

"Леонидты дауалағаны
Бикес ауылынан Урал Ишемғолов Леонид Панков менән булған бер ваҡиғаны һөйләне. Леонид Панков эштә сағында аяҡ быуынын сығара. Дауаханаға барып, табиптарға мөрәжәғәт итә. Табиптар, беҙ быуынды ултырта алмайбыҙ, тип, уны ҡайтарып ебәрә. Леонид аяғы һыҙлауына түҙә алмай яфаланғас, яҡын дуҫы Хөснулла Рысаев Шәмиғол хәлфәгә барырға кәңәш итә. Леонид иртәгәһенә үк Иш бирҙегә юлға сыға. Бәхеткә күрә, хәлфә өйҙә була. Тик ул ауырыуҙы өйгә индермәй, ә Леонидтың үҙенә лапаҫ башына менергә ҡуша. Леонид башҡорттар араһында йәшәгәнлектән, башҡорт телен яҡшы белгән була. «Олатай, мин бит лапаҫ башына менеү түгел, урындан ҡуҙғала ла алмайым», ти ул. «Ташла ҡултыҡ таяғыңды. Ҡайҙа, сис әле аяғыңа ураған сепрәгеңде», — ти хәлфә. Ул ауырыуҙың аяғын ҡулы менән һыпыра ла, «Бар, ана баҫҡыс, мен лапаҫ башына», ти. Леонид баҫҡыстан менеп кенә еткәс, хәлфә:"Хәҙер инде ергә һикер, ҡурҡма", тип бойора. Леонид күҙҙәрен йома ла, ергә һикерә. Бер ни булмағандай, урынынан тороп, атлап та китә. Бер ни аңламай, аптырап ҡалған Леонидҡа хәлфә өшкөрөлгән тоҙ бирә, бетеү яҙып тоттора. «Тоҙло һыу менән аяғыңды йыу. Бетеүҙе түшеңә таҡ, юғалтма. Юғалтһаң, аяғың тағы ауыртыр», ти. Леонид рәхмәт әйтеп, хәйерен биреп, ҡыуанып ҡайтып китә.
Ен ташы
Мин Өфөгә барырға тип, Мәләүез автовокзалында билет алырға торам: «Ағай, һеҙ кисә генә Шәмиғол хәлфә тураһында телевизорҙан сығыш яһанығыҙ, бигерәк оҡшаны. Күңелем тулып китте», — тип өндәште бер ҡатын. Мәләүез районына ҡараған Бельская ауылынан Ғәбиҙә Лотфуллина атлы икән. Шунан һөйләп китте: «Әсәйем Рәхимә Аллаяр ҡыҙы менән атайым Миңлеәхмәт Сәхиулла улы көтмәгәндә ауырып киттеләр. Икеһен дә Йомағужа дауаханаһына алып барып һалдылар. Бер ай дауалап, сирҙәрен асыҡлай алмағас, өйҙәренә ҡайтып үлһендәр инде, тип, ҡайтарып ебәрә уларҙы табиптар. Бер көндө Аптраҡ ауылынан инәйебеҙ килде лә, ауырыуҙарҙы Шәмиғол хәлфәгә алып барайыҡ, тип тәҡдим итте.
Атайым менән әсәйемде арбаға һуҙып һалып, Ишбирҙегә көскә алып барып еткерҙек. Хәлфә: „Бик оҙаҡ килдегеҙ, етмәһә, икеләнеүегеҙ ҙә көслө. Ихлас күңел менән сирҙән арыныуға өмөтләнергә кәрәк“, — тине. Арбала ятҡан ауырыуҙарға күҙ һалып алды ла, һыйыр аҙбарына инеп китте. Унан сыҡҡас, ниҙер һөйләнә-һөйләнә әсәйемде өшкөрҙө һәм: „Һылыу, һарайҙа һыйыр һауғанда билеңә кем һуҡты?“ — тип һораны.
- Әлләсе, себен ҡыуалағанда һыйыр ҡойроғо менән һуҡҡылай инде ул...
- Юҡ шул, һыйырыңды бисмиллаһыҙ һауғанһың. Һыйыр һауғанда күнәгеңә нимә төштө, иҫләйһеңме?
- Һөттө бушатҡанда бер түңәрәк таш килеп сыҡты.
- Ә һин ул ташты һарайға ташлағанһың. Ярай әле ҡыҙың өйҙә булмаған, ул да шул һөттө эсеп ауырыр ине...
Шунан хәлфә атайымды ла, әсәйемде лә һарай эсенә саҡыра. Атайыма өйөлөп ятҡан тиреҫкә ҡулын тығып, ниҙер эҙләргә бойорғас, ул ыуалып торған тиреҫте услап ала ла, унан бер таш килтереп сығара.
- Рәхимә һылыу, күнәгеңә төшкән теге таш ошомо, ҡара әле, — тип өндәшә әсәйемә хәлфә.
- Эйе, шул таш, ул нисек килеп сыҡҡан бында?- тип аптырана әсәйем.
- Бына был ен ташы. Ен уны бисмиллаһыҙ эш башлаған кешегә бүләк итә. Бынан ары бер генә эште лә бисмиллаһыҙ башламағыҙ. Был ташты, ана, Энәк йылғаһы буйында һыуҙан ситтәрәк ташҡа бәр, осҡондары сәсрәп китһен. Ен уны һеҙҙең йортта ғына түгел, башҡа бер урында ла файҙалана алмаһын. Юлда гел шатланып ҡайтығыҙ. Башҡаса килеп йөрөмәгеҙ...
»Әсәйем менән атайымды дауалағас, Шәмиғол хәлфә минең дә башымдан һыйпаны. Шунан өшкөрөлгән тоҙ, бетеү яҙып бирҙе. Бетеүҙе ендән урлатма, тине". Шулай тип һүҙҙәрен тамамланы яңы танышым", - тип яҙып ҡалдырған мәрхүм Миңнулла бабай Әлимғолов. .
-Эйе,Шәмиғол олатаһы күптәрҙе шәбәйткән инде.Күптәргә ғүмер өҫтәгән.Минең дә күрше ауылда йәшәгән оләсәйем ауырып киткән дә ,олатайға барырға булған,ҡүстәнәс алған,шкафтан бер әсмуха сәйҙе алып торҙомда ,бының балалар менән эсербеҙ тип кире ҡуйҙым ти,барғас күрендем дә күстәнәсте биргән инем,ярар һылыу сәйеңде йәлләнеңме минән ,тип әйтеп тормаһынмы ти,ярар балалар менән эсерһегеҙ тип әйтте ти.Шул уҡ оләсәйемдең ҡыҙы бер ауылда йәшәйҙәрҙә икенсе ауылға күсеп барып бер йылға яҡын йәшәгәс,Донъяларын ҡарап киләйек тип ҡайталар,инәйем әйберҙәр һәйбәт торама икән тип тәҙерәнән ҡараған,шунан инәйемдең ауыҙ мороно ҡыйшайып ауырып киткән.Шамиғол олатайға килгәндар.Нишләп тәҙерәнән ҡараның,улар һинең ҡарағаныңды яратмағандар,бүтән кеше йәшәмәгән өйҙөң тәҙрәһенән тыштан ҡарарға ярамай тип өшкөрөп,өшкөргән тоҙ биреп ҡайтарған,инәйем шәбәйгән, Шамиғол олатайҙың улы Нурулла олатайҙа бик күптәрҙе шәбәйтте.Урындары ожмахта булһын, - тип яҙа уның хаҡында Римма апай Фәизова.