Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль , 08:35

Ҡан тамырҙарын таҙартыу

Ҡан тамырҙарын холестериндан, төрлө шлактарҙан таҙартыу...

Ҡан тамырҙарын таҙартыуҠан тамырҙарын таҙартыу
Ҡан тамырҙарын таҙартыу

Баш мейеһе тамырҙарын таҙартыу умыртҡа һөйәгенең муйынөлөшө боҙолған һәм остеохондроз булған осраҡта бик файҙалы. Муйын бүлегенә тәьҫир иткән йәрәхәттәр йәки ауырыуҙар ваҡытында сәләмәт ҡан әйләнеше боҙола. Был осраҡта баш мейеһе зыян күрә, ул туҡланыуҙы етерлек кимәлдә алмай. Ваҡыт үтеү менән организм яраҡлаша, әммә уның эшен яҡшыртыу өсөн ҡан тамырҙарын таҙартырға булла.  Нимәнән таҙартырға? Ҡан тамырҙары стеналарына йәбешеп торған теләмәгән матдәләрҙән -холестериндан да, төрлө шлактарҙан ҙа. Ҡан атымрҙарын ябай халыҡ сараларын ҡулланып, өй шарттарында таҙартырға мөмкин.

 

  1. Бер стакан һуған һуты һәм бал алығыҙ. Быларҙың барыһын да бутағыҙ. Аҙаҡ көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан был ҡатнашманы 2-шәр ҡалағын ашағыҙ. Ҡабул итеү курсы - 3 ай. Был ҡатнашма ҡан тамырҙарын яҡшы таҙарта. Өҫтәүенә был ингредиенттарҙың организмды нығытырлыҡ төрлө өҫтәмә үҙенсәлектәре бар.
  2. 2. Баш мейеһе тамырҙарын таҙартыу өсөн дегәнәк төнәтмәһе. Эсемлекте әҙерләү өсөн 10 грамм дегәнәк тамырын термосҡа һалаһың. Кискеһен уға ҡайнар һыу һалып, иртәнгә тиклем ҡалдырырға. Шунан һәр иртә ашар алдынан 5, максимум 6 ҡалаҡ төнәтмә эсергә.
  3. Бер ай ярымдан ике айға тиклем төнәтмә эсергә. Һуңынан ике аҙналыҡ тәнәфес яһарға һәм тағы ла бер тапҡыр курсты ҡабатларға. Был дауалауҙы эш көнө дауамында күп ултырған һәм дөйөм алғанда ултырып эшәргә мәжбүр булған, әммә юғарыла күрһәтелгән йәрәхәттәр йәки остеохондроз булмаған кешеләргә лә профилактик маҡсаттарҙа үткәреү файҙалы.

    3. 3. Гранат һутын эсергә тырышығыҙ - ул бик яҡшы ярҙам итә, шулай уҡ күберәк еләк ашарға: балан, миләш; алма һәм кишер һуттарын эсергә, дөрөҫ туҡланырға онотмаҫҡа!
  4. Халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас