Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль , 07:35

Фәнгә илткән юлдар...

Тарих фәндәре кандидаты, быйыл үҙенең 60 йәшен билдәләгән ғалим Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховтың фәнгә булған ҡыҙыҡһыныуы студент йылдарында - Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған ваҡытында уҡ тыуа.

Фәнгә илткән юлдар...Фәнгә илткән юлдар...
Фәнгә илткән юлдар...

1991 йылдың июнендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының (ул саҡта әле СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы) йәш ғалимдар Советы  беренсе Бөтә Союз йәш ғалимдар конференцияһын үткәрергә ҡарар итте һәм илдең төрлө төбәктәренә был хаҡта мәғлүмәт ебәрҙе.

 Бер аҙҙан конференцияла ҡатнашыу өсөн беҙгә ғаризалар килә башланы. Конференция темаһы “СССР төрки халыҡтарының рухи мәҙәниәте проблемалары” тип билдәләнде. Ҡатнашыусылары - Рәсәй Федерацияһының һәм Бөтә Советтар Союзының төрлө төбәктәрендәге йәш ғалимдар. Беҙҙең саҡырыуға төрлө юғары уҡыу йорттарынан һәм ғилми учреждениеларҙан әүҙем яуап бирҙеләр.Килгән ғаризалар араһында Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультеты студенты Сәлихов Әхәт Ғөбәй улыныҡы ла бар ине. Башҡорт халҡының яҙма мираҫын һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу сағылдырған докладының тезистарын ҡарап сыҡҡас, уны ла был сараға саҡырырға ҡарар ителде.

 Илдә бөтә нәмәгә ҡытлыҡ килеп тыуған шарттарҙа йәш ғалимдар Советы, ҙур ауырлыҡ менән булһа ла, конференцияның тезистар йыйынтығын баҫтырып сығарыу өсөн ҡағыҙ тапты һәм башҡа көтөлмәгән проблемаларҙы хәл итте.  

 Конференция уңышлы үтте. Директор, профессор З.Ғ. Ураҡсин етәкләгән институт етәкселеге был ғилми сараны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. СССР-ҙың күп төбәктәренән йыйылған йәш ғалимдар араһында А.Ғ. Сәлихов үҙен бөтәһе менән дә тиң тойҙо. Уның ватан фәненә хеҙмәт итеү юлына ышаныслы аяҡ баҫҡаны асыҡ күренде.

 Пленар ултырышты ябыу тантанаһында йәш ғалимдарҙың сираттағы Бөтә Союз конференцияһын Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Алма-Атала үткәрергә ҡарар ителде.

 Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыуын тамамлағас, 1992 йылда Ә.Ғ. Сәлихов СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына стажер-тикшереүсе булып эшкә килде. 1997 йылда Башҡортостан Фәндәр Академияһы ойошторолғандан һуң бер үк ваҡытта ошо ғилми учреждениеға эшкә йәлеп ителде. Унда ул гуманитар фәндәр бүлегенең ғилми секретары вазифаһын башҡарҙы, республикабыҙҙы сит илдәрҙә лә лайыҡлы күрһәтте. Әҙәбиәт ғилеме бүлегенә эшкә күскәндән һуң айырым фәнни темаларҙы әҙерләүҙә, күп һанлы командировкаларҙа һәм археографик экспедицияларҙа ҡатнашты. Әлеге ваҡытта

Көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегендә эшләй, боронғо ҡиммәтле яҙма ҡомартҡыларҙы фәнни әйләнешкә индереү менән шөғөлләнә.

 Ғалимдың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары бик киң. Уларҙы хәл итеүгә ул ғәйәт ҙур көс түгә. Әхәт Ғөбәй улының башҡорт халҡының традицион мәҙәниәте, шөғөлдәре һәм көнкүреше, уның айырым вәкилдәренең биографияһы һәм ижады хаҡында бик күп яҙмалары донъя күрҙе.

Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалманы -  төрлө дәртләндереүҙәргә һәм премияларға, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

 Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты коллективы һәм хеҙмәттәштәре Әхәт Ғөбәй улының  Башҡортостандың гуманитар фәндәрен үҫтереүгә тағы ла күп көс һалырына ихлас ышана!

Салауат ХӨСӘЙЕНОВ, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фәнни хеҙмәткәре.

 

 

 

Автор:
Читайте нас