Мораҙым
+18 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
21 Июля , 12:00

КӨЙӨК

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы территорияһында  - Оло Эйек йылғаһының үрге ағымында, Мораҙым ауылынан 12-15 саҡрым алыҫлыҡта ҡасандыр Покров баҡыр иретеү заводы урынлашҡан урынды ололар Көйөк тип атай.  Тайгала, төпкөлдә ятҡан был урын баҡыр иретеү заводы төҙөү өсөн осраҡлы ғына һайланмаған: тирә-яҡта торлаҡ һәм башҡа ағас ҡоролмалар төҙөү өсөн кәрәкле урман да (ағас күмере өсөн сеймал), быуа төҙөү һәм етештерелгән продукцияны һал менән ағыҙыу өсөн Оло Эйек йылғаһы ла бик уңайлы тип табылған.   Төҙөлөш 1754 йылда императрица Елизавета Петровнаның фавориты  - йоғонтоло вельможа, граф Александр Шувалов тарафынан башлана.

КӨЙӨККӨЙӨК
КӨЙӨК

  “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы территорияһында  - Оло Эйек йылғаһының үрге ағымында, Мораҙым ауылынан 12-15 саҡрым алыҫлыҡта ҡасандыр Покров баҡыр иретеү заводы урынлашҡан урынды ололар Көйөк тип атай.
 Тайгала, төпкөлдә ятҡан был урын баҡыр иретеү заводы төҙөү өсөн осраҡлы ғына һайланмаған: тирә-яҡта торлаҡ һәм башҡа ағас ҡоролмалар төҙөү өсөн кәрәкле урман да (ағас күмере өсөн сеймал), быуа төҙөү һәм етештерелгән продукцияны һал менән ағыҙыу өсөн Оло Эйек йылғаһы ла бик уңайлы тип табылған.
  Төҙөлөш 1754 йылда императрица Елизавета Петровнаның фавориты  - йоғонтоло вельможа, граф Александр Шувалов тарафынан башлана. Ерҙәр Нуғай даруғаһының Һыуын-Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улустары башҡорттарынан йылына ни бары 10 һумға ғына ҡуртымға алынған. Завод 1759 йылда төҙөлөп бөтә.  Уның ағастан төҙөлгән баҡыр иретеү фабрикаһы, быуаһы, сиркәүе, ете баҡыр иретеү мейесе, эшселәр өсөн торлаҡ һәм башҡа ярҙамсы биналары була.  Заводта төрлө ваҡытта 700-гә тиклем ирекле ялланған һәм крепостной крәҫтиән эшләй.
 Баҡыр ылау менән дә, йылға буйлап һал менән дә Ырымбурға, артабан Мәскәүгә һәм Екатеринбургҡа баҡыр тәңкәләр һуғыу өсөн оҙатыла. Заводтағы хеҙмәт ауыр була, барлыҡ эштәр тулыһынса ҡул менән башҡарыла. Крепостной крәҫтиәндәрҙең балалары ла заводта эшләргә тейеш була. Быларҙың барыһы ла эшселәр араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
 Шундай ҡыҙыҡлы фактты ла телгә алмау мөмкин түгел: А.С. Пушкиндың “Капитан ҡыҙы” әҫәре аша билдәле булған каторжан Хлопуша - Афанасий Соколов  та заводта ғаиләһе менән йәшәгән һәм 15 йыл эшләгән. Ул Е.Пугачев яҡлыларға ҡушылып,  500 завод эшсеһенән торған 6 пушкалы отряд йыя, Пугачевтың иң яҡын ярҙамсыһы була һәм полковник итеп тәғәйенләнә. “Капитан ҡыҙы”н уҡып сыҡҡас , миңә А.Пушкин Хлопушаға симпатия менән ҡарай кеүек тойолдо, ул уны сая юлбаҫар тип атай.

  Покров баҡыр иретеү заводы 1773 йылда Пугачевтың һәм уның тағы бер полковнигы Кинйә Арыҫлановтың көрәштәштәре тарафынан баҫып алынып яндырыла һәм башҡаса тергеҙелмәй. 17 йыл эсендә заводта 32 513 бот баҡыр иретелә.

 Кинйә Арыҫланов - легендар шәхес, Нуғай даруғаһының Бошман Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы, Пугачев баш күтәреүселәренең баш полковнигы. Ул башҡорттарҙың Пугачев яғына күсеүен тәьмин итә.
 Беҙҙең көндәрҙә Покров баҡыр иретеү заводы булған урынды табыу еңел түгел, тик 300 йыллыҡ ҡарағайҙар һәм ҡарағастар ғына шул ҡайғылы ваҡиғаларҙың тере шаһиты булып үҫеп ултыра. Был урында булғанда үҙеңде нисектер уңайһыҙ тояһың, күңелдә ирекһеҙҙән тиҙерәк китеү теләге тыуа, көйөк еҫе һиҙелә, урындың исеме лә шунан килеп сыҡҡан.
  Тәбиғәт паркы барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк үткәрелгән археологик ҡаҙыныуҙар барышында унда балта тамғалары һуғылған кирбестәр, уҡ башаҡтары һәм һөңгөләр, пушка йәҙрәләре, баҡырлы плашкалар, Елизавета Петровна һәм Екатерина икенсе хакимлыҡ иткән осорҙа ҡулланылышта булған көмөш һәм баҡыр тәңкәләр табыла. Яр буйында бик күп ялтыр таштар, баҡыр мәғдәненән ҡалған шлактар ята.

  Завод эшселәренең вариҫтары бер үк исемле ике ауылға нигеҙ һала: береһе - Йылайыр районының Яңы Покровский утары, завод урынынан 25 км алыҫлыҡта, икенсеһе - беҙҙең райондың Яңы Покровка ауылы, 40 км алыҫлыҡта ята. Хәҙерге ваҡытта популяцияһын тергеҙеү өсөн Белоруссиянан килтерелгән зубрҙарҙы осратырға мөмкин.
Әнүәр КИЛСЕМБАЕВ.

Мораҡ ауылы.

Һүрәт авторҙың шәхси архивынан алынды. 

 

Автор:
Читайте нас