

Һәр йортта 5-шәр - 7-шәр бала булып, уларҙы ҡарау-тәрбиәләү ошо ағинәйҙәр, йәғни ҡәрсәй-өләсәйҙәр иңенә төштө.
Ауылым ағинәйҙәре, хөкүмәттең ул саҡта динде артыҡ хупламауына ҡарамай, биш намаҙын ҡалдырманы, ураҙа тоттолар, Ураҙа һәм Ҡорбан Ғәйеттәрен үткәрҙеләр, ҡорбан салдырырға ла онотманылар. Ураҙа ваҡыттарында төн уртаһында сәхәр эскәндәрендә алдарында икмәк, май, камауай шәкәр генә булыр ине. Ул ризыҡты ла, беҙ тороп ултырһаҡ, ҡыуана-ҡыуана уртаҡлаша инеләр. Үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәрен ислам дине нигеҙҙәрендә тәрбиәләргә тырыштылар. Ғәйет байрамына өйҙәрен, ихаталарын йыйыштырып ҡуйырҙар ине. Нәфисә өләсәйем иһә ишек алдын ғына түгел, урамды ла һепереп ҡуя торғайны. Өй беренсә байрамсылап йөрөгән бала-сағаға кәнфит тотторор булды. Хәбибъямал ҡәрсәйем бик уҡымышлы ине, шуға күрә күрше-тирә ҡатындары йыш ҡына хәйер индерҙе. Саҙаҡаны күпме һәм нимә менән бирһәләр ҙә, ҡәрсәйем үҙ ҡулы менән алып, доға, сүрәләр уҡып, илебеҙгә тыныслыҡ, донъяларға бәрәкәт, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, изге теләктәр теләп оҙатып ҡалыр ине. Кемдәрҙер 5 тин, кемдәрҙер хәлдәренә ҡарап, бәлки, күберәк тә биргәндер, бәғзеләр ҡул аҡсаһы булмаһа яңы бешкән икмәк, ҡаймаҡ йә бер банка һөт тотоп ингеләне. Ҡәрсәйемдә һәр ваҡыт хәйер аҡсаһы булғас, беҙгә киноға 5 тин аҡсаһын йәлләмәне.
Беҙҙең Түкәт ауылы Энәк йылғаһының ағышына ҡарап, Үръяҡ һәм Түбән яҡҡа бүленгән ине. Үръяҡ урамы бөткәс тә ҡырҡа 90 градусҡа боролоп, 100 м самаһы үткәс кенә Түбән яҡ урамы башлана. Үръяҡта Нурмөхәмәтовтар менән Илмөхмәтовтар, Түбән яҡта күпселек Сәлихҡоловтар менән Мырҙабулатовтар йәшәй. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, ауылға нигеҙ һалыусылар Нурмөхәмәтовтар менән Илмөхәмәттовтар була.
Минең өләсәйем Мырҙабулатова Нәфисә Түбән яҡта йәшәне, бал ҡорто тотто, эшкә уңған, тырыш булды. Мөһабәт кәүҙәле ине, сир-сырхауҙы белмәне, көр тауышы менән матур итеп йырланы, мөнәжәттәр һәм бәйеттәр һөйләне. Урам аша йәшәгән бер туған апаһы Йәнбикә инәй менән баҡсаларында ҡорт ҡараған арала урам аша ҡысҡырып һөйләшә инеләр.
Мин үҙем Үръяҡта йәшәгәс, үҙебеҙҙең урам ағинәйҙәре бигерәк тә яҡын булды. Аһылбикә инәйҙең урамдан үткән һәр баланы үҙенекеләй күреп, арҡаһынан һөйөп, кәнфит биреп шатландырған бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Беҙҙең ваҡытта тыуған күп баланың кендек инәһе булды, сөнки дауаханаға алып барып еткереүе ҡыйын, мөмкинлектәр ҙә булмағандыр, күрәһең. Ул заманда йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек аҙаҡҡа тиклем эшләп йөрөнө. Шуға күрә сөгөлдөр баҫыуында бушанғандар ҙа булды. Минең кендек инәйем беҙҙән бер өй аша йәшәгән Сәрбиямал инәй ине. Мине күрһә, бына минең улым үтеп бара, кил әле, тип саҡырып тупылдатып яратып, яҡшы теләктәр теләп ҡала торғайны. Ул бик уҡымышлы, егәрле, сабыр холоҡло, ярҙамсыл ине, ауыл балаларына ҡот ҡойҙо. Ҡотто ҡурғаштан, һис булмаһа балауыҙҙан ҡойоп, бына күрҙеңме, әтәс төштө, эт төштө, тип баланың нимәнән ҡурҡҡанын күрһәтеп, был һынды түшеңә тағып йөрө, тип, муйынға тағып ҡайтара ине.
Бәләкәй генә өйҙә Шәкүрә инәй йәшәне, ул кешенең күҙенә сыҡҡан арпаны дауаланы, ауыҙ эргәләре боҙолһа, үҙенең белгән доғаларын уҡып, ауыҙға йүгәндең ауыҙлығын ҡаптырып имләне.
Ҡәрсәйем һәр беребеҙгә күлдәк-ыштан тегеп кейҙереп, ойоҡ-бейәләй бәйләп, тишек быйма, кирза итектәрҙе ямап бирә торғайны.
Емеш-еләк ваҡытында Үръяҡ инәйҙәре туғайҙарға һәр ваҡыт бергә йөрөнөләр, бер-береһенә ярҙам иттеләр. Әгәр берәйһенең күнәге ҡайтыр алдынан еләк менән тулмаһа, күмәкләп йыйып тултырғас ҡына ҡайтып китәләр ине.
Ағинәйҙәр бер-береһен сәйгә саҡырышып, ҡунаҡҡа йөрөнөләр, ғөмүмән, донъя йөгөн дә тарттылар, ейән-ейәнсәрҙәрен дә ҡарашырға ваҡыттарын йәлләмәнеләр.
Вәлиулла НУРМӨХӘМӘТОВ.
Мораҡ ауылы.