

Район звеноһы кадрҙарын һайлап алыу һәм урынлаштырыу киҫкен проблемаларҙың береһе булып тора. Был эш менән ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты шөғөлләнә.
Республика архивы фондтарында күп һанлы документтар: белешмәләр, мәғлүмәттәр, докладтар, тәғәйенләнгән етәкселәргә ҡылыҡһырламалар тупланған. Улар араһында беҙҙең райондың беренсе прокуроры тураһында ла мәғлүмәт бар. 1930 йылдың 1 сентябрендә Башглавсуд ҡарары менән Михаил Сергеевич Полозков прокурор итеп тәғәйенләнә. Вазифаға раҫланғанға тиклем ул административ һәм суд-тикшеренеү эшендә билдәле бер тәжрибәгә эйә була, уның кандидатураһы иғтибар менән өйрәнелә һәм партия өлкә комитеты тарафынан хуплана.
М.С. Полозков 1899 йылдың 11 февралендә Ырымбур губернаһының Преображенск ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Йылайыр ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1908-1912 йылдарҙа Преображенск сиркәү-мәхәллә училищеһында уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1913 йылда Преображенск урмансылығында эш башҡарыусы булып башлай. 1915-1918 йылдарҙа Сәлих улусы башҡарма комитеты секретары булып эшләй. 1919 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 24-се Железной дивизияһының 208-се Сембер уҡсылар полкының хужалыҡ часында иҫәп алыусы булып хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң 1921 йылдан Йылайыр кантонында икенсе тәфтиш участкаһы, икенсе участка халыҡ суды, прокуратура секретары булып эшләй. 1925 йылда дүртенсе тәфтиш участкаһының халыҡ тәфтишсеһе итеп тәғәйенләнә, ә бер йылдан һуң Аҡъяр ауылына бишенсе участканың халыҡ судьяһы итеп ебәрелә.
1931 йылдың майында М.С. Полозков район прокуроры вазифаһынан бушатыла һәм Мораҡ район ҡулланыусылар союзының планлаштырыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1932 йылдың июленән Йылайыр кустпромсоюзының планлаштырыусыһы булып эшләй, 1933 йылдың апрелендә Йылайыр район башҡарма комитеты секретары итеп раҫлана.
1935 йылдың 11 ноябрендә “кулаклыҡ менән бәйләнеше өсөн” тигән билдәлә менән ВКП(б) ағзалығынан сығарыла, ул уның сафында 1927 йылдан торған була.
Бәлки, ВКП(б)-ның Йылайыр район комитетының бындай ҡарар ҡабул итеүенә уның яҡын туғандарын “халыҡ дошмандары” тип хөкөм итеү сәбәпсе булғандыр. М.С. Полозковтың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр шуның менән өҙөлә.
***
районы прокурорҙары булып эшләйҙәр: Илья Иванович Хромов (05.1931 - 01.02.1932), Михаил Николаевич Епанечников (01.02.1932 - 20.11.1932), Георгий Андреевич Янов (20.11.1932 - 08.08.1933), Павел Яковлевич Храмцов (08.08.1933 - 01.03.1935), Фәйзрахман Лоҡман улы Лоҡманов (28.06.1936 - 15.02.1939), Барый Садыҡ улы Кәримов (15.02.1939 - 06.09.1944), Ғәлимйән Нуриәхмәт улы Кирәев (06.03.1945 - 12.06.1947), Павел Михайлович Лысихин (21.10.1947 - 01.11.1952), Георгий Николаевич Матюхин (04.11.1952 - 13.07.1954), Шәйхәл Ғәбделислам улы Ҡоҙаяров (17.07.1954 - 20.10.1955), Вәғиз Шәкүр улы Ғәфүров (2010.1955 - 25.12.1962), Идиәт Әхмәҙулла улы Усманов (08.02.1965 - 21.03.1977), Рәис Яҡуп улы Ҡотлобаев (21.03.1977 - 17.11.19.86), Закирйән Ғәлимйән улы Әминев (02.12.1986 - ?).
Райондың артабанғы прокурорҙары тураһында мәғлүмәттәр архив фондтарында һаҡланмаған.
***
Район ойошторолғандан һуң район башҡарма комитеты аппараты формалаша башлай. 1930 йылдың 12 декабрендә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан НКВД начальнигы вазифаһына Т.А.Әлмөхәмәтов раҫлана.
Ул вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем административ-тикшеренеү эшендә бер ни тиклем тәжрибәгә эйә була.
Тажетдин Абдулла улы 1899 йылдың 28 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Яңы Покров районы) Илсебай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлаған. 1919 йылға тиклем ата-әсәһенең хужалығында эшләй. 1919 йылда Аҡ Армия сафына мобилизациялана, унан Ҡыҙыл Армия яғына күсә һәм беренсе кавалерия полкына эскадрон фуражсыһы итеп ҡуйыла. Граждандар һуғышының аҙағына тиклем хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң, 1921 йылдан Ҡыуандыҡ тимер юл станцияһында кесе милиционер, ә һуңынан йылға портында йөк тейәүсе һәм Ырымбур өлкәһенең Хәлил шахтаһында төрлө эштәр башҡарыусы булып эшләй.
1925 йылда ВКП(б) сафына инә, Йылайыр кантоны милицияһының кесе милиционеры итеп тәғәйенләнә, Түңгәүер һәм Хәйбулла улустарында эшләй. 1927 йылда - Сабыр улусы милицияһы начальнигы. Шул уҡ ваҡытта милиция хеҙмәткәрҙәренең өс айлыҡ курстарын тамамлай. 1929 йылда енәйәт-эҙләү бүлегенә агент итеп күсерелә, ә һуңынан Йылайыр кантоны милицияһының Исправдом начальнигы итеп тәғәйенләнә. ВКП(б)-ның Хәйбулла районы, Сабыр улусы ойошмалары ағзаһы, партияның Йылайыр кантон комитеты ағзалығына кандидат, Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының Йылайыр кантон комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.
1930 йылдың 23 авгусынан Свердловск ҡалаһында уҡый, уны тамамлағас, Мораҡ район милиция идаралығы начальнигы итеп раҫлана. 1932 йылдың 10 февралендә Ленинград Эшсе-крәҫтиән милицияһының етәксе составын әҙерләү мәктәбенә ебәрелә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң 1932 йылда Иглин район милиция идаралығы начальнигы булып эшләй. Ул йылдарҙа районда ҙур бандит төркөмдәре эшләй, уларҙың башында хәүефле рецидивистар Ямай һәм Хөсәй тора. 1932 йылдың 24 декабрендә Т.А. Әлмөхәмәтов был банданы ликвидациялау буйынса операцияны етәкләй. Уны үткәреү ваҡытында ҡаты яралана, әммә һуғыш яланынан китмәй һәм үҙенең егеттәре менән етәкселек итеүен дауам итә. Дөрөҫ эш итеү һөҙөмтәһендә банда башлығы үлтерелә, ә тере ҡалғандарын ҡулға алалар. Т.А. Әлмөхәмәтов алған яра үлемесле була, ул 1932 йылдың 27 декабрендә Нуриман районының Никольск дауаханаһында вафат була. Шул уҡ райондың үҙәге - Красная Горка ауылында ерләнгән. Уның хаҡындағы иҫтәлек ҡәҙерләп һаҡлана. Ауылда урамдарҙың береһе Т.А. Әлмөхәмәтов исеме менән аталған.
***
Шулай уҡ Күгәрсен Эске эштәр бүлеге начальниктары булып эшләгәндәр: Ғәзиз Абдулла улы Әлмөхәмәтов (12.12.1930 - 10.02.1932), Гәрәй Сәлим улы Ғәниев (26.07.1932 - 12.09.1935), Александр Федорович Бреев (12.09.1935 - 28.06.1937), Иван Николаевич Порозов (28.06.1937 - 13.05.1941), Николай Александрович Ветлугин (01.08.1941 - 22.10.1942), Ҡунаҡбай Рәхим улы Кәримов (22.10.1942 - 23.11.1943), Яков Емельянович Николаев (23.11.1943 - 13.09.1944), Хаммат Иғлесам улы Әбүбәкеров (13.09.1944 - 13.01.1948), Усман Зәйнетдин улы Шәрәфетдинов (13.01.1948 - 30.11.1949), Михаил Петрович Вострецов (20.09.1950 - 10.06.1953), Баян Сәлмән улы Сәлмәнов (10.06.1953 - 15.11.1958), Мөҙәрис Сибәғәт улы Әсфәндиәров (19.11.1958 - 30.01.1962), Йәғәфәр Харрас улы Бикбулатов (01.03.1965 - 17.05.1966), Абдулхаҡ Абдрахман улы Байғазин (18.05.1966 - 18.05.1967), Рәшит Ғиләжетдин улы Романов (18.08.1967 - 01.08.1975), Винер Кәшфулла улы Йәнбәков (01.08.1975 - 24.05.1983), Хәҙис Мәүлит улы Фәтихов (20.07.1983 - ?).
Исемлек архивта булған документтар буйынса төҙөлдө.
***
ВЛКСМ-дың Күгәрсен район комитетының беренсе секретарҙары булып хеҙмәт иткәндәр: Василий Григорьевич Воронин (08.1930 - 04.09.1931), Абдулла Ваһап улы Аҙнабаев (10.01.1932 - 01.11.1932), Борис Андреевич Шмонин (01.11.1932 - 01.01.1933), Зариф Ғарип улы Вәлиев (20.05.1933 - 21.06.1934), Дмитрий Иванович Иванов (29.08.1934 - 29.01.1936), Яков Иванович Коннов (29.01.1936 - 26.03.1938), Иван Иванович Сухарев (26.03.1938 - 10.08.1938), Хәниф Хафиз улы Ислаҡаев (10.08.1938 - 17.05.1940), Хәйбрахман Мөхәррәм улы Кәримов (15.09.1940 - 12.07.1941), Валентина Васильевна Пудовкина (13.07.1941-13.01.1945), Нәфисә Ғәлим ҡыҙы Байымова (06.02.1945 - 22.03.1946), Сара Тимофеевна Лукьянчикова (02.08.1946 - 25.11.1946), Михаил Степанович Федотов (25.11.1946 - 18.12.1948), Михаил Степанович Иванов (20.12.1948 - 19.11.1950), Әхмәт Хәйрулла улы Хәбибназаров (19.11.1950 -19.08.1952), Александр Петрович Сысоев (19.08.1952 - 05.05.1955), Насрулла Хәйбулла улы Рәхмәтуллин (25.09.1955-30.07.1958), Булат Хажиғәли улы Баязитов (30.07.1958 - 17.10.1959), Рәшит Фәйзрахман улы Абдуллин (19.10.1959 - 26.12.1960), Булат Мөхәмәтша улы Мөхәмәҙиев (26.12.1960 - 25.10.1961), Мөхәтр Ғилман улы Шәрипов (25.10.1961 - 05.95.1962), Рәис Ильяс улы Исхаҡов (05.05.1962 - 24.12.1962), Анатолий Филиппович Поляков (13.02.1965 - 03.11.1965), Ғилметдин Шәйхетдин улы Яппаров (03.11.1965 - 01.10.1970), Сергей Иванович Суняйкин (01.10.1970 - 04.11.1971), Николай Прокофьевич Горсков (28.01.1971 - 07.12.1973), Сергей Иванович Суняйкин (07.12.1973 - 19.01.1977), Николай Михайлович Скороваров (19.01.1977 - 03.02.1979), Динә Садиҡ ҡыҙы Фәтҡуллина (03.03.1979 - 09.08.1982), Николай Федорович Гаврилов (09.08.1982 - 21.11.1985), Рәмилә Хәким ҡыҙы Сабитова (22.11.1985 - 12.10.1986), Юнир Рәфҡәт улы Итҡолов (12.10.1986 -30.08.1989).
Архив фондында ВЛКСМ райкомының башҡа секретарҙары тураһында мәғлүмәттәр һаҡланмаған.
Рәфҡәт ВӘЛИШИН, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
(Дауамы)
Фото: ВЛКСМ хеҙмәткәрҙәре комсомолдың ойошторолоуына 100 йыл тулыу уңайынан осрашыуҙа (2018 йылдың октябре)