

*Петрушка төнәтмәһенә лимон һуты ҡушып, иртәле-кисле бит тиреһенә һөртөргә.
* 2 ҡалаҡ иҙелгән петрушка үләненә 2-шәр ҡалаҡ бал менән лимон һуты өҫтәргә, 15 минутҡа биткә һөртөргә.
*Петрушка һутын әсе ҡатыҡ йәки һөт (тире майлы булғанда), ҡаймаҡ (тире ҡоро булғанда) менән болғарға, 15 минуттан битте йылы һыу менән йыуырға.
*Еләк, ҡарағат та тирене ағартыу сифатына эйә.
*25 грамм сүпрәгә 1 балғалаҡ лимон һуты, 1 ҡалаҡ һөт өҫтәргә. Битлекте 20 минуттан һуң йылы һыу менән йыуырға.
*1 лимондың һуты, 1 йомортҡа ағы, 10 грамм шәкәр, 100 мл һыуҙы бергә ҡушып болғатырға. Бит тиреһенә 20-30 минутҡа һөртөргә. Битлекте көн аша эшләргә.
*Сей картуфты ҡырғыстан үткәреп, бер нисә тамсы үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ һөт, ваҡланған миндаль өҫтәргә. 20 минуттан йыуырға һәм тирегә ярашлы крем һөртөргә.
Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.