

Бына шулай йәшәнем мин...
Фермала эшләнем, ҡайтҡас тағы аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, йәйен баҡса арта, 4 бала. Элек бит бесәнде ҡул менән сабып, ҡул менән йыя инек, әле генә һатып алһаң, килтереп ауҙаралар. Әҙер он да юҡ хатта, уны тирмәнгә барып, унар тоҡ тарттырып алып ҡайта инек.
Шуның өҫтөнә 30 сутый баҡсала ла эшләйһе бар. Эй арый инем!
Ирем ниндәйҙер ҡатын менән сыуалды. Теге ҡатын эргәһенән ҡайтҡас, бөтөн өй эшен осоп-ҡунып эшләй ине. һәм...миңә лә ҡатын наҙы кәрәк тип бәйләнмәй. Мин уныһына ла бик арый инем. Әгәр ҙә ул ҡатын индермәһә, асыуланһалар, өйҙә бер ни ҙә эшләмәй, ҡысҡыра, араҡыһын да эсә ине. Шулай үтте ғүмер...
Аноним.