Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль , 10:40

Мораҡ башҡорт гимназияһы рекорд ҡуйҙы

Быйыл Мораҡ башҡорт гимназияһын 33 бала тамамланы.  Улар үҙҙәренең яҡшы белем кимәлен, яңы офоҡтар асырға ынтылышын, эшһөйәрлеген һәм иҫ киткес ныҡышмалылығын күрһәтте: унауһы алтын миҙалға, дүртәүһе көмөш миҙалға лайыҡ булды. Был - гимназия тарихында иҫтә ҡалырлыҡ тарихи ваҡиға!

Мораҡ башҡорт гимназияһы рекорд ҡуйҙыМораҡ башҡорт гимназияһы рекорд ҡуйҙы
Мораҡ башҡорт гимназияһы рекорд ҡуйҙы

- Минең өсөн 11-се  “б” класым – журналдағы фамилиялар исемлеге генә түгел, ә команда, ғаилә! Уларҙың башҡаларҙан айырылып торған бер үҙенсәлеген – балаларҙың күпселегенең көслө математик әҙерлеген билдәләргә теләйем, бының өсөн мин 1-9-сы кластарҙа улар менән эшләгән коллегаларыма рәхмәтлемен. Уларҙың икенсе һыҙаты - уҡыуға тәрән мотивация, яңы белем алыу менән ҡыҙыҡһыныу.

 Ике йыл күҙ асып йомғансы тигәндәй үтте, БДИ тапшырыу көндәре етте, һөҙөмтәләрҙе көткән ауыр аҙналар үтте.

 22 уҡыусынан 20 кеше математиканан БДИ-ла 70 һәм унан күберәк балл йыйҙы! Әлбиттә, был, тәү сиратта, балаларҙың ҡаҙанышы, яҡшы һөҙөмтә өсөн уларға рәхмәт белдерергә теләйем.

Балалар яңы тормош тупһаһы алдында тора, һәм мин уларҙың һәр береһе үҙ юлын табыр тип ышанам! Был сығарылыш менән хушлашҡанда, бөтә класс өсөн уларҙың үҫеше, маҡсатлы булыуҙары өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерәм. Алда юлдары күп булһын, һәм уларҙың һәр береһе уларҙы бәхетле булған урынға алып барһын! – ти үҙенең 11-се “б” класы хаҡында  М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының математика уҡытыусыһы Алик ҒҮМӘРОВ.

Әйткәндәй, Алик Роберт улының класындағы 22 баланың ҡап яртыһы миҙалға лайыҡ булды (был гимназия тарихында бығаса булмаған күренеш тип әйтергә лә була!), күптәре теге йәки был фәндәр буйынса БДИ-ла юғары балл алды... Бында балаларҙың тырышлығын һәм, әлбиттә, гимназия уҡытыусыларының көслө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алмай булмай! Ата-әсәләр исеменән гимназия коллективына мең рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Егет-ҡыҙҙарға үҙҙәренең хыялын тормошҡа ашырырға, күңелдәренә ятҡан һөнәр буйынса белем алырға насип булһын!!!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас