Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль , 09:05

Наркомания - ауыр сир

"Наркомания -  ҡот осҡос бәлә", - ти ул...

Наркомания - ауыр сирНаркомания - ауыр сир
Наркомания - ауыр сир

Кешелек наркомания менән борон-борондан таныш, әммә һуңғы бер нисә тиҫтә йылда ул эпидемия кеүек бөтә донъяға таралды, был насар сир башлыса йәштәрҙе зарарлай.

 Наркомания - ауыр психик тайпылыштар тыуҙырған, организмды емергән һәм ҡотолғоһоҙ рәүештә иртә үлемгә килтергән ҡот осҡос бәлә. Уның төп ҡурҡынысы шунда - наркотиктарҙы бер нисә тапҡыр ҡулланғандан һуң дозаларҙы ҡабатлауға  ынтылыш барлыҡҡа килә.

 Наркоман, ҡағиҙә булараҡ, был ваҡытта ауыр эҙемтәләр тураһында уйланмай. Һәр яңы доза алған һайын  наркотик мейе менән нервы системаһын нығыраҡ емерә. Был характерҙағы тайпылыштар, ҡағиҙә булараҡ, мейенең айырым өлөштәренә һәм мәғәнәүи операциялар һәм хәтер өсөн яуаплы айырым нейрондарға ҡағыла. Һөҙөмтәлә кеше наркотиктан башҡа бер нәмә тураһында ла уйлай алмай. Уның һөнәри эшмәкәрлеге кәмей һәм ул йәмәғәтселек менән бәйләнеште туҡтата. Уның өсөн берҙән-бер маҡсат - наркотик табыу. Бер доза өсөн ул оятһыҙ, ҡурҡыныс ғәмәлдәргә - урлашыуға, талауға һәм хатта үлтереүгә тиклем барып етергә мөмкин. Яҡындары менән мөнәсәбәттәре бик тиҙ боҙола, әммә бәйлелекте туҡтата алмай.

 Тыйылған матдәләрҙең иң ҙур зыяны кеше мейеһенә тура килә. Барыһына ла билдәле булыуынса, мейе үҙенсәлекле идара итеү үҙәге булып тора, унан бөтә организм менән идара итеү тормошҡа ашырыла. Ҡайһы берҙә наркотиктар мейегә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә - кире ҡайтарылмаҫлыҡ процестар башлана, һуңынан уларҙы тәүге хәленә килтереү мөмкин дә түгел.

 Һәр наркотик матдә бәйлелек тыуҙыра, наркотиктарҙың психикаға төп емергес йоғонтоһо тап шунда ла инде.

 Артабан наркотиктар ҡулланғанда психоздар, хәтер юғалтыу, холоҡтоң үҙгәреүе, аҡыл һәләттәренең кәмеүе, әхлаҡи деградация һәм шәхестең тулыһынса тарҡалыуы күҙәтелә.

 Наркомандарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо - 5-7 йыл, йәғни уртаса ғүмер 20-30 йылға ҡыҫҡара. Наркомания менән сирләгәндәр үҙҙәренең генә түгел, ә әсәләренең, аталарының һәм тормош иптәштәренең дә ғүмерҙәрен  ҡыҫҡарта. Күпме аҡса, һаулыҡты улар ғаиләһенән урлай, күпме ғазап һәм бәләләр килтерә!

 Был афәттең таралыу проблемаһы беҙҙең районда ла көнүҙәк булып ҡала, бөгөнгө көндә Мораҡ үҙәк район дауаханаһының наркология кабинетында иҫәптә тороусы наркотик матдәләр ҡулланыусылар һаны кәмемәй.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, наркомания - ул йүнле шөғөл, компанияла күңелле ваҡыт үткәреү түгел, ә ауырыу. Ул - дауалап булмаҫлыҡ, ҡурҡыныс, ауыр сир, уның бөтә ҡот осҡослоғо, ҡурҡынысы шунда: кеше нимә эшләгәнен аңлап етмәй, эш-ҡылыҡтарына яуап бирә алмай. Шуға күрә ҡағиҙә итеп алығыҙ: уны бер ҡасан да ҡулланып ҡарамаҫҡа һәм ҡағылмаҫҡа!

Мөҙәрис ХӘБИБУЛЛИН,

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының табип-наркологы.

 

 

Автор:
Читайте нас