

Ошондай уҡ үҙгәртеп ҡороу административ-территориаль бүленештәрҙең берҙәм системаға әйләнеүе кәрәклеге менән бәйле бөтә ил буйынса үткәрелә. Һөҙөмтәлә республикала 48 район, шул иҫәптән Мораҡ районы булдырыла. Шуға ярашлы, партия органдары һәм ойошмалары структураһы ла яңынан ҡарала. Августа бөтә ерҙә район территориаль конференциялары үтә. 25-26 августа ул Мораҡ районында ВКП(б)-ның 56 ағзаһы һәм 41 ағзалыҡҡа кандидат ҡатнашлығында үтә. 27 августа район комитетының 21 ағзаһы ҡатнашлығында ойоштороу пленумында, ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты тәҡдиме буйынса, Мөҡим Бәҙретдин улы Рәхмәтуллин ВКП(б)-ның яуаплы (беренсе) секретары итеп һайлана, ул был вазифаны 1931 йылдың 1 июленә тиклем атҡара.
Уның биографияһынан ҡайһы бер юлдар гәзит уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым. 1898 йылдың 14 ғинуарында Орск өйәҙенең Түңгәүер улусына (хәҙерге Йылайыр районы) ҡараған Ғүмәр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы һунарсылыҡ һәм игенселек менән, әсәһе итек эше менән шөғөлләнә.
Атаһын иртә юғалта – ҡәҙерле кешеһе 1905 йылда вафат була. Әсәһе Ғәйшә ике улын бер үҙе тәрбиәләй. 1906-1916 йылдарҙа Юлдыбай мәктәбендә уҡый, һуңынан тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1917 йылдың февралендә батша армияһына саҡырыла һәм Екатеринбург ҡалаһына уҡыу подразделениеһына ебәрелә. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнаша.
1918 йылдың июлендә Башҡорт хөкүмәте башҡорт хәрби частарына мобилизация иғлан иткәндән һуң Муса Мортазиндың кавалерия полкына писарь итеп алына һәм Ҡыҙыл Армия яғына күскәнгә тиклем уның составында һуғыша.
1921-1923 йылдарҙа Йылайыр ярлылар кантонында, улус комитетының яуаплы секретары һәм РКП(б)-ның кантон комитеты инструкторы, енәйәт эҙләү инспекторы булып эшләй. 1923-1925 йылдарҙа Өфөлә совет партия мәктәбендә уҡый, һуңынан Йылайыр кантонына ебәрелә. 1927 йылдан 1930 йылға тиклем судья, кантон колхоз союзы рәйесе.
1930 йылдың авгусында ВКП(б)-ның Мораҡ район комитетының яуаплы (беренсе) секретары итеп ҡуйыла. 1931-1933 йылдарҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡый, һуңынан БАССР Игенселек Халыҡ Комиссариатының МТС политсекторы инструкторы итеп раҫлана. 1935 йылдың 11 ғинуарында ВКП(б)-ның Йомағужа район комитетына икенсе секретары итеп ебәрелә, шул уҡ йылдың 12 февралендә Салауат район башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
1936-1942 йылдарҙа-Баймаҡ районында уҡытыусы, директор урынбаҫары, мәктәп директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, фронтҡа 1942 йылда китә. Румынияны, Болгарияны, Венгрияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. III дәрәжә Дан ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Йылайыр районына ҡайта һәм 1 октябрҙә Юлдыбай мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. 1953 йылдың ғинуарында Юлдыбай балалар йортона етәксе итеп күсерелә, унда 1958 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй. 1919 йылдан 1936 йылға тиклем ВКП (б) сафында тора. Үткән быуаттың етмешенсе йылдары уртаһында вафат була.
Изгин Закир Искәндәр улы
1911 йылдың 6 ғинуарында Яҡшембәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы һәм ағаһы 1921 йылда аслыҡтан вафат була. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1924 йылда Кананикольск урман сәнәғәте хужалығы эшсеһе булып башлай, 1925 йылдан 1927 йылға тиклем - Ибрай ауылында Исхаҡов хужалығында мәктәп ҡарауылсыһы.
1927 йылда Өфө элемтә мәктәбенә уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң Мораҡ элемтә бүлегендә телеграфсы булып эшләй. 1930 йылда Мәҡсүт бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1931-1934 йылдарҙа Ҡазан юридик институтында уҡый, һуңынан уны Туймазы районының беренсе участка халыҡ судына өлкән судья итеп тәғәйенләйҙәр. 1935 йылда Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының Ҡазан филиалына эшкә саҡырыла. Бында башта методист-уҡытыусы, һуңынан директор урынбаҫары булып эшләй. 1936 йылда директор була. Аспирантураны тамамлай, кандидатлыҡ имтихандарын тапшыра. 1939-1941 йылдарҙа Мәскәүҙә ВКП (б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбендә уҡый, һуңынан уны хәрәкәт итеүсе армияға - действующую армию? ебәрәләр. 1941-1943 йылдарҙа Калинин фронтының дүртенсе удар армияһы партия комиссияһының яуаплы секретары, партия комиссияһы рәйесе, Көнбайыш фронттың 31-се,33-сө армияһының 218-се уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлеге начальнигы урынбаҫары. 1944-1946 йылдарҙа Көньяҡ Урал хәрби округының кесе лейтенанттар округ курстарының сәйәси бүлеге начальнигы.
Демобилизацияланғандан һуң 1946 йылдың февралендә Закир Искәндәр улын ВКП (б) - ның Башҡортостан өлкә комитетының мәктәптәр бүлеге мөдире итеп ҡуялар, 1948-1949 йылдарҙа - Бөтә Союз “Белем” йәмғиәтенең республика ойошмаһында яуаплы секретарь.
1949 йылдың апрелендә юстиция министры итеп тәғәйенләнә, ә декабрҙә - республиканың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
БАССР Юстиция министрлығы етәкселеген нығытыу маҡсатында, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән 1954 йылдың мартында ҡабаттан республиканың юстиция министры вазифаһын биләй. 1957 йылдың авгусында Башҡортостан Юғары суды рәйесе итеп раҫлана, артабанғы йылдарҙа шунда эшләй.
Закир Искәндәр улы XII-XVII Өлкә партия конференцияларында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1951, 1955, 1959 йылдарҙа БАССР Юғары Советы депутаты була.
Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы, “Почет Билдәһе” ордендары, “Мәскәүҙе обороналаған өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалдары, БАССР Юғары Советы президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
1961 йылдың 1 декабрендә вафат була.
Иҫәнбәков Ғәли Ғәлиулла улы
1911 йылдың 15 ноябрендә Яңауыл ауылында тыуған. 1929 йылда Йылайыр урман химияһы мәктәбенә уҡырға инә. Һуңынан 1931 йылдың июленән Мораҡ район халыҡ мәғарифы бүлегендә эш башҡарыусы булып эшләй. 1932-1936 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғәт белеме факультетында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, Үрге Ҡыйғы урта мәктәбенә уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары итеп ебәрелә, ә 1937 йылдың авгусында республиканың Халыҡ мәғарифы комиссариаты тарафынан Мораҡ рус урта мәктәбенә уҡытыусы итеп күсерелә, һуңынан завуч һәм директор була.
1940 йылдың февралендә уны Ҡыҙыл Армия сафына саҡыралар. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тәүге көндәрҙән үк хәрәкәттәге армияла була. Төньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Калинин фронттары составында һуғыша. Еңеү көнө - 9 майҙы Румынияла ҡаршылай. Демобилизацияланғандан һуң тыуған яғына - Күгәрсен районына ҡайта.
1947 йылдың апреленән авгусына тиклем Мораҡ рус урта мәктәбе директоры булып эшләй, һуңынан халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1948 йылдың апрелендә Күгәрсен район хеҙмәтсәндәр депутаттары Советының башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
1949 йылда ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән республиканың социаль тәьминәт министры була. 1952 йылда Башҡорт АССР-ы составында Өфө өлкәһе ойошторолоуға бәйле, ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарары менән Ғәли Ғәлиулла улы Өфө өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй башлай. 1953 йылда өлкә бөтөрөлгәс, республиканың мәғариф министры урынбаҫары булып эшләй. 1957 йылда мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе итеп раҫлана. Был вазифала 1965 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй.
Һуңынан һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Өфө мәктәпкәсә педагогия училищеһын етәкләй.
Немец илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Ғәли Ғәлиулла улы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Почет Билдәһе”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Мәскәүҙе обороналаған өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, күп кенә почет грамоталары менән бүләкләнә.
Оглобличев Никонор Семенович
1930 йылдың 1 сентябрендә Мораҡ район башҡарма комитеты рәйесе итеп Никонор Семенович Оглобличев һайлана. Ул 1902 йылдың 28 июлендә Ырымбур губернаһының Ҡағы ауылында (хәҙер Башҡортостандың Белорет районы) тыуған. Эшсе ғаиләһенән. 1913 йылдан Орск өйәҙе Уваряж руднигының механика оҫтаханаһы слесары уҡыусыһы, ә һуңынан 1916 йылдан 1918 йылға тиклем Йылайыр кантонының Түбә руднигында майлаусы.
1919-1921 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, республика һәм Силәбе өлкәһе рудниктарында слесарь булып эшләй. 1929 йылдың 1 мартында Йылайыр кантоны башҡарма комитетының административ бүлеге начальнигы итеп күрһәтелә.
1930 йылдың 1 сентябрендә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты тәҡдиме буйынса Никонор Семенович Мораҡ район башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана, унда 1931 йылдың 1 февраленә тиклем эшләй, ә 25 февралдән-Түбә руднигының паросил хужалығы мөдире, циано-иловка заводы директоры.
1936-1940 йылдарҙа Свердловск сәнәғәт академияһы тыңлаусыһы, Байҡара приискы идаралығы начальнигы, “Башзолото” тресының Түбә приискы идаралығы директоры.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Н.С. Оглобличевтың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәт юҡ. ВКП(б) - ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһының 1940 йылдың 30 июлендәге ултырышы протоколында уны биләгән вазифаһынан бушатыу сәбәптәре тураһында хәбәр ителмәй.
Рәфҡәт ВӘЛИШИН, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
(Дауамы бар).