**Ингредиенттар (3 литрлы банкаға):**
* банка тулырлыҡ ваҡ ҡыяр
* Һарымһаҡ – 4-5 теш
* Укроп сатырҙары 2-3 дана.
* Керәк (хрен) япрағы - 1 дана.
* Ҡарағат япрағы 3-4 дана.
* Сейә япрағы 3-4 дана.
* Борсаҡлы ҡара борос - 8-10 дана.
* Хуш еҫле борос -3-4
* Лавр япрағы - 2 дана.
**Маринад:**
* Һыу — 1,5 л
* Тоҙ — 2 аш ҡалағы (өймәләм итмәй генә)
* Шәкәр — 3 аш ҡалағы.
* Уксус 9% — 100 мл
### Әҙерләү:
- Ҡыярҙы һыуыҡ һыуҙа 2-3 сәғәт тоторға.
- Стерилләнгән банканың төбөнә йәшелсә, һарымһаҡ һәм тәмләткестәр һалығыҙ.
- Ҡыярҙы уның өҫтөнә тығыҙ итеп һалығыҙ.
- Өҫтөнә 15 минутҡа ҡайнар һыу ҡойоғоҙ, һуңынан һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойоғоҙ.
- Маринад әҙерләгеҙ: һыуға тоҙ һәм шәкәр һалып ҡайнатығыҙ, аҙаҡ уксус өҫтәгеҙ.
- Ҡайнар маринадты ҡыярҙың өҫтөнә ҡойоғоҙ.
- Ҡапҡа менән ҡаплағыҙ, банкаларҙы өҫкә әйләндерегеҙ, юрған менән уратып, тулыһынса һыуынғансы ҡалдырығыҙ.