

Ул ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн иң файҙалы сәйҙәрҙең береһе булып һанала. Йәшәү дәртен
арттыра, хатта ул ҡәһүәне алыштыра ала. Был сәйҙе көнөнә өсәр стакан эсһәгеҙ, гормондар үҙ урынында булыр.
Бер аш ҡалағы ҡурай еләге япрағын (кипкәне лә бара) 200 мл ҡайнар һыу менән 10 минут төнәтәләр.
Иҫкәрмә: был сәйҙе ятыр алдынан эсергә ярамай.
3. Куркумалы һөт
Уны шулай уҡ “алтын һөт” тип тә йөрөтәләр. Иммунитетты нығыта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, һыуыҡ тейгәнде бөтөрә.
200 мл эҫе һөткә ярты балғалаҡ куркума ҡушып болғатығыҙ. Тәменә ҡарап бал ҡушырға ла була. Был һөттө төнгә ҡарай эсергә кәңәш ителә.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!