Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль , 06:15

Һаулыҡ бит ул - ҙур байлыҡ!

Ғалимдар билдәләүенсә, интеллектуаль мөмкинлектәр үҫешенең иң юғары нөктәһе 22 йәшкә тура килә. Ә 27 йәштән һуң мейе “ҡартая” башлай. Шулай уҡ депрессияға бирелеүҙең сәбәптәренең береһе B12 витаминының етешмәүе булырға мөмкин. 

 *Хәҙерге ғалимдар заманса технологиялар ҡулланып, кеше организмын төрлө яҡлап өйрәнергә тырыша. Сираттағы тикшеренеү ваҡытында Американың Вирджиния университеты белгестәре көтөлмәгән һығымталарға килгән. Улар әйтеүенсә, интеллектуаль мөмкинлектәр үҫешенең иң юғары нөктәһе 22 йәшкә тура килә. Ә 27 йәштән һуң мейе “ҡартая” башлай.

*Әлморон, ҡарағат, ҡара миләш һәм һырғанаҡ ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, тиҙәр. Улар Р витаминына (рутинға) бай, ҡан тамырҙарының һәм капиллярҙарҙың тонусын күтәрергә ярҙам итә. Файҙалы үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем һаҡлар өсөн еләктәрҙе сей килеш ҡулланырға кәңәш ителә.

*Кеше тәненең иң ауыр һөйәге - яңаҡ һөйәге.  *Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, төшөнкөлөккә бирелгән кешеләр йоғошло ауырыуҙарға йышыраҡ бирешеүсән. Был стрестың һәм кире хис-тойғоларҙың иммун системаһын көсһөҙләндерә алыуына бәйле.

*Аортаның диаметры баҡса шлангыһының диаметрына тиң тиерлек.

*Ашҡаҙанда булған кислота ҡырына торған лезвиеларҙы ла эретә ала.

*Кеше организмы ғүмер буйына бер-ике бассейн тултырырлыҡ төкөрөк эшләп сығара.

*Иң ҙур эске орган - нәҙек эсәк.

*Техас университеты ғалимдары асыҡлауынса, әфлисун һәм грейпрут һуттарын даими ҡулланыу остеопороздың үҫешенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә ала. Тикшеренеүҙә 36 ата ҡомаҡ ҡатнашҡан. Хайуандарҙың өстән бер өлөшө - грейпрут һуты, икенсе өлөшө - әфлисун һуты, ә өсөнсөһө ябай һыу менән тәьмин ителгән. Ике айлыҡ тәжрибәнән һуң ғалимдар ҡомаҡтарҙың һөйәк торошон баһалаған. Грейпфрут һәм әфлисун һутын эскәндәренең һөйәктәре нығыраҡ булып сыҡҡан. Был шуның менән аңлатыла: цитрус емештәре һөйәк туҡымаһының тығыҙлығын арттырыуға булышлыҡ итеүсе антиоксиданттарға бай.

*Кемдер ҡәһүәне зыянлы, кемдер файҙалы, ти. Был -бәхәсле мәсьәлә. “Кофе бөртөктәрендә Альцгеймер ауырыуының таралыуына юл ҡуймауҙа мөһим роль уйнаған компонент бар”, - ти Японияның Цукуба университеты ғалимдары. Улар асыҡлауынса, ҡәһүәлә булған хлороген кислотаһы баш мейеһе күҙәнәктәрен тарҡалыуҙан һаҡлай. Көнөнә бер сынаяҡ кофе эсеү төшөнкөлөккә бирелеү хәүефен 20 процентҡа кәметергә ярҙам итә икән.

*Ғалимдар билдәләүенсә, депрессияға бирелеүҙең сәбәптәренең береһе B12 витаминының етешмәүе булырға мөмкин. Ул балыҡ, ит, сыр һәм йомортҡа кеүек продукттарҙа күп.

*Көнөнә 7 сәғәттән кәмерәк йоҡо ғүмер оҙонлоғоноң кәмеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал.

*Ҡара бөрлөгән мейегә яңы мәғлүмәтте һаҡларға ярҙам итә.

*Көндәр буйы ултырып эшләгән кешеләр йыш ҡына сәләмәтлек буйынса төрлө проблемаларға дусар була. Мәҫәлән, түбән физик әүҙемлек һимереүгә, арҡа һәм быуындар ауыртыуға сәбәпсе булырға мөмкин.

*Табанда һөйәктәрҙең дүрттән бер өлөшө тупланған.

*Бал когнитив функцияларға ыңғай йоғонто яһай. Был продуктты даими ҡулланыу балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең өлгәшеүенә ыңғай йоғонто яһай, өлкәндәрҙең мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдырыу һәләтен яҡшырта.

 Шулай итеп, бөйөрҙәрҙең һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының, башҡа органдарҙың яйға һалынған эшен тейешле кимәлдә тотоу дөрөҫ туҡланыуҙы, физик әүҙемлекте һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуҙы үҙ эсенә алған комплекслы алымды талап итә. Үҙ һаулығың тураһында хәстәрлек күреү - киләсәккә һалынған “инвестиция”, ул мотлаҡ “хаҡын” аҡлаясаҡ!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас