Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Июля , 10:25

Ике ҡыҙ юғалған...

Нөгөш һыуһаҡлағысында ял иткән ике ҡыҙ юғалған...

Ике ҡыҙ юғалған...Ике ҡыҙ юғалған...
Ике ҡыҙ юғалған...

БР Ғәҙәттән  тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике бәлиғ булмаған ҡыҙ туғандары менән Салауаттан Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында ял итергә килгән.

Кис ҡыҙҙар сапбордта йөҙөргә теләп, һыуға төшә. Бер аҙҙан, үҫмерҙәр ял базаһына әйләнеп ҡайтмағас, улар өсөн хафаланған туғандары ярҙам һорап ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә.

 

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тиҙ арала ҡыҙҙарҙы эҙләй башлай. Улар табыла һәм ярға эвакуациялана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡыҙҙарҙа ҡотҡарыу жилеттары булмай.

 Дуҫтар, һыуҙа һаҡ булығыҙ! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

Автор:
Читайте нас