Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль , 06:00

Ауылыбыҙ төҙөк булһын

Һуңғы йылдарҙа Теләүембәт ауылында төҙөкләндереү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла.

Ауылыбыҙ төҙөк булһынАуылыбыҙ төҙөк булһын
Ауылыбыҙ төҙөк булһын

Бер йыл элек ауыл старостаһы итеп һайланған Сәфәрғәли Килсурин, 2026 йылға пландарҙы билдәләп, эште Теләүембәт ауыл Советының элекке административ үҙәге биләмәһенән башланы. Участка ҡый үләндәре, төрлө ҡыуаҡтар менән ҡапланғайны. Элекке “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы идаралығы бинаһы һатылғандан һуң сүп-сар, төҙөлөш ҡалдыҡтары өйөмдәре ҡалған, улар 25 апрелдә һәм 2 майҙа сүплеккә сығарылды, шулай уҡ ҡырҡылған ағастар, ағас ботаҡтары һәм ҡый үләндәре алып кителде.

 Был эштә әүҙем ҡатнаштылар: Ришат Вәлишин (үҙенең “МТЗ-82” тракторында), Килсурин Сәфәрғәли Заһир улы (“Т-16” тракторында), Әбделмәнов Винер Әхәт улы (“МТЗ-82” тракторында), Хәсәнов Илшат Рихард улы (“МТЗ”-ла). Уларҙың һәр береһенең техникаһы тағылма һәм тейәгес менән ине. Был өмәләрҙә 32 кеше, шул иҫәптән имам-хатип Шәрифйән Кинйәбулатов булды.

 8 майҙа Теләүембәт ауылы зыяратында 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығында икенсе тапҡыр өмә үткәрелде.

 10 майҙа Теләүембәт ауылының үр яғында, Наҡаҫ йылғаһы буйында, тәртип урынлаштырылды, унда шулай уҡ ауылдаштар үҙҙәренең техникаһы менән бергә йыйылды. Әүҙем ҡатнашыусылар: Сәфәрғәли Иҙрисов, Сәфәрғәли Килсурин, Илнур Иҙрисов, Ғәббәс Килсурин, Ғәлимйән Байбулатов, Наил Булатов, Муса Иҙрисов, Миңнифәр Ҡылысбаев, Сулпан Ҡылысбаев.

 13 июндә элекке “Ҡыҙыл Байраҡ”колхозы биләмәһендә өмә үтте. Төҙөлөш сүп-сарҙары сығарылды, иҫке кәртәләр һүтелде.

 Беҙҙең ауылдың битараф булмаған кешеләре 19 һәм 25 июндә төҙөлөш сүп-сарҙарын шул уҡ территориянан сығарыу буйынса өмә ойошторҙо.

 Мәсеткә килеүселәр өсөн тәғәйенләнгән машиналар туҡталҡаһын кәртәләп, уның территорияһына ҡырсынташ алып килделәр. Был эштә үҙҙәренең техникаһы  менән ҡатнаштылар: Ришат Вәлишин, Рәүеф Хәйбуллин, Садиҡ Динеев, Сәфәрғәли Килсурин, Марат Хәсәнов. Бөтәһе 18 кеше йыйылды.

 Бөтә өмәләрҙә лә имам-хатип Шәрифйән Кинйәбулатов, үҙенең ейәне Рөстәм менән Сәфәрғәли Килсурин, Ғәлимйән Байбулатов, Рәүф Хәйбуллин, Винер Әбделмәнов, Садиҡ Динеев, Ринат Вәлишин, Ринат Шәрәфетдинов, Шамил, Фаил һәм Айрат Фәхриевтар, Фәрхәт Таһиров, Рафаэль Хәсәнов, Илфат Әхмәтов, Айҙар Хәйсәров әүҙемлек күрһәтте.

  Был кешеләр үҙ тырышлығы менән тыуған ерендә матурлыҡ тыуҙыра. Беҙ, ауыл халҡы, Теләүембәт ауылы старостаһы Сәфәрғәли Закир улына һәм имам-хатип Шәрифйән Хәкимйән улына ауылда таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу буйынса изге эштәрҙе ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Мөхәмәт АРЫҪЛАНБӘКОВ, хеҙмәт ветераны.

Теләүембәт ауылы.

Шәхси архивтан алынған фото.

Автор:
Читайте нас