тигән ҡарары сыға. Беҙҙең райондың белем усаҡтарында 8 йыллыҡ белем биреүгә күсеү 1963 йылдарҙа тамамлана. Был программаны нығытыу өсөн 1961-1965 йылдарҙа мәктәптәр, интернаттар төҙөлә.

 1954 йылдың сентябрендә Нуҡайҙа ла интернат барлыҡҡа килә. Унда Түкәт, Буҫтыбай, Тирмән, Ҡыҙылташ ауылдарынан килгән уҡыусылар ятып уҡый. Ауыл балаларын уҡыуға, тәртипкә өйрәтеп, ашау-йоҡлауҙарын ҡайғыртыусы тәрбиәселәр: Сатлыкова Сәғиҙә Ғәлләметдин ҡыҙы, Рафиҡова Миңсара Лотфулла ҡыҙы, Әҙәмов Ҡәләмбай Фәйзрахман улы, Рафиҡов Рәхимйән Мәхийән улы, Мырҙабулатов Ғарифйән Әһелулла улы, Көҫәпова Миңзифа Зәйнулла ҡыҙы.

 Оҙаҡ йылдар Нуҡай 8 йыллыҡ мәктәбен Булатов Миңнәхмәт Вәлиәхмәт улы, Мортазин Булат Сәғәҙәт улы етәкләй. Итҡолов Ғибаҙулла Мәхәмәт улы, Дәүләтбирҙин Миңнитдин Тажи улы, Уразаев Азат Салауат улы, Ҡарабаев Әмерйән Сәлимйән улы төрлө йылдарҙа директор була.

 Архив документтары буйынса, 1956 йылдарҙан алып мәктәптә Мортазин Булат Сәғәҙәт улы, Булатов Миңнәхмәт Вәлиәхмәт улы, Итҡолов Ғибаҙулла Мәхәмәт улы, Бакирова Миңлегөл Ғәзиз ҡыҙы, Мортазина Динә Фәтхи ҡыҙы, Итҡолова Тәүилә Насип ҡыҙы, Сатлыкова Сәғиҙә Ғәлләметдин ҡыҙы, Илешев Әхмәтдин Фазыл улы, Булатов Сәғит Рәхмәт улы, Бикҡолов Шәрифулла Вәлиулла улы, Бикҡолова Нәфисә Ғәлләм ҡыҙы, Рафиҡов Миңлеғәле Кинйәғәле улы, Рафиҡов Рәхимйән Мәхийән улы, Аҡбирҙин Әнеүәр Лоҡман улы, Уразбаева Мәрйәм Ахун ҡыҙы, Моратова Гөлшат Йыһангир ҡыҙы, Төхвәтуллина З.Р., Рөстәмова Хәлимә Хәйҙәр ҡыҙы, Хәсәнов Сулпан Заһир улы, Булатова Рәйсә Зөлҡәрнәй ҡыҙы, Булатова Роза Абдулла ҡыҙы, Псәнчина Гөлнур Сәхәүетдин ҡыҙы, Дауытова Рабиға Дамир ҡыҙы, Байгилдина Фәниә Мөхәммәт ҡыҙы эшләй.

 Төрлө йылдарҙа Нуҡай мәктәбендә уҡытып киткәндәр: Буранбаева Флүрә Рамаҙан ҡыҙы, Булатова Фәрҙиә Бикмөхәмәт ҡыҙы, Байморатов Хәләф Ғизелхаҡ улы, Дәүләтбирҙина Хәлиҙә Солтан ҡыҙы, Байғүбәкова Миңлегөл Рәшит ҡыҙы, Киленбаева Әлфиә Фазыл ҡыҙы, Солтаншина Тәзкирә Ғәйзулла ҡыҙы, Байгилдина Фирҙәүес Рәис ҡыҙы, Аҫылбаева Наилә Мөхәмәт ҡыҙы, Байгилдина Рәмзиә Сәйфетдин ҡыҙы, Йомағолова Зилә Миҙхәт ҡыҙы, Миңлебаева Рәзилә Миңлеғариф ҡыҙы, Аҡкүбәков Рәүф Ҡаһарман улы, Ҡарабаева Гөлшат Сәлимгәрәй ҡыҙы, Һабашева Гөлназ Зөлфәҡәр ҡыҙы, Әҙелғужин Хәниф Ғилмулла улы, Вәлишина Гөлгөнә Миһран ҡыҙы, Ишдәүләтова Әминә Йәғәфәр ҡыҙы, Ҡарабаева Гөлзифа Әмерйән ҡыҙы, Йәнбәтова Рәмилә.

 1980 йылдарға тиклем мәктәптә хужалыҡ мөдире, ябай тел менән әйткәндә - завхоздар штаты була, улар мәктәп атын ҡарай, бесән әҙерләй, интернатҡа магазиндарҙан кәрәк-яраҡ килтерә. Мәктәп, интернат утын менән йылытылған осорҙа ат ҙур ярҙамсы көс булып тора. Дауытов Марат Абдулла улы, Суҡбаев Кәрим Хәйерлебара улы, Әхмәров Вәхит Ғарифйән улы завхоз эшен башҡара.

 Мәүлетова Мәғрифә Фәйсхан ҡыҙы, Рафиҡова Фәриҙә Закир ҡыҙы, Әхмәрова Зәйтүнә Закир ҡыҙы, Ҡарабаева Миңлегөл Ғәлләметдин ҡыҙы интернатта оҙаҡ йылдар ашнаҡсы, кер йыуыусы булып эшләй. Салауатова Сәлимә ашнаҡсы була.

 Ул йылдарҙа мәктәптә буфет эшләп килә, балаларға йылы сәй, тәм-том һатыла. Китикова Нурия Ғазали ҡыҙы, Суҡбаева Миңнисара Шәйхетдин ҡыҙы, Мәүлетова Әнисә Мәхәмәҙи ҡыҙы, Итҡолова Миләүшә Сәмиғулла ҡыҙы балаларға сәй эсерә.

 Мәктәп, интернат утын менән йылытылғас, нисәмә мейескә утын әҙерләп, уны киптереп ташып алыу, таңғы сәғәт 5-тән ут яғып, еҫ булмаһын тиеп тәрбиәләп ҡуйыу, унан мейестәрҙе бейек мөрйәләренә тиклем һылау, ағартыу техник хеҙмәткәрҙәрҙең бурысы булып тора. Ауыл уртаһындағы мәктәптә иң тәүгеләрҙән мәктәп ҡарауылсыһы, йыйыштырыусы булып Байғүбәкова Миңзифа Һибәтулла ҡыҙы эшләй. Шулай уҡ Рөстәмова Ишһылыу Сәхи ҡыҙы, Яҡупова Разифа Шәйәхмәт ҡыҙы, Салауатова Зифа Ғарифйән ҡыҙы, Булатова Миңъямал Әхмәтғәзиз ҡыҙы, Бикбаева Зифа Нурғәле ҡыҙы, Әхмәрова Латифа, Байғүбәкова Гөлсара, Әхмәрова Ғәлиә, Әүҙәнбаева Сәмәрә Әбтелхаҡ ҡыҙы, Искәндәрова Фүриә Ғиниәтулла ҡыҙы, Мәүлетова Зилә Шакир ҡыҙы, Хәсәнова Зөбәйҙә Әптелғәзиз ҡыҙы техник хеҙмәткәр булып тир түгә.

Миңзифа КӨҪӘПОВА,

Наилә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Фотолар шәхси архивтарҙан алынды.

(Башы. Дауамы бар).

 

Автор:
Читайте нас