

Ошо хаҡта фекер йөрөтөп, ғаиләһендә халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарын ныҡ һаҡлаған, балаларын шул рухта тәрбиәләгән, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән ир уҙаманы, сикһеҙ илһөйәр Рәфҡәт ХӘЙРЕТДИНОВтан ишеткән хәтирәләрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Ауылыбыҙҙың тарҡалыуы
Башҡорт Бөркөтө тигән гөрләп торған ауылыбыҙ Н.Хрущев етәкселек иткән йылдарҙағы сәйәсәт һөҙөмтәһендә, ул ғына ла түгел, ул саҡтағы урындағы етәкселәрҙең ашығыс, уйламай-нитмәй хәл итеүҙәре арҡаһында күҙ асып йомған арала тарҡала башланы.
Беҙ китһәк, быуаттар буйы кеше күңеленә йылылыҡ һирпеп торған ауылдың үҙе лә, ғәжәп матур исеме лә юҡҡа сығасаҡ, балаларыбыҙҙың күңел һыйыныр төбәге лә ҡалмаясаҡ... Китмәйек беҙ бынан, тип, бер туған һеңлем Венера, мин, Мәрзиә менән Сәғит Ҡотлобаевтар нигеҙеҙҙе һыуытмай тороп ҡалдыҡ.
Башҡорт Бөркөтө тигән ауылдың бер генә лә “киләсәкһеҙ” тип әйтерлек урыны юҡ. Ул йылға, ул ундырышлы ер, һәр ваҡыт еләҫ ел иҫеп тороуы үҙе генә ни тора! Ә ҡоштарҙың түгелеп-түгелеп һайрауы! Мин колхоз рәйесе булған саҡта, ошо бәләкәй генә ауылда күпме мал, күпме умарта булды. Ере ундырышлы, ике яҡтан шишмәләр ҡушылғандан бар булған Оҙон шишмә йылғаһы иҫ китмәле еләҫлек бирә. Ни сәсһәң, шул үҫте. Халҡы эшсән, татыу булды. Өй һайын етешәр-унар бала баҡтылар.
Йорт күсереү, ауыл бөтөрөү - өлкәндәр өсөн оло хәсрәт. Ҡарт ағасты урынынан ҡуҙғатһаң, яңынан тамыр ебәрә алмай. Рәхмәт балаларыма, мине ирекһеҙләмәнеләр. Башҡалар ҙа быны иҫкә алһындар ине, ауылда йәшәгән өлкәндәрҙе мөмкин тиклем ҡуҙғатмаһындар, йышыраҡ ҡайтһындар, бергә йыйылып, оло байрам ҡорһондар. Ауылдарҙы бөтөрөү - халҡыбыҙ өсөн оло юғалтыу. Кеше яҙмышын ғына түгел, халыҡ яҙмышын ботарлау ул.
Һуғыш ауырлығын да татыныҡ
Һуғыш ауырлығы ирҙәр иңенә генә түгел, тылда ҡатындарыбыҙ елкәһенә лә төштө.
1942 йылда, мин фронтҡа киткәс, бер нисә ҡатын-ҡыҙҙы, шул иҫәптән Хәзирәне лә район хәрби комиссариатында бер аҙ уҡырға йөрөтөп, хәрби билет тапшырғандар. 1944 йылда тағы саҡырып алып, хәрби бурыстың ниҙән ғибәрәт булыуын, уларҙың ни эшләргә тейешлеген аңлатҡандар. Баҡһаң, фашистарҙан азат ителгән Украинаға улар Башҡортостандан мал ҡыуып алып барырға тейеш булған! Хәҙер уйлап ҡараһаң, уйылып китерлек бит! Башҡортостан еренән нисә саҡрымдар араға 17-18 йәшлек ҡыҙҙар мал ҡыуып барһын әле! Йәйәүләп, аслы-туҡлы... Үҙеңә ашарға, малды ашатырға, һыу эсерергә... 106 баш һыйыр малы, шул иҫәптән нәҫел башмаҡтары, бер нисә үгеҙ, юлда һауып эсер өсөн 3 һауын һыйыр туплап алғандар. Дүрт еткән ҡыҙ, ике үҫмер малай. Әбсәләм (Сәйетҡол) ауылынан - Закира, Мораҡтан - Надя, Яңы Хвалындан Клавдия исемле ҡыҙҙар ҙа, Мораҡтан Павел һәм Петя исемле малайҙар. Ул үҫмер малайҙарҙың нисә йәштә булыуын, аң кимәленең самаһын уйлап ҡараһаң, әле лә күҙҙән йәш атылып сыға. “Айҙан ашыу ваҡыт килдек Мәскәү тирәһенә. Ҡот осҡос һуғыш үткән ерҙәр. Емерек өйҙәр, бомба шартлаған соҡорҙар, янып көл-күмергә әйләнгән ауылдар, аунап ятҡан танктар. Мал ҡыуышып килгән үҫмер малайҙарыбыҙ емерек танктарға, пушкаларға менеп, гильзалар йыйып, һуғыш уйнайҙар, һыйырҙар онотолдо. Уларға ни, ҡыҙыҡ. Иң уйнар саҡтары. Тыйып алып булмай. Ярай әле, Егор исемле ветфельдшер бар ине, уларҙы аҙ-маҙ тыңлата алды. Тик Егорҙы икенсе көтөүгә ала ла китәләр, бушамай. Белорет яғынан да беҙҙең кеүек мал ҡыуып килгәндәрҙең бер малайы граната табып шартлатып, үҙе лә һәләк булғанын ишеткәс кенә бер аҙ баҫылдылар”, - тип һөйләгән Хәзирәм. Айҙар буйы яланаяҡлап атлағандар. Көҙ етеп, ер һыуына башлағас ҡына аяҡтарына сабата кейеп алғандар. Тик оҙаҡҡа түҙәме һуң инде йүкә сабата! Сабаталары туҙғас, ни тапһалар, шуны аяҡтарына урап атлап маташҡандар.
Чкалов (хәҙерге Ырымбур) - Һарытау - Сталинград (хәҙер Волгоград) - Воронеж - Харьков маршруты буйынса ҡыуғандар малды.
Сабырлыҡ ҡына түгел, ҡыйыулыҡ та, саялыҡ та булған Хәзирәлә. “Бер саҡ оло юл аша сығып, Харьков яғына боролорға кәрәк булды. Әммә оло юлдан туҡтауһыҙ машиналар ағыла. Фронтовиктар ҡайтҡан мәл. Оло бер ташҡын кеүек. Осо-ҡырыйы юҡ. Юл ҡырлатып ҡыуабыҙ көтөүҙе. Берәй өҙөгө булыр, шул саҡ малды теге яҡҡа алып сығырбыҙ, тигән өмөт һүрелде. Мал ас. Беҙҙән алда үтеп киткән көтөү үләнде һыпырып-ҡырып ашап бөткән. Туҙмәнем. Оло юлға сыҡтым да, ишаралап, ҡул болғап, машиналарҙы туҡтата башланым. Туҡтанылар. Әммә хәрәкәт быуылды. Китте ҡысҡырыш. Мин әхирәттәремә ҡул болғайым: “Тиҙерәк булығыҙ, ҡыуа һалығыҙ малды!” Ә үҙем машина юлынан китмәйем. Эргә-тирәләге кешеләр ҙә ярҙамға килде, малдарҙы ҡыуыша башланы. Башҡа көтөүселәр ҙә көтөүҙәрен ашыҡтырып сығара башланы.
Шулай беҙҙең һөйөү утта ла, һыуҙа ла сыныҡты. Беҙ өйләнешеп ярты йыл ғына йәшәгәс башланды шул һу- ғыш. Фронтҡа беренселәрҙән булып киттем. Төньяҡ флоттың диңгеҙ пехотаһында десантсы булып хеҙмәт иттем. Егерме биштә ун ете йәшлек ҡыҙҙы кәләш итеп алып, яры йыл да йәшәмәй, фронтҡа кит инде! Хәзи- рәмде шул тиклем һағына инем, ул саҡтағы үҙәк өҙөлөүен әле лә тоям. Шул саҡ аңланым: ауыртыуҙарға теш ҡыҫып булһа ла түҙеп була, йөрәк hыҙлауҙарын бер нисек тә баҫып булмай... Ауылды күсерә башлағас
та ошо һағыштың ҡабатланыуын тойҙом мин. Тыуған, йәшәгән ауыл да әҙәм тамыры менән тоташ бит...
Кешенең һәр саҡ күңел һыйыныр төбәге булырға тейеш. Йылы хәтирәләр төбәге...
Балаларым
Матур йәшәнек. Балаларыбыҙ һөйөү нуры солғанышында үҫте. Баланы тәрбиәләйем, тип, туҡтауһыҙ өгөт-нәсихәт биреп, теңкәһенә тейеү ярамай. Күңел йылылығы бир, ярат. Хәзирәм шулай итте. Балаларҙы әпәүләп ултырманы. Яратты ла, эшкә лә өйрәтте. Үҙебеҙ өлгө булып алдан йөрөнөк.
Мин үҙем өйҙә һирәк булдым. Колхозда рәйес тә булдым, агроном булып та эшләнем. Һәр хәлдә, һары таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа булынды. Балалар һәр ваҡыт әсәй менән. Дәрестәр әҙерләтеү, кейем рәтләү, ашауҙарын хәстәрләү. Күрше ауылға йөрөп уҡынылар. Ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем йөрөрҙәр ине. Хәзирә кистән үк сыраҡ әҙерләп ҡуя. Оҙон таяҡ осона кәрәсинле сепрәк йәки ыҫмалалы сүбәк урай ҙа мәктәпкә китер саҡта тоҡандырып бирә. Иң алда барғаны юл яҡтырта.
Тыныс холоҡло булды Хәзирә. Көләс йөҙлө. Асыулы сағын, һөмһөрө ҡойолоп, балаларға ҡысҡырып өндәшкәнен хәтерләмәйем. Кешелә бар нәмә лә нисек сама менән генә була икән? Ана шул сама
менән йәшәү аҡылдыр ҙа инде.
Хәзирә аҡыл менән йәшәне. Үҙебеҙҙең умарталыҡ булды. Бал уңыр булһа, эй ҡыуаныр ине. Йүкә балы - баҙарҙа иң үтемле тауар. Арбаға бал тейәп алабыҙ ҙа Троицк баҙарына китәбеҙ. Уңышлы ғына haтып бөткәс, Хәзирәм йылмая-йылмая йөрөй баҙар буйлап. Балаларға кейем ала. Һәр балаға таман ғына яратып кейерлекте ала торғайны. Ә улар бит етәү ине беҙҙең!
Бәхетле булырға бал ҡорттарынан өйрәндем
Бәхетте кеше үҙе ҡоя. Эшсәнлек - ул үҙе оло бәхет. Быны мин бал ҡорттарынан өйрәндем. Умартасылыҡ эшен бик тә яраттым. Атай-олатайҙарҙан ҡалған был һөнәрҙе
ғүмеремдең һуңғы йылдарына тиклем ихлас башҡарҙым.
Бәләкәй генә, бик эшсән, бик аҡыллы бал ҡорттарына эшсәнлектә тиңләшерлек йән эйәһе юҡтыр. Эшсәнлеге яғынан ҡырмыҫҡалар, бәлки, уларҙан ҡалышмайҙыр. Ә бына татыулыҡтары ғәжәпкә ҡалдыра. Улар бер-береһен шул тиклем яҡшы аңлай, тоя. Тойоп аңлау һәләтенә мин уларҙан өйрәндем.
Бал ҡорттарын тәбиғи йәшәү шарттарынан айырмаҫҡа кәрәк, фәҡәт шул шарттарын камиллаштырырға һәм таҙа тоторға кәрәк. Ғөмүмән, тәбиғилеккә бер ни ҙә етмәй.
Тәбиғилек тигән төшөнсә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә лә ҡағыла.
Беҙҙең дә Хәзирәм менән мөнәсәбәтебеҙ бик тәбиғи булды - беҙ һүҙ менән аңлашыуға ҡарағанда, күберәк бер-беребеҙҙе тойоп аңлай инек: ҡараштан, ым-ишаранан, ярты һүҙҙән. Бер ваҡытта ла бер һүҙҙе ике тапҡыр ҡабатламаныҡ. Балалар быны тоя ине. Икебеҙгә ҡарата ла
йылы мөнәсәбәттә булдылар. Үҙҙәре генә түгел, ейәндәребеҙ ҙә, бүләләребеҙ ҙә мөнәсәбәт йыллылығын
һаҡлай. Балаларҙы тәрбиәләү өсөн иң мөһим шарт ул - ғаиләлә күңел һыйыныр мөнәсәбәт урынлаштырыу.
Хәзирә бик талапсан әсә булды. Шул уҡ ваҡытта ғәжәп нескә күңелле ине. Тәбиғәт яратты.
Мин уны бәхетле итеп йәшәтә алдым. Үҙе шулай тине. Яратҡан кешендә бәхетле итә алыу - үҙеңдең дә бәхетең бит ул. Иртә китте фани донъянан. Үҙенсә китте. “Кеше көнлө булып, балаларҙы яфалап ятмаһам ярар ине, Хоҙайым”, - ти торғайны. Теләге ҡабул булды. Һыйыр һауып ултырған ерҙә генә, башына ҡан һауып, беҙҙе ташлап китте лә барҙы...
ШУЛАЙ ИТЕП...
Хәзирә менән Рифҡәт Хәйретдиновтарҙың балалары бик үҙенсәлекле шәжәрә-альбом төҙөгән. Уны Ҡыҙыл
альбом тип атағандар. Баш һүҙендә альбомдың ете бүлектән торасағы һәм һәр Хәйретдиновҡа 50
йәше тулған көндө бүләк ителәсәге тураһында әйтелгән. Ғаилә альбомы Хәйретдиновтарҙың иң өлкәне - Ильястың 50 йәше тулыу уңайы менән башланған. Альбомдың беренсе битендә тыуған йорт һүрәте. Артабан
әсәй менән атайҙың бергә төшкән фото һәм ғаилә фотоһы. Альбом һәр баланың фотоһы менән дауам итә:
Ильяс, Тәлғәт, Наилә, Нәфисә, Булат, Әнисә һәм Фәниә.
Һәр фото аҫтына уларҙың төп холоҡ-фиғелдәрен
сағылдырған бер нисә һүҙ яҙылған.
Ул мәғлүмәттәрҙә бер нәмә иғтибарҙы йәлеп итә: балалар барыһы ла тәбиғәт ярата һәм эшһөйәрҙәр. Умартасы Рифҡәт Хәйретдинов эшһөйәрлеккә
бал ҡорттарынан өйрәндем, тип бушҡа әйтмәгән. Бындай эшһөйәрлеккә ул балаларын да өйрәткән, шуның өсөн улар һәр береһе үҙ урынында уңыштарға өлгәшкән. Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.