

Хәҙер тубығы, аяғы һыҙламаған кешеләр бик һирәк. Ҡарт ортопедтың ябай ғына кәңәше ҡайнағамды тубыҡ һыҙлауынан ҡотҡарҙы
Ҡайнағам бына инде күп йылдар буйына тубыҡ һыҙлауынан йонсой.
Ҡайһы берҙә һауа торошона зарлана, ҡайһы берҙә магазиндан саҡ-саҡ ҡайтып етә, ҡайһы берҙә ҡайҙалыр барып килгәндән һуң кис буйы аяҡтарын ыуалап ултыра. Күп ирҙәр кеүек, ул да оҙаҡ түҙгән. «Нимә эшләйһең, йәш бара бит” тигән була үҙе.
Класташтар осрашыуында элекке дуҫы менән оҙаҡ ҡына һйләшеп ултырған. Һүҙҙән-һүҙ сығып, тубыҡтарына ла зарланған. Баҡтиһәң, был класташы ғүмер буйы ортопед булыр эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан икән.
- Ә һин, ғөмүмән, көн һайын һинең тубығыңа ниндәй йөк төшә икәнен күҙ алдына килтерәһеңме? Аяҡ кейемең уңайлымы? - тип һорау биргән ул ҡайнағама.
Баҡтиһәң, проблема йәштә генә түгел икән. Уның аңлатыуынса, беҙ йөрөгәндә, көсөргәнеш аяҡтарға ғына түгел, тубыҡ быуындарына, янбашҡа һәм хатта умыртҡа һөйәгенә лә тура килә.
Бигерәк тә күп йөрөргә, эштә оҙаҡ баҫып торорға йәки кәүҙә артыҡ тулы булһа. Хаҡлы ялдағы табип иң ябай-нормаль анатомик олтораҡтарҙан (стелкаларҙан) ҡулланырға кәңәш итә.
Шулай итеп, ҡайнағам анатомик олтораҡтарҙы ҡуллана башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә шик менән ҡараны. Әммә бер аҙҙан аяҡтарының ауыртыуының һиҙелерлек кәмеүен әйтте. Аяҡтарығыҙ, быуындарығыҙ һыҙлап, ауыртып йонсотһа, был кәңәште һеҙ ҙә ҡулланып ҡарағыҙ, кем белә, бәлки, ярҙам итер.