Мораҙым
+15 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
17 Июля , 11:40

Байлыҡ менән һыналыу

Әхирәтем бер көндө килгәнендә улының кейемдәре һәм ноутбугы һалынған сумканы тотторҙо: – Сүплеккә ташларға уйланым да, һеҙгә кәрәк булыр, тип алып килдем. Әлбиттә, был кейем үткән йыл модала ине, быйыл уларҙы бер кем дә кеймәй... Өҫтөмә йыуынты һыу ҡойған кеүек булды.  Шул көндө тәүге тапҡыр ултырып иланым. Балаларыбыҙҙың башҡалар алдында кәм булып йөрөүенә, уларға етеш тормош бүләк итә алмауыбыҙға ғәрләндем...

Дуҫлыҡ хисе тормош тарафынан төрлө һынауға дусар ителеп кенә тора икән. Ғүмерҙә лә бала саҡтан аралашып, донъяның әсе-сөсөһөн бергә кисергән әхирәтем менән ара боҙолор, тип уйламағайным. Үткәндәр хаҡына күпме генә сабыр булырға, ҡайһы бер ҡылыҡтарына күҙ йомоп ҡалырға тырышһам да, кисә түҙемлегем ҡалманы. Нимә уйлауымды күҙенә ҡарап, тураһын бәреп әйттем дә  ҡайтып киттем.

 Аңлаһа – аңлар, аңламаһа юҡ инде. Хәлдәр үҙгәрмәй икән, аралашыуҙы бөтөнләй туҡтатам. Хәйер, аңлағанға оҡшамай. Бөгөн иртәнсәк иремә шылтыратып, ошаҡлашып та өлгөргән. Самат менән әрләштек. Уның һүҙенә ҡарап, ғүмер иткән ирем мине ғәйепләй.

Барыһын да баштан һөйләгәндә, беҙ Гөлкәй менән мәктәпкә барғандан алып дуҫ булдыҡ. Уҡыуҙа ла, эштә лә, уйында ла гел бергә йөрөнөк, бер-беребеҙҙән йәшерен серҙәребеҙ булманы. Икебеҙ ҙә ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫтек. “Урта хәлле” тиҙәр беҙҙең кеүектәрҙе. Йонсоп та йәшәмәнек, артыҡ маһайырлыҡ та байлыҡ юҡ ине. Мәктәпте тамамлағас, икәү бергә Өфөгә, педагогия институтына, уҡырға индек. Диплом алғас та, баш ҡалала төпләнергә хәл итеп, икәү бергә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй башланыҡ. Тик икебеҙ ҙә математика уҡытыусыһы булғас, бер мәктәптә эш таба алманыҡ. Мин – ябай мәктәптә, Гөлкәй ҡала гимназияһында хеҙмәт юлыбыҙҙы башлап ебәрҙек.

Интернет селтәрендә Самат исемле егет менән таныштым. 2 – 3 ай тирәһе шулай аралашҡас, ул мине осрашыуға саҡырҙы. Таныш булмаған кеше янына үҙем генә барырға шикләндем, шуға дуҫы менән килергә тәҡдим иттем. Үҙем менән әхирәтемде эйәрттем. Гөлкәй менән Ильяс шулай танышып китте. Ике йылдан беҙ – ике пар ҙа бер-бер артлы туй үткәреп, ғаилә ҡорҙоҡ.

Самат та минең кеүек ябай ғаиләлә тыуып үҫкән егет. Ҡайным менән ҡәйнәмдең тағы ла оло улдары Вафа бар. Ул тыумыштан инвалид, йөрөй алмай. Тапҡан-таянған аҡсалары элек-электән ҡайнағамды дауалау өсөн китеп торған. Шуға ла ирем юғары белем ала алмаған. Әммә ҡулы алтын: нимәгә тотонһа – шуны булдыра. Автотранспорт техникумын тамамлап, машина йүнәтеү сервисында эшләп йөрөй. Ғаилә ҡорғас, өҫтәмә килем булһын, тип электрикка уҡып алды, интернетҡа “Муж на час” тип иғлан да бирҙе. Тәүҙә иркен йәшәнек, тик ипотекаға ике бүлмәле фатир алғас, булған аҡсаны ҡыҫып, самалап тотона башланыҡ. Элекке кеүек тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығыуҙар, спектаклдәргә, ресторандарға йөрөүҙәр  бөттө. Магазинға ла үтә кәрәккәндә генә барабыҙ. Мин эштән буш ваҡытымда репетиторлыҡ менән шөғөлләнә башланым. Уның араһында шәхси балалар баҡсаһына өҫтәлмә ваҡытҡа (балаларын киске сәғәт 7-нән һуң килеп ала алмаған ата-әсәләр икеләтә хаҡ түләй) урынлаштым. Ә тәүге улыбыҙ тыуғас, килем кәмене (эшләй алмай инем), ә сығымдар артты. Бары тик икенсе бала тыуғас, “әсәлек капиталы” һәм пособиелар менән генә кредиттан ҡотолдоҡ. Әммә ҡабат алырға тура килде: машинабыҙҙы яңырттыҡ. Элеккесә ауыр хәлдә булмаһаҡ та, һаман да осто осҡа ялғап көн итәбеҙ. Зарланырға ярамай, һаулыҡ булһа, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Иң мөһиме – ғаиләбеҙ татыу, йәшәйешебеҙ матур.

Ә Гөлкәй менән Ильяс беҙҙең кеүек ауырлыҡ  күрмәне. Ильясҡа ата-әсәһе туйҙа уҡ фатир бүләк итте. Ейәндәре тыуғас, олатай менән өләсәй, йәш ғаиләгә ярҙам тип, ҙур ғына сумманы ҡунаҡтар алдында сығарып һалды. Аҙаҡ был аҡсаға ғаилә дуҫтарыбыҙ “текә” машина һатып алды. Юғары белем алған Ильяс үҙе лә эшсән, тырыш. Эшләгән ойошмаһында карьера баҫҡысынан бик тиҙ үрләне: бөгөн ҙур ғына бүлекте етәкләй. Берҙән-бер улдары Рәмил энәнән-ептән сыҡҡанды ғына кейеп, затлы ризыҡтар ашап йәшәй. Беҙҙең балалар кеүек ябай ҡала мәктәбендә түгел, ә абруйлы һаналған гимназияла уҡый.

Тәүге осорҙа беҙҙең ғаиләләрҙең финанс кимәленең төрлө булыуына ҡарамаҫтан, элеккесә аралаштыҡ, байрамдарҙы бергә үткәрҙек. Сер бүлешер әхирәтем һаман да иң яҡын дуҫым булып ҡалды. Тик хәлләнә барған һайын уның характеры үҙгәрҙе. Яйы сыҡҡан һайын үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтә, мине кәмһетә башланы. Уртаҡ һүҙҙәр ҙә, фекерҙәр ҙә юғалды. Осрашҡан саҡта һүҙ Гөлкәйҙең яңы әйберҙәре тураһында ғына барҙы.

– Был күлдәк Өфөгә икәү генә килгән. Саҡ өлгөрҙөм. Икенсеһен фәлән-фәлән министрҙың ҡатыны алған. Башҡалар ошо көндә терһәктәрен тешләрҙәй булып йөрөй...

– Кисә Ильяс менән әрләштек. Доминиканоға путевканы “Все включено” менән алған. Күпме әйттем, “ультра все включено” кәрәк тип. 70 мең һум аҡсаһын йәлләп, убогий отелде һайлаған. Турфирмаға шылтыратып, ҡыҙҙарҙы яйлап-майлап, саҡ үҙгәртеп алдым...

– Күҙ алдыңа килтерәһеңме, беҙҙең курсташ Рәмилә сит ил машинаһы һатып алған. Башы “өслө” билдәһенән сыҡмаған, танышлыҡ менән саҡ уҡып сыҡҡан бисә хәҙер әллә кем булып йөрөй. Икенсе айҙа уныҡынан да ҡиммәтерәкте алмаһам, исемем Гөлкәй булмаһын!..

Тәүҙә уның өсөн ихлас шатлана инем. Тора-бара үҙемде уңайһыҙ тоя, яңылыш сит кеше донъяһына ингәндәй күрә башланым. Етмәһә, һуңғы арала кинәйәләп тә, тураһын әйтеп тә беҙҙе кәмһетә. Бер көндө килгәнендә улының кейемдәре һәм ноутбугы һалынған сумканы тотторҙо:

– Сүплеккә ташларға уйланым да, һеҙгә кәрәк булыр, тип алып килдем. Әлбиттә, был кейем үткән йыл модала ине, быйыл уларҙы бер кем дә кеймәй...

Өҫтөмә йыуынты һыу ҡойған кеүек булды. Быға тиклем дә улдарым Рәмилдең кейемдәрен кейә ине. Сөнки иркә малай 3 – 4 тапҡыр ғына кейә лә ялҡа, ата-әсәһенән яңыны таптыра башлай. Беренсенән, матур, ҡәҙерле кейем әрәм булмаһын, тиһәк, икенсенән, ундай сифатлы, брендлы кейем алырға беҙҙең хәлебеҙҙән килмәй. Шул көндө тәүге тапҡыр ултырып иланым. Балаларыбыҙҙың башҡалар алдында кәм булып йөрөүенә, уларға етеш тормош бүләк итә алмауыбыҙға ғәрләндем. Был халәтемде башҡаларға һиҙҙермәнем, күңел бушаттым да тынысландым.

Икенсе юлы Гөлкәй йома көндө минең картаға 5 мең һум аҡса күсерҙе. Аптырап торған арала үҙе шылтыратты.

– Гөлиә, аҡса килдеме?

– Эйе, шуға аптырап тора инем.

– Аптырама. Кисә Ильяс менән һөйләштек тә, бынан һуң хәйерҙе һеҙгә бирергә булдыҡ. Шуға бөгөн йома, тип һиңә аҡса күсерҙем.

– Туҡта, был бит дөрөҫ түгел. Хәйерҙе йә мәсеткә, йә мохтаждарға бирергә кәрәк. Ә беҙ бит һау-сәләмәт, эшләп йөрөйбөҙ...

– Мохтажһығыҙ инде. Мәңге аҡсағыҙ юҡ. Өсәр эштә эшләп тә етешә алмайһығыҙ...

Эйе, бала саҡ әхирәтем миңә үҙенсә ярҙам итергә теләй. Тик уны бит күңел ҡалдырырлыҡ һүҙҙәр әйтмәйенсә лә эшләргә була. Ипотека түләгән саҡта уларҙан бурысҡа алып тора инек, түләй алмаған саҡта 2 – 3 айға тотҡарларға ла тура килде. Аҡсаһыҙлыҡҡа зарланып та ултырмайым, киреһенсә, бергә осрашһаҡ, тормош мәшәҡәттәренән арынырға тырышып, күңел асырға, һөйләшеп ултырырға яратам.

Һуңғы сиккә Саматтың тыуған көнөндә булған хәл алып барып еткерҙе. Бәләкәй генә компания менән өйҙә табын ҡорғайныҡ. Ҡотлау һүҙҙәре башланғас, Ильяс тороп, һүҙ алды. Телмәрен матур башланы ул. Әммә аҙағында әйткән һүҙҙәре кәйефте төшөрҙө.

– Самат дуҫ, инде яйлап бишенсе тиҫтәне ваҡлай башланың. Туғыҙ йыл һә тигәнсе үтеп тә китер. Алтын йәш, ир уртаһы, тип тә әйтәләр. Шуға яйлап аҡыл йыйырға, тормошҡа ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Һеҙгә лә кешесә йәшәй башларға ваҡыттыр. Ике бүлмәле фатирҙа, урта ҡуллы машинала интегеп йәшәргә ярамай...

Түҙмәнем, уны бүлдерә һалдым. Асыуым ҡабарһа ла, үҙемде тыныс тоторға тырыштым:

– Беҙ интегеп йәшәмәйбеҙ. Аҡсаға мулыҡмаһаҡ та, Самат – ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ир, атай. Улдары уны ярата. Был тормошта аҡса иң мөһим әйбер түгел!

– Гөлиә, ғаилә башлығы үҙендә яуаплылыҡ тойорға тейеш. Балаларының киләсәге өсөн.

– Ә ул яуаплы. Аҙып-туҙып йөрөмәй, эш хаҡы ала, хәләл көс менән йәшәй. Балалар өсөн өлгө. Әйҙәгеҙ, был теманы ҡуйып торайыҡ.

Шулай ҙа Гөлкәй менән Ильясҡа асыуым ҡабарҙы. Тағы ла шундай һүҙ сыҡһа, урынына ултыртырға булдым. Ә Самат бындай хәлдәргә бөтөнләй иғтибар итмәй. Киреһенсә, мине ғәйепләй: “Ниңә ҡатын-ҡыҙ барыһын да күңеленә яҡын алып, ҡатмарлаштырып бөтә ул? Ильяс бит миңә бары тик теләктәрен генә еткерҙе. Оҡшамай икән, ҡолағыңа элмәй генә үткәреп ебер”, – ти. Ә мин улайта алмайым.

Балалыҡ дуҫым менән ҡаты һөйләшер мәл үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Эштән ҡайтырға сыҡҡайным инде, Гөлкәй шылтыратып, үҙҙәренә инеп сығыуҙы һораны. “Мөһим” йомошо бар икән.

– Быйыл йәй Испанияға ял итергә барабыҙ. Рәмилгә иптәшкә оло малайығыҙҙы алып барырға булдыҡ. Сит ил паспорты, документтар әҙерләй башлағыҙ. Сығымдарҙы беҙ тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ.

Беҙҙең ризалыҡты һорарға ла “онотҡан” әхирәтемә ҡаршы төштөм:

– Юҡ, ул бармай. Тәҡдимеңә рәхмәт, әлбиттә. Әммә юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға кәрәк. Өләсәйҙәренә ҡайтырҙар.

– Һин нимә һөйләйһең? Ауыл менән Испанияны сағыштырып буламы? Улыңды уйла, уға бит кешесә ял итергә мөмкинлек бар!

– Һинеңсә, сит илгә барырға мөмкинлеге булмағандар, ауылға ҡайтҡандар кешесә йәшәмәй буламы? Гөлкәй, һин үҙең ҡайҙа, кем менән үҫтең һуң? Мин дә, һин дә, беҙҙең ирҙәр ҙә – ябай ауыл балалары. Әллә ҡайҙан сыҡмағанбыҙ. Ә инде һинең ҡайныңдың фатир, машина бүләк итергә мөмкинлеге булып, тормошоғоҙ еңелерәк башланған икән, башҡаларҙы кәмһетергә ярамай. Барлыҡ ярҙамығыҙ өсөн рәхмәттәрем сикһеҙ. Тик беҙҙе хәйерсе менән тиңләмәгеҙ. Ашарға ашыбыҙ ҙа, кейергә кейемебеҙ ҙә, йәшәргә йортобоҙ ҙа бар. Һеҙҙекенән ҡайтыш йәшәмәйбеҙ. Аҡсаһыҙлыҡ – кәмселек түгел.

Әйберҙәремде алдым да ишекте ҡаты ябып сығып киттем. Бала саҡта күҙе соҡолған ҡурсаҡ менән бергә уйнаған, студент йылдарында күлдәктәрҙе алмаш-тилмәш кейгән, иҙән йыуырға урынлашып, төн уртаһына тиклем эшләгән, эшкә урынлашҡас, аҡса еткерә алмай, икмәкте генә түгел, бер тәрилкә ашты ла бүлешеп ашаған әхирәтем менән арабыҙ өҙөлдө. Аҡса кешене үҙгәртә, боҙа икән ул. Атайым мәрхүмдең тыуған көнө еткәс, мәсеткә барғайным. Мулланың вәғәз һөйләгән сағына тура килдем. Шуның һүҙҙәре ҡолағымда сыңлап киткәндәй булды: “Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе ауырлыҡтар, ауырыуҙар менән генә түгел, аҡса, байлыҡ, власть менән дә һынай. Әҙәм балаһының эсендә үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты ята. Ауырыу, ауырлыҡ килгәндә күптәр белеп тә, белмәйенсә лә тырышып-тырмашып йәшәргә ынтыла башлай, көрәшә, иманға ҡайта. Ә байлыҡ менән власть – ҡурҡыныс әйбер. Кеше ауырлыҡ күрмәй, ирәйә, көрәйә, маһая, тәкәбберләнә. Һәм яйлап иманын юғалта. Аҫыл алманы эстән кимергән ҡорт кеүек. Шуға ла хаҡ Аллаһтан байлыҡ түгел, иман һорағыҙ. Ә инде байлыҡ, дәүләт һораһағыҙ, уға ҡушып изгелекле күңел, матур хәтер һорағыҙ. Байлыҡҡа тиклем нисек йәшәгәнегеҙҙе онотмаҫ өсөн!”

Йә, Раббым, байлыҡ менән һыналыу ҡурҡыныс икән...

Авторы:Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Автор:
Читайте нас