Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль , 06:15

Августа һауа торошо нисек буласаҡ?

Синоптиктар Башҡортостанда 2026 йылдың йәйенең ҡалған өлөшөнә һауа торошоноң яңыртылған фаразын иғлан итте.

Августа һауа торошо нисек буласаҡ?Августа һауа торошо нисек буласаҡ?
Августа һауа торошо нисек буласаҡ?

Өфө һәм республика халҡын ысын һауа торошо «тирбәлеүҙәре» көтә: июлдәге эҫе көндәрҙән һуң төбәкте аномаль ямғырлы көслө циклондар ҡаплай.

Июль эҫелеге: +32°сҡ тиклем һәм яуым-төшөмһөҙ

 «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һауа торошо тотороҡло антициклон фазаһына күсә.

Бөгөндән башлап һауа әүҙем йылына башлай.

Эҫелектең иң юғары нөктәһе 22 июлдән 28-нә тиклемге осорға тура киләсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +28...+32°С билдәһенә етәсәк, ә төндә +18...+23°С  йылы буласаҡ.

Осадков в эту неделю практически не прогнозируется, так что у жителей будет время насладиться полноценным пляжным отдыхом.

Был аҙнала яуым-төшөм фаразланмай тиерлек, шуға күрә халыҡ рәхәтләнеп һыу инә аласаҡ.

Август: аномаль ямғырҙар һәм ҡапыл һыуытыу

Йәйҙең төп сюрпризы августҡа әҙерләнгән. Был айҙа көслө эҫелек булмаясаҡ. Көндөҙгө уртаса температура( +15...+19°с)  климат нормаһына әйләнеп ҡайта, әммә яуым-төшөм буйынса хәл норманан күпкә юғарыраҡ.

Августың беренсе декадаһы һалҡынса була, тип фаразлай синоптиктар. 1 августан оҙайлы ямғырҙар башлана, улар кәмендә 10-на тиклем дауам итә.

Көндөҙгө температура +13° - +15°Сҡа тиклем төшә, ә төндә һауа +5 ° с+10 ° Сҡа тиклем һыуыта ала (республиканың көньяғында яуым-төшөм айырыуса күп була), тиҙәр улар.

10 августан һуң ҡыҫҡа ваҡытҡа +24°С +28 ° Сҡа тиклем йылы әйләнеп ҡайтыуы ихтимал, әммә метеорологтар иҫкәртә: ямғырлы һауа торошо ай аҙағына тиклем һаҡланыуы ихтимал.

Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәргә йәйҙең ике фазаһына әҙерләнергә кәрәк: башта — ҡояштан һаҡланыу һәм баҡсаларҙы һуғарыу, һуңынан — һыу үткәрмәҫ аяҡ кейеме һәм йылы әйберҙәр (хатта август айында ла).

Көндәлек яңыртыуҙарҙы күҙәтегеҙ, сөнки төбәктә оҙайлы һауа торошона төҙәтмәләр индерелеүе ихтимал!

 

Автор:
Читайте нас