Күптән инде хаҡлы ялда булған Сергей Сергеичты һағыш баҫты. Ҡапыл ғына. Нилектән шулайҙыр, үҙе лә аңламай ҡалды. Кинәт ябырылды был тойғо.
Көн ғәҙәттәгесә башланды. Таң атҡас та торҙо. Йыуынды. Тауыҡтарҙы ашатты. Үгеҙҙәрен көтөүгә ҡыуҙы. Ул арала ҡатыны кәзәләрен һауып, сәй ҡайнатып өлгөрҙө. Сергей Сергеич кәзәләрҙе сығарып баҡса артындағы туғайға бәйләне лә, ҡулдарын йыуып, өҫтәл артына килеп ултырҙы. Ҡатыны хуш еҫле сәй яһап, яңы бешкән ҡоймаҡты уның алдына этәрҙе.
Йәйге иртәләге бындай табындар бик оҡшай Сергей Сергеичҡа. Ҡояш нурҙары әлегә артыҡ ҡыҙҙырмай. Йылға буйындағы таллыҡта ҡоштар һайрай. Бал ҡорттары геүләй. Һәм... Ниндәйҙер үҙенсәлекле тынлыҡ... Ара-тирә сынаяҡ ситенә тейгән балғалаҡ тауышы, ҡайнар һыуҙың шопорлағаны ғына ишетелә. Күңелгә рәхәт. Сәй эсеп туйғас, Сергей Сергеич сынанаяғын түңкәреп, күңелле тауыш менән тынлыҡты боҙҙо:
- Йә, әбей, ниндәй әмер бирерһең?
- Ниндәй әмер тей һиңә тағы, – тине ҡатыны һуҡранған тауыш менән, – ҡорттарҙы ағыула. Күренмәгән һымаҡ ине лә, кисә утағанда бер төп бәрәңгене, ҡыҙыл ҡарағат түшәлгән һымаҡ, вис һырып алғандар.
- Үәт, шаҡшылар! Ағыулағанға бер аҙна саҡ үтте. Үлмәҫ йәндәр. Ниндәй ағыуға ла бирешмәйҙәр!
Сергей Сергеич, үҙ алдына һыҙғыра-һыҙғыра, һиптерткесте эҙләп һарайға инде. Уны тапҡас, ағыуҙы һыуға ҡушып һалып, эш башларға йыйынды. Аппаратының һауа баҫымын көйләне. Ҡайышын яурынына һалып, тура тороп баҫты ла һәм бына... Һағыш баҫып алды.
Сергей Сергеич башта аңламаны Аптырап башын сайҡаны, тирә-яғына ҡаранды, хатта үҙ-үҙенә ҡолаҡ һалды. Күңеленә ниңә ҡапыл ғына шул тиклем ауыр булып китте әле? Ниңә көн, тирә-яҡ, тауыштар ҡапыл ғына төҫһөҙләнде? Аптырағас, ергә ултырҙы. Һиҫкәнеп ҡулын күкрәгенә ҡыҫты ла, күҙен йомдо. Был хәленә күнегергә тырышып, бер минут самаһы ултырҙы. Ҡысҡырған тауыш ишеткәс, яйлап ҡына башын борҙо.
Аласыҡ янында торған ҡатыны уға өндәшә икән.
Әбей ниңә икенсе төрлө тауыш менән ҡысҡыра икән, тип аптыраны Сергей Сергеич. Ҡайҙа юғалды яҡты, ҡыуаныслы көн? Тирә-яҡ һоп-һоро. Ниңә ҡапыл йөрәк ҡыҫылып, илағы килеп китте?
- Ҡартлас, нишләп йәйелдең? - ҡатынының тауышы әллә ҡайҙан гөрһөлдәп ишетелгәндәй булды. – Эштән күп нәмә юҡ. Балалар ҡайтҡансы эште бөтә һалырға кәрәк. Әтеү ейәндәрҙе ағыулап ҡуйырһың. Йә, ни эшләйһең?
Сергей Сергеич көслөк менән урынынан торҙо, йәнә ҡайышын тағып, картуф рәттәрен эшкәртергә тотондо. Күнегелгәнсә эшләне. Аңы томаланғайны. Күңеленең аҫты-өҫкә килде. Уның ихтыярынан тыш, бөтә үткән ғүмере күҙ алдынан үтте. Кинолағы һымаҡ...
Бына ул үҙенең бала, үҫмер саҡтарын күрә. Шул тиклем ҡәҙерле булған ата-әсәһенең йөҙө сағылып китте. Атаһы бесән саба, әсәһе усаҡ янында нимәлер эшләп ҡыяла. Көн аяҙ, ҡояш сағыу, күк йөҙө зәп-зәңгәр. Тик тауыштар юҡ. Әсәһе ҡысҡырып атаһын ашҡа саҡыра, ә ул, Сергей, ҡулына бер услам ҡайын еләген тотоп йүгерә. Усаҡ янына барып еткәс, сүкәйеп икмәккә үрелде һәм барыһы ла юҡҡа сыҡты. Атаһы менән әсәһе лә юғалды.
Күҙ алдында башҡа күренеш пәйҙә булды... Бына ул ир ҡорона ингән. Үҙенең Маняһы менән муйыл ағасы янында тора. Тәүге үбешеү, бына ул хистәрен белдерә, сәстәрен-сәскә бәйләргә тәҡдим итә. Маня, уға яғымлы ғына ҡарай ҙа, иренен саҡ ҡына ҡыбырлатып: “Мин риза”, - тип шыбырлай. Артабан туй, балалар китте.
Күҙ алдындағы күренештәр бер-береһен торған һайын шәберәк алмаштырҙы. Балалар баҡсаһы... Мәктәп... Һуңғы ҡыңғырау... Институттар... Диплом... Балаларының туйҙары... Өй туйлау... Тәүге ейәндәренең тыуыу шатлығы.
Ғүмер оса... Бөтәһе лә шул тиклем асыҡ һыҙатлана, ләкин, сит тәҙрәнән күренгәндәй күренә. Тирә-яҡта тормош ҡайнай, шатлыҡ-ҡыуаныстар таша. Әммә был инде уның шатлығы, уның тормошо түгел.
Сергей үҙенең һәм Маняһының ныҡ ҡына ҡартайғанын абайланы... Бына уға һикһән йәш, Манечкаға саҡ ҡына аҙыраҡ... Быларҙың барыһы ла кешеләр, картиналар, пейзаждар солғанышында әйләнә. Һәм барыһы ла тиҙерәк, тиҙерәк... Инде аңдың көсө етмәй, быларҙың бөтәһе лә уға һыйып бөтмәй...
Ҡапыл Сергей Сергеич уянып киткәндәй булды...
Көн үҙ халәтенә ҡайтты, буяуҙар, тауыштар, тормош әүәлгесә... Үҙенең илауынан тамам аңына килде. Эйе, ул нәҡ балаларса шым ғына үкһеп илай ине. Сергей Сергеич таныш урамға, йылғаға, йортона, үҙенә ҡл болғаған ҡатынына ҡараны, күҙҙәренән иһә йәштәр һаман тамды. Күңеленә инеп ятҡан таш иркенләп тын алырға ҡамасауланы.
Был халәте күпме дауам иткәнен дә иҫләмәне. Ниһайәт, илауҙан туҡтаны. Уйсан ғына офоҡҡа ҡараны. Күңелендәге һағыш яйлап-яйлап таралды. Йөрәге иһә башҡа нәмә менән тулды. Әммә нимә менән тип һораһалар ҙа, төплө яуап бирә алмаҫ ине. Тик ниндәйҙер яҡты, тынысландырыусы, көс биреүсе тойғо икәнен генә аңланы. Аңы яҡтырҙы. Сергей Сергеич тын алышы менән һағыш ҡалдыҡтарын тышҡа ҡыуып сығарҙы ла, аяғына баҫты.
- Нисауа, йәшәйбеҙ әле! - тип үҙенә үҙе әйтте лә, артабан эшкә йәбеште.
Балалары килде, күптән көткән ейән-ейәнсәрҙәрен алып ҡайтҡандар. Айырыуса кескәй Оксананы күреп ҡыуанды, уны бигерәк һағынғайны. Өй эсе көлөү, ҡысҡырыу, күңелле тауыш менән тулды.
...Икенсе көндө Сергей Сергеич вафат булды. Йоҡо аралаш ҡына китте.
Авторы - Тәлғәт ИШЕМҒОЛОВ.