

Шәмиғол Бәҙретдин улы 1868 йылда беҙҙең райондың Сәйетҡол ауылында тыуған. Уның ҡан-ҡәрҙәштәре әйтеүенсә, атаһы мулла булған.
Уның тормош юлын өйрәнгән тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховтың яҙмаларынан шул билдәле: Шәмиғол хәлфә бала сағында Төрһәй ауылында (Мораҡтан йыраҡ түгел урынлашҡан был ауыл хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан) Сәйфулла мулланан һабаҡ ала. 12 йәштәр тирәһендә дөйәләргә тейәлгән йөк араһына йәшенеп, каруан менән Бохара яҡтарына сығып китә һәм шунда 40 йыл буйы бағымсылыҡ һөнәрен үҙләштерә.
Ул тыуған ауылына революция алдынан ғына ҡайтып төшә һәм милли – азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Тыуған ауылында төпләнә, ғаилә ҡора. Аҙаҡ Ишбирҙе ауылына күсә һәм ҡалған ғүмерен шунда үткәрә. 1958 йылда, 90 йәшендә, донъя ҡуя.
Күпме кешенең күңелен, тәнен сир-сырхауҙан арындырған, табиптар тарафынан өмөтһөҙ иҫәпләнгән, ҡуҙғала алмай ятҡан ауырыуҙарҙы ла аяҡҡа баҫтырған Шәмиғол хәлфәне халыҡ бөгөн дә онотмай, уның Сәйетҡол ауылы зыяратындағы һуңғы төйәгенән кеше өҙөлмәй. Үҙе иҫән саҡта уға дауаланырға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә килһәләр, хәҙер иһә ҡәберенә хатта Американан да килгән кешеләр булған.
Хәлфә кешеләрҙе төрлө доғалар, шифалы үләндәр, үҙенең биоэнергетикаһы менән дауалаған, һәр кемдең нимә уйлап, нимә кисереүен үтәнән-үтә күреп торған, тиҙәр.