Мораҙым
+16 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
15 Июля , 11:40

Ҡабаҡ һуты

Был витаминлы һутты йәй мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ - тәмле лә, файҙалы ла ул!

Ҡабаҡ һутыҠабаҡ һуты
Ҡабаҡ һуты

Ҡабаҡ (таҙартылған) - 2 кг

Шәкәр - 200 г

Эре әфлисун һуты-  2 дана.

Лимон кислотаһы - 0,5 балғалаҡ.

 Әҙерләү

1. Ҡабаҡты ҡабығынан һәм орлоғонан таҙартығыҙ, киҫәктәргә турап, ҙур кәстрүлгә һалығыҙ.

  1. Тулыһынса ҡаплағансы һыу һалып, әкрен утта тулыһынса йомшарғансы бешерегеҙ.
  2. Әҙер ҡабаҡты блендер менән ваҡлағыҙ йәки иләк аша үткәрегеҙ.
    4. Әфлисун һуты, шәкәр һәм лимон кислотаһы өҫтәгеҙ. Яҡшы итеп болғатығыҙ.

.

5. Һутты тәмләп ҡарағыҙ һәм кәрәк булғанда, әскелтем булһын өсөн тағы бер аҙ шәкәр йәки лимон кислотаһы өҫтәгеҙ.
6. . Кәстрүлде утҡа ҡуйығыҙ һәм һутты ҡайнатығыҙ.
7. Эҫе һутты алдан стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡастарығыҙҙы герметик рәүештә ябығыҙ.
8. Банкаларҙы баштүбән әйләндерегеҙ, йылы юрған менән яҡшы итеп ябығыҙ һәм тулыһынса һыуынғансы ҡалдырығыҙ.

Теләһәгеҙ, апельсин һутын арттырырға, йәки апельсин һуты урынына алма һутын ҡулланырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас