Мораҙым
+15 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Июль , 07:30

Бер танышым түрә булды...

Бер танышым түрә булды. Сабатаһын түргә элде. Ялтыр туфлиҙарын кейҙе. Бара-тора кейеме генә түгел, ҡиәфәте лә үҙгәрҙе. Танауы өҫкә сөйөлдө, йөҙө түңәрәкләнде, ҡорһағы кәпәйҙе. Холоҡ-фиғеле лә ҡырҡа үҙгәреш кисерҙе. Тауышы – бойороҡ, күҙҙәре – йүгерек, нәфсеһе – төпһөҙ ҡоҙоҡ. Ил мөлкәтенә күпләп “айыу майы” һөрттө. Рухы кесерәйҙе, намыҫы ташлап ҡасты...             Көндәрҙән бер көндө был тотолдо, әммә аҡса биреп ҡотолдо. Бер аҙ яраларын ялап ятты, тағы элекке хәленә ҡайтты. Хәҙер инде яңы һикереш өсөн көс йыя.

Йәшенләп-дауыллап ямғыр яҡынлашты. Күк күкрәне, көслө ел донъяны пыран-заран килтерҙе. Саңлы өйрөлтмәктәр урам буйлап баҫтырышып уйнаны.

 Бөтә донъя ямғыр көттө. Тауышы ҙур булды, ә ямғыр бер-ике тамсы ғына тамды ла үтеп тә китте...

 Арабыҙҙа буш күнәк ише доңғорлап, тауышланып, бушты-бушҡа ауҙарып, ҡыҫыр вәғәҙәләр биреп йөрөүселәр аҙыраҡ булһа икән!

Уймаҡ хикәйәләр авторы - Ғәлиә Әлимғужина. 

Автор:
Читайте нас