Мораҙым
+33 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
10 Июля , 06:25

Тимурҡай фәлсәфәһе

Ирем айырылып сығып китеп, икенсегә өйләнгәс, үҙемде ташландыҡ ҡатын, мине яратыу мөмкин түгел, минең хәҙер кемгә кәрәгем бар, тип шул тиклем кәмһендем, Ҡатҡан бәғерем хатта иларға ла ирек бирмәне...

Тимурҡай фәлсәфәһеТимурҡай фәлсәфәһе
Тимурҡай фәлсәфәһе

Тимурҡай фәлсәфәһе

Өйләнмәй йөрөгән егеттәргә кәмһетеп йә шикләнеп ҡарайһығыҙмы? Ныҡ хаталанаһығыҙ икән. Буйҙаҡлыҡтың ыңғай яҡтарын белмәгәндәр генә улар хаҡында насар фекерҙә булырға мөмкин. Минең инаныуымса, ғаиләһеҙ ирҙәр ҙә, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа рәхәт һәм оҙаҡ йәшәй. Иҫбат итергә кәрәкме?

 Таныш булайыҡ: мин - типһә тимер өҙөрлөк яңғыҙ ир, бер ҙә өйләнмәгән егет. Физик яҡтан да, рухи яҡтан да һау-сәләмәтмен. Исемем дә есемемә тап килә - Йәнтимер. Мулла ҡушҡаны. Ә документтағыһы - Тимур. Мине белгәндәр Тимурҡай ҙа тиҙәр. Уның тарихы былайыраҡ булды. Иҫемдә, 7-се класта уҡығанда, Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәһен өйрәнгәйнек. Әҫәрҙе өйҙә уҡып бөтөргә бирелде. Уҡымағанмындыр инде, хәтерләмәйем, икенсе дәрестә уҡытыусы йөкмәткеһен һөйләргә миңә ҡушты. Торам өндәшмәй, класс тып-тын. Уҡытыусы: “Төп герой кем әле?” - ти. Башлай алмай тора инем, минең менән бер партала ултырған ҡыҙ: “Тимурҡай!” - тине. Барыһы ла көлөп ебәрҙе. Былай ҙа ҡыҙарынып-бүртенеп торған мин лып итеп урыныма ултыра төштөм... Шунан ҡалды инде минең Тимурҡай ҡушаматы. Әлбиттә, ул хикәйәне уҡыным, “икеле”мде лә төҙәттем, ләкин исем ғүмерлеккә йәбеште. Шулай, Тимурҡай ағайығыҙға хәҙер 34 йәш тә булып китте. Тәүҙә физкультура техникумын тамамланым, армияла хеҙмәт иттем, мәктәптә өс йыл уҡыттым да киттем, берҙән, хеҙмәт хаҡы аҙ, икенсенән, күңелгә азатлыҡ етмәне. Хәҙер таксист булып эшләйем. Өфөлә фатир алдым.

 Өйләнмәй йөрөүемдең сәбәптәрен үҙем бер нисек тә аңлата алмайым. Ҡатын-ҡыҙ күрмәгән малай ҙа түгелмен. Күптәр менән осрашып йөрөгәнем дә бар, фатирыма килеп, күпмелер ваҡыт бергә йәшәп киткәндәр ҙә юҡ түгел. “Гражданский”, “гостевой брак” тәҡдим иткәндәр ҙә булды. Ләкин уларҙың береһенә лә “ғүмерлеккә бергә йәшәйек” тип тәҡдим яһай алманым. Аңдамы, йөрәктәме, тәндәме ниндәйҙер бер “тормоз” ебәрмәй. Был бер етешһеҙлекме, әллә бер ауырыумы - һис кенә лә әйтә алмайым. Ул ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә оҡшаған да кеүектәр, тик бер аҙ ваҡыт үтеүгә күңел тигән нәмә һүрелә лә ҡуя. Ҡайһылары ғаилә, загс, бала тураһында минең ҡылды тартып ҡарарға маташа башлаһа, бөтөнләй енем ҡотора.  Шунда уҡ араны өҙә һалам.Таксист егеткә ни танышыуҙар көн дә тигәндәй булып тора. Берәйһе иғтибарҙы нимәһе менәндер тартһа, сәбәп табып, һүҙ ҡушыу, йылмайып берәй комплимент әйтеү ҙә етә ҡайһы берҙә. Ә инде етмәй икән, иҫ китеп бармай. Таксистарҙың тормошо ҡыҙыҡ бит ул, төрлө мажараларға осрап ҡына торалар. Алдап та китәләр беҙҙе. Бигерәк тә төндә ундай хәлдәр осрай. Йә аҡса бирмәҫ өсөн ҡурҡытып, йә бәйләнеп маташалар. Йәки ауыл ерендә адрестарын алдап әйтәләр ҙә, барып еткәс, хәҙер өйҙән аҡса алып сығам, тип инеп китәләр һәм юҡҡа сығалар. Арттарынан эҙләп инһәң, минең клиентты бөтөнләй күрмәгән-белмәгән ят кешеләр йәшәп ятҡан булып сыға. Уларҙың ихатаһы аша ҡасҡан инде. Еңелерәк холоҡло, шаян ҡатын-ҡыҙ ҙа осрай. Ә оҡшаған ҡыҙҙар менән аралашыуҙы дауам итеүе ауыр түгел, күбеһенең заказ биргәндәме, аҡса күсергәндәме - телефон номеры һаҡланып ҡала. Ләкин ысынлап башты юғалтырҙай булып ғашиҡ булғаным, күңелдең аҫтын өҫкә әйләндергәнсе яратҡаным юҡ.

 Әсәй һәм туғандар ғына минең өйләнмәй йөрөгәнгә ныҡ ҡайғыра, күрешкән һайын әрләйҙәр. Бигерәк еңгәләр  бәйләнә. Улар яңғыҙ йәшәүҙең рәхәтлектәрен белмәй шул:тыныслыҡ, азатлыҡ, бер кем алдында ла отчет бирмәйһең, яуаплылыҡ тоймайһың. Ял көндәре йоҡоң туйғансы йоҡлайһың, төндә этеп йә хырылдап, юрғанды үҙенә тартып ҡамасаулаған, иртәнсәк тор инде тип бәйләнгән кеше юҡ. Теләһәң, өйҙә телевизор алдында аунайһың, теләһәң, киноға, хоккейға, балыҡҡа бараһың. Буйҙаҡтарға  ҙур өй ҙә, күп эш хаҡы ла кәрәкмәй.  Бер нисә урында эшләп тә ғаиләһенә аҡса еткерә алмаған таныштарым бар. Ипотека түләүселәр бигерәк йәл.Ә инде беҙгә ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, кер йыуыу ҙа оло мәшәҡәт түгел хәҙер, заман технологияларына рәхмәт. Икенсенән, өйҙәге боланы ҡатын-ҡыҙ һәм балалар тыуҙыра,тип уйлайым, уларҙың әйбере күп. Ә ир кешенең кейеме лә аҙ, биҙәнеү кәрәк-яраҡтары  ла юҡ. Етмәһә, сабыйҙарҙың илауы, мыжыуы, йыш ауырыуы теңкәгә тейәсәк, бигерәк тә алимент тураһында ишетәһе лә килмәй.  Тағы, буйҙаҡтар һәр саҡ формала, сөнки ҡатындар тәмле бешерә һәм ирен көсләп ашата, үҙе лә күп ашай һәм икеһе лә һимерәләр. Тыныс тормош, туйғансы йоҡлау сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай. Шулай, күңел иреклеген, финанс азатлығын ҡорбан итеп, муйынға ҡамыт кейге килеп тормай әле. Тышауһыҙ һәм йүгәнһеҙ айғыр кеүек иркен йәшәп ятам шулай.

   Бөгөн дә, көндөң боҙолоп, буранлап тороуына ҡарамай, оҙон юлға сыҡтым. Эшең шул булғас, ҡайҙа бараһың, өйрәнгән баш. Ғәҙәттәге маршрутым- урманлы-таулы район үҙәгенә машина тулы булды, кире ҡайтыуға ике генә юлсы табылды. Береһе оло ғына ҡарт ине, алғы урынға ултыра һалды. Киләһе адресҡа ҡасабаның ситтәге бер урамына боролдом, ҙур булмаған йорт янында оло сумка менән бер бәләкәй генә кәүҙәле, матур ғына ҡатын көтөп тора ине. Янында оҙатыусылары ла бар: ҡарт әбей менән үҫмер малай. Улар менән ҡатын ҡабат-ҡабат хушлашты, башын ҡаға-ҡаға тегеләрҙең хәбәрен тыңланы. Мин багажын урынлаштырған арала, ҡатын оҙатыусыларын тағы ҡосаҡланы, малайҙың ҡолағына  нимәлер әйтте һәм машинаға инеп ултырҙы. “Ғәфү итегеҙ, көттөрҙөм шикелле”, - тине йылмайып шым ғына. Ҡапыл тертләнем, был тыйнаҡ йылмайыу миңә таныш кеүек тойолдо. Яуап бирмәнем, ҡуҙғалып киттек. Көҙгөнән уның был юлы борсоулы моңһоу ҡарашын тоттом һәм тәнем семерләп китте: иҫ киткес ҙур ҡара күҙҙәрҙә магнит кеүек үҙенә тартыу көсө һәм әйтеп аңлатҡыһыҙ һағыш менән түгелергә торған хәсрәт. Баяғы йылмайыуҙың эҙе лә ҡалмаған.Көндөң боҙолоуына борсоламы икән шулай? Буран көсәйҙе шул. Салондағы тынлыҡты радионан еңелсә генә ағылған йырҙар боҙа.

- Күктәр менән ерҙәр тоташҡан саҡ,

Бөтә тирә-яҡтар тотош аҡ.

Һин бөгөн дә мине ишетмәһәң,

Һөйөүемде буран йотасаҡ...

Донъяларҙы ағартырҙай булып,

Аҡ буранда баҫып торамын...

Аһ, был йыр бөгөнгө һауа торошона тап килә! Алда ултырған ҡарт күҙен йомоп, серем итеп бара, буғай. Артҡа күҙ ташлайым: ҡатын мөжөрәйеп кенә тәҙрәгә текәлгән. Минең оҙаҡ итеп ҡарағанды тойҙомо, башын күтәрҙе һәм... беҙҙең күҙҙәр осрашты. Ҡарашы һаман хәүефле һәм иҫ киткес тәрән ҡайғымы, ғазапмы, сараһыҙлыҡмы ул, эйе, ниндәйҙер хәсрәт менән тулы... Тағы әллә ни эшләп киттемсе, ғүмерҙә булмағанса. Тыштағы буран минең күңелгә лә килеп инде һымаҡ. Мине күптәр бошмаҫ тиҙәр, эре кешегә һанайҙар. Бер ҡасан да хис-тойғоларға бирелеп бармаған, бер кемдә лә эше булмаған “туң йөрәк”. Атай-әсәйемдән иркәләү, һөйөү, ҡосаҡлау, маҡтау эләкмәне, үҙҙәре лә татыу йәшәмәне, атайымдың хыянаты арҡаһында  айырылышып ҡуйҙылар. Мәктәптә оҡшатып йөрөгән ҡыҙым миңә ҡараманы, армияға берәү ҙә оҙатманы, һөйөү тулы хаттар яҙып, көтөп алманы. Бына шулай, мөхәббәт донъяһында миңә үрнәк булырҙай мөнәсәбәт, өлгө күрмәнем, ул донъя минең өсөн сит, таныш түгел. Ҡырыҫ холҡом шунан киләлер. Ғаилә ҡороуҙан ҡурҡыу инстинкты мейегә һеңгәнме шулай? Кешене яратыр өсөн тәүҙә үҙеңде яратырға кәрәк, тиҙәр. Ә мин үҙемде ни өсөн яратырға тейеш икән? Эгоист та, альтруист та түгелмен шикелле. Кешеләргә лә артыҡ ышанмайым. Шуға берәүгә лә асылып бармайым, “яратам” тип тә әйткәнем юҡ, буш вәғәҙәләр ҙә бирмәйем. Ә был юлы бер серле ҡараштан ғына тулҡынланып киттемсе...Юл буйы көҙгөнән һаман баяғы күҙҙәрҙе эҙләнем.

   Буран ярып, Өфөгә килеп еттек. Тәүҙә ҡартты алып барҙым, унан Республика клиник дауаханаһына яҡын ғына урында, йылы ғына рәхмәтен әйтеп, теге ҡатын төшөп ҡалды. Ирен ситтәренә йәшеренгән моңһоу йылмайыуын аңғарҙым. Имен-аман алып килеп еткергәнгә ҡыуаныуы булды шикелле. Шаңҡыған инемме, һүҙ ҙә ҡуша алмай ултырып ҡалдым. Машинаны төнгөлөккә таксопаркка ҡуйыр алдынан салонды йыйыштырғанда артҡы ултырғыста телефон табып алдым. Эйй, теге ҡатындыҡы инде! Аҡсаны телефон аша күсергәйне шул. Хәҙер нишләй инде? Нисек табырға уны?  Шул саҡ был телефоны шылтыраны, “Улым” тигән яҙыу сыҡты. Яуап бирергә кәрәк, башҡаса табып булмаҫ.

- Әсәй, сәләм! Нисек барып еттең, буран баҫылдымы?

- Был таксист ағай. Әсәйең телефонын онотоп ҡалдырған машинала. Адресын әйтмәҫһеңме, алып барып бирәм.

 Теге оста бер аҙға тынлыҡ урынлашты.

- Ул РКБ-ла эшләй, хирургия бүлексәһендә, иртәгә таң менән эшкә бара, шунда табырһығыҙ. Фәриҙә Нөғәмәнова...-- тине малай.

 Күңел тынысланды бер аҙ. Ярар, үҙеңә рәхмәт, егет кеше.

 Мин Фәриҙәне бик тиҙ таптым. Ул ғына аптырап китте. Йәтеш кенә кәүҙәһенә килешеп торған аҡ халат кейгән, ҡара сәстәрен матур ҡалпағына йыйып ҡуйған. Миңә таныш моңһоу күҙҙәрҙә саҡ ҡына шатлыҡ осҡондары сағылып киткәндәй булды. Мин өндәшмәй генә һуҙған телефонды алып: “Эйй, үәт рәхмәәәт! Урамда төшөп ҡалғандыр тип  ҡурҡҡайным. Бөтә мәғлүмәт шунда бит хәҙер, - тип яғымлы йылмайҙы. - Һөйөнсөһөнә аҡса күсерәйемме?”

 Мин торам иҫем китеп, мәктәптә уҡыған сағымдағы кеүек тулҡынланыуҙан  бер һүҙ ҙә өндәшә алмай. “Юҡ” тигәнде аңлатып, башымды һелкә алдым буғай. Ул ашығам тип, тағы тыйнаҡ ҡына рәхмәт әйтте лә, кире инеп китте. Ярар, бер йыуаныс ҡалды - миндә Фәриҙәнең  номеры бар.

Иртәгеһенә көнө буйы баштан сыҡманы был яңы танышым. Үҙем аптырай башланым. Матур ҡатын-ҡыҙҙарҙы күп күрҙем, осрашып та йөрөнөм, ләкин бындай тартыу көсөн беренсегә татыйым. Һушты алырлыҡ сибәр ҙә, күңелде уйнатырлыҡ йәш тә түгел, етмәһә, балаһы бар! Нимә менән йөрәкте тетрәндерҙе һуң? Эштән һуң түҙмәнем, телефонына бәләкәй генә хәбәр ебәрҙем: “Хәйерле кис! Хәлдәрең нисек?” Йоҡлап киткәнсе яуап көттөм. Булманы. Таң һарыһынан уянғас та ҡараным, яҙмаған. “Хәйерле иртә, уңышлы көн теләйем,”-тигән сәләмем китте тағы. Эш көнө тығыҙ, шулай ҙа телефонға күҙ һалырға ваҡыт табам: “Һаумыһығыҙ. Рәхмәт”. Ошо ябай ғына ике һүҙгә лә ат менгәндәй ҡыуанам. Тағы нимәлер яҙғы килә, тик үҙемде тыям. Был серле танышымды өркөтөп ҡуймайым тием. Бик әрһеҙләнеп тә китке килмәй. Кис ятыр алдынан ғына тыныс йоҡо теләнем. Яуап юҡ. Иртәнге сәләм менән ниңәлер Гөлназ Асаеваның йырын да һалдым:

Йөрәгемдә тулай, тулай, тулай буран,

Уй-хистәрем китеп аҙашҡан...

 Фәриҙә “Шәп!” тигән стикер ҡуйҙы. Күңелгә йылы йүгерҙе. Шулай ваҡыт үтә тора, мин һаман уны уйлайым. Ял көндәре алдынан: “Иртәгә ауылға ҡайтмайһығыҙмы, миндә бер урын бар”, - тип һорай алдым. “Икенсе аҙнала”, - булды яуап. Тағы бер аҙнаны нисек түҙергә инде, уны күрге килеү теләге тынғы бирмәй бит. Ҡалай итһәм-иттем, киләһе йоманы еткереп, ҡәҙерле юлсыларымды тейәп алдым. Иң алда Фәриҙәгә барһам да, ул алдағы урынға ултырманы. Шулай ҙа яҡын танышы кеүек йылмайып һаулыҡ һорашыуы мине тағы ҡанатландырып ебәрҙе. Көҙгөнө ул тулыһынса күренерлек итеп бороп ҡуйҙым. Юл буйы уға ҡарап барҙым. Ул һиҙенә ине. Миңә ҡарамаҫҡа тырыша. Һирәк кенә ҡараштар осрашып киткәндә, күҙҙәрен йәшерә һала. Ошо оялсан һәм  сер тулы дөм-ҡара күҙҙәренә батып үлге килә. Оҙон ара бик ҡыҫҡа тойолдо. Иң аҙаҡтан унан адресын да һорамай, өйөнә барып туҡтаным. Багажникта йөгө булмаһа ла, мин дә машинанан сыҡтым. Ул туҡтаманы, рәхмәтен әйтеп, тиҙ генә инеп китте. “Йәкшәмбе киске биштә килеп алырмын”, - тип яҙырға тура килде. Ул яуап бирмәһә лә, бер тәүлектән килеп алдым һәм Өфөгә тиклем күңел тартҡан кешем менән бер салонда барыу бәхетен татыным. Өйгә ҡайтҡас, ул юл хаҡы өсөн күсергән аҡсаларының бөтәһен дә уның иҫәбенә кире ебәрҙем. Бер сәғәттәй ваҡыт үткәс, ул сумма миңә кире килгән ине. Яңынан күсерҙем дә: “Фәриҙә, беҙ дуҫтар бит, мин дуҫымды бушлай йөрөтә алмайыммы ни?! Ир кешене мыҫҡыл итмә инде”, - тип яҙғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тынлыҡ икенсе көнгә хәтлем дауам итте. Иртәнге сәләмемә уның яуабында “дуҫ” тигән һүҙ ҙә өҫтәлгәйне!

 Шулай башланып китте беҙҙең роман. Эпистоляр роман инде. “Хәйерле иртә, хәйерле кис, тыныс йоҡо, имен юлдар” кеүек сәләмдәрҙән башланды ла ул, ҡапыл бер-беребеҙҙе тәү күргән көндәге буранға оҡшап, бөтә булмышыбыҙҙы йотто, ҡаплап алды. Һәр хәлдә, минең өсөн... Фәриҙәне уйламаған минутым юҡ кеүек. Теге юлы ихлас йылмайыуы  менән ул минең беренсе һәм яуапһыҙ мөхәббәтемде иҫкә төшөргән икән! Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды. Күптән мин ул хистәрҙе тәрәнгә күмеп, ысынлап ерләп ҡуйғайным бит, ундай тойғоларҙы ҡабат уятырға ла тырышманым шул, эйе, мәктәптәге ул оялсан ҡыҙыҡай ҙа бөтөнләй онотолған кеүек ине, ә баҡтиһәң, һыны күңел төпкөлөндә һаҡланып ҡалған икән дәбаһа!  Ҡойон ҡуптарҙы бит! Шулай, ҡулдан телефон төшмәй хәҙер, рейсҡа сыҡҡанда ла Фәриҙә янымда ултырған кеүек. Эштә ҡәҙимге йөрөйөм, бурыстарымды намыҫ менән башҡарам, ә ул баштан да, иҫтән дә сыҡмай инде бына. Күҙ алдында тик тора. Улай ҙа була икән! Ҡыйыуланып китеп, бер көн сәләмдәрем һуңынан йөрәк һәм үбеү стикерын ҡуйҙым. Асыуланманы ла, ҡыуанманы ла. Бер төрлө лә ым-ишара белдермәне. Үҙемә оҡшаған йыр, видео ебәрәм. Ул да һирәкләп булһа ла, кәйефенә ҡарап, йә күңелле генә, йә һағышлы, моңһоу йыр йә шиғыр һала. Берәй шатлығым йә уңышым тураһында хәбәр итһәм, Фәриҙә: “Афарин! Һеҙ булдыраһығыҙ шул!” - тип баш бармаҡ күтәрелгән йылмайсығын ҡуя. Көнө-төнө ауырыуҙар араһында йөрөгән кеше ҡайһы арала ваҡыт табалыр? Күҙ алдыма килә: бына, аҡҡош кеүек аҡ халатта йөҙөп кенә йөрөп, укол яһай, система ҡуя, шул арала кеҫәһенән телефон сығарып, минең хәбәрҙәрҙе уҡый, яуап яҙа. Ашағанда, сәй эскәндә лә ике күҙе телефондамы икән? Һәр хәлдә үҙем шулай. Бына нисек кешене ауына сырмап ала икән ул “һыйпафондар”!

 Бер-беребеҙ тураһында ла белеп бөтөп барабыҙ: кем ҡайҙа уҡыған, ата-әсәһе, йәш сағы, төп һөнәре, ғаилә хәле тураһында ла ҡыҫҡа ғына яҙышып алабыҙ. Уртаҡ таныштар барлығы асыҡланһа - ҡыуанып китәбеҙ. Ниндәй кино, китап, артист оҡшай, ниндәй хобби - барыһы ла бер-беребеҙгә билдәле хәҙер. Иренән күптән айырылып, улы Азатты яңғыҙы үҫтереүен белдем. Яңыраҡ ҡына Өфөгә эшкә күсеүенең сәбәбе: улын көҙгә Рәми Ғарипов гимназияһына урынлаштырып, үҙе уға яҡын булырға, өйрәнеп киткәнсе янына барып йөрөргә теләй икән. Бер аҙнала уны ауылынан алып килеп еткергәс, уға элеккесә тиҙерәк төшөп китергә ирек бирмәнем, йәһәт кенә руль артынан сығып, артҡа уның янына күсеп ултырҙым.

  -Аяғың өшөмәнеме? - тием, ә тауышым ҡалтырап сыға!

 -Юҡ. Беҙ юлға сыҡһаҡ, гел буран ҡубасы...

 -Их, һинең дә туңған күңелеңде

 Йылыта алһа икән был буран... - тип теге саҡтағы йырҙың һүҙҙәрен ҡабатлайым.

-Эйе, миңә лә оҡшаны ул йыр.

 Мин Фәриҙәнең бәләкәй генә ҡулынан тотоп алдым. Тартып алманы. Икенсеһен дә йомарлап тотоп, шундай яҡындан күҙҙәренә ҡарай алдым. Ҡарашындағы моңмо, һағышмы тағы тәрәнәйеп китте. Керпектәре  күҙҙәрен ҡаплап елп-елп итә. Сәстәренең тәмле еҫен һулайым. Ә ҡулдары ҡайнар ине. Ирененә үрелергә баҙнат итмәнем.

- Әйҙәгеҙ, миңә барып, сәй эсәйек, - тием.

- Ҡатынығыҙ өйҙә юҡмы әллә? - тип көлә ҡыҙ.

- Һаман ышанмайһыңмы минең буйҙаҡ икәнгә? Паспортымды күрһәтәйемме?

- “Һин” түгел, “һеҙ”, беҙ брудершафт эсмәнек шикелле?

- Эй, эш уға ғына ҡалһа инде... - мин үрелеп бардачоктан  шарап алдым, тиҙ генә уны асып, пластик стакандарға ҡойҙом.

- Һеҙ руль артында эсеп йөрөйһөгөҙмө әллә? - Фәриҙә сыңғырлатып көлөп ебәрҙе. Ынйы тештәр йымылдап китте.

- Юҡ, тотам ғына яҡындан танышыу өсөн, әйҙәгеҙ инде.

Фәриҙә нәзәккәтле генә итеп шарапты тәмләп ҡараны, мин ирендәрҙе генә тейҙереп алдым:

- Хәҙер “һин”гә күстек инде. Эс, йылынырһың. Быйыл ҡыш буранлы шул... Фәриҙә, әйҙә, иртәгә эштән һуң киноға барайыҡ?

- Ваҡиғаларҙы ашыҡтырма, йәме. Бер тырмаға ҡабат баҫмаҫҡа ине. Әле минең хаталар өҫтөндә эш...

Уны ҡосаҡлағым, упкем килһә лә тыйылдым. Йылы ғына хушлаштыҡ.

 Фәриҙә минең өсөн ысын мәғәнәһендә “наркотик”ҡа әйләнде. Күңелем дә, бөтә булмышым да уны таптыра. Сираттағы дозаһын эҙләгән ауырыу кеүек, телефонды аса ла ҡарайым. Берәй нәмә яҙмағанмы, йыр йә видео һалмағанмы? Бар булмышым уны, уның һүҙҙәрен, фотоһын һорай, таптыра, талап итә. Уйымда ғына уны ҡыҫып ҡосаҡлайым, сәстәренән, күҙҙәренән, ирендәренән үбәм. Үҙем дә тоҡанып китәм, янам... Шулай “ҡосаҡлашҡан” килеш йоҡоға талам күп ваҡыт. Миңә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәт. Ләззәт ҡосағында, хистәр ҡойоно эсендәмен. Улай буламы икән? Бигерәк тә ир кеше менән? Үәт, хыялый булып барам. Түбәм шылған да, ысҡынып китеп, әллә ҡайҙа йөрөй. Мөхәббәтме был? Бәйлелек? Ауырыу? Бер ҙә ундай тойғо кисергән булмағас ни... Һөйөү шулай тотҡонлоҡ буламы икән ни?

- Фәриҙә, һине күрге килә. Эшеңдән ҡаршы алайым әле? – тип яҙҙым. Кискә тиклем яуап булманы. Ятыр алдынан  күрәм:

- Минең күңел донъям реставрацияға ябылған. Яңы мөнәсәбәттәргә әҙер түгелмен, - тип яҙған.

- Ярай инде, күп нәмәгә өмөт итмәйем. Дуҫтар булайыҡ.

-Айырылған ҡатындың комплекстары күп була, ҡурҡмайһыңмы? Айырылышыу, ғаиләнең тарҡалыуы - ул ампутацияға тиң, тәнеңдең бер өлөшөн ҡырҡып ташлау кеүек, һин кәм булып, бәләкәсәйеп ҡалаһың... Оҙаҡ һыҙлай ул яра.

- Дауалармын, - телефондағы эпистоляр жанр дауам итә.

- Яралы йөрәгемдең ярсыҡтарына яңы орлоҡ һипкән кеүек булдың былай ҙа... Күҙ йәштәрем уларға шифалы ямғыр булһа ине...

- Яралы йөрәк барыбер яҡшыраҡтыр ул, Фәриҙә, буп-буш йөрәккә ҡарағанда?  Таш йөрәктән? Ә уны дауалар өсөн берәүҙең үҙ йөрәген бүләк итеүе етәме?

 Фәриҙә башҡа яҙманы, тыныс йоҡо ғына теләне, ярһыу һорауҙарым яуапһыҙ ҡалды. Бына шулай ихлас ҡына аралашып алдыҡ бөгөн төндә. Ул минең менән бесәй-сысҡан уйнаған һымаҡ. Мине артыҡ яҡын да ебәрмәй, ситкә лә тибәрмәгән кеүек. Өркәк кейек кеүек тә булып китә, бик һаҡ һәм ҡырағай.  Ниндәйҙер билдәһеҙлек. Руль артында күп ваҡыт Фидан Ғафаровтың йырын көйләп йөрөйөм хәҙер: “Ҡараштарың - буран, мөхәббәтең - урман, көлә-көлә кереп аҙаштым...”

 Тағы шуны әйтәйем әле, мин ҡатын-ҡыҙға сәскә бүләк итеп өйрәнмәгәнмен. Йәштән. Ә Фәриҙәне ҡыуандырғым килә. Бөгөн эшенән ҡаршы алырға барам. Сәскә магазинына инеп, янып торған ҡып-ҡыҙыл розалар алдым да, ниндәй сәбәп табып бирергә икән тип баш ватам. Сәбәпһеҙ ҙә мөмкин бит, тик уңайһыҙланам шул. Багажникка һалдым да ҡуйҙым. Уңайы сыҡһа, бәлки, бирермен. Бөгөн уны фатирыма саҡырырға уй бар. Риза булһа инде.

- Юҡ, әйҙә, миңә генә инәйек, кисә ваҡ бәлештәр бешергәйнем, эштән һуң һин дә асыҡҡанһыңдыр, - тине ул.

 Дауаханаға яҡын ғына фатирға йәйәү киттек. Гөлләмә машинала ятып ҡалды!

Фәриҙәнең ҡуртымға алған фатиры бер бүлмәле, өсөнсө ҡатта. Йыйнаҡ ҡына. Ул сәй ҡуйған арала тамсылап ағып торған кранын йүнәтергә булдым. Бер ниндәй ҙә инструмент тапмағас, машинамдан асҡыстар алырға киттем, шунда бер юлы теге сәскәләрҙе лә тотоп кире килгәндә, өҫтәл әҙер ине. Розаларға ихлас ҡыуанды Фәриҙә, оҙаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫып, еҫкәп торҙо ла банкаға һыу тултырып, тәҙрә төбәнә ҡуйҙы. “Матур! Рәхмәт, Тимур-Йәнтимер!” - тине.

 Ул, мине хайран итеп, исемем менән тәүгә өндәште. Ҡосаҡлап алдым, ләкин үбергә тағы батырсылыҡ итмәнем. Ул өҫтөн алыштырған, сәскәле еңел генә ҡыҫҡа халаты уны үҫмер ҡыҙға оҡшата. Сәй эскән булдыҡ. Мин кранды рәтләп ҡуйҙым. Ҡайтҡы килмәй. Һауыт-һаба йыуып торған Фәриҙәне ипләп кенә килеп артынан ҡосаҡлап алдым.

  Артыҡ яратам шикелле мин уны... Аңым менән, бөтә булмышым менән. Өндәшмәй генә уны яратып арҡаһынан һөйҙөм дә, йыуаш ҡына хушлашып ҡайтып киттем. Ярар, исмаһам, сәскә бүләк итергә һәм тәүге тапҡыр уны үбергә эшкиндем.

 Икенсе көндө иртүк яҙҙым, Фәриҙә лә: “Әле минең күңелем ҡыйралған, ҡанаттарым ҡайырылған сағым бит... Әҙерәк өйрәнәйек бер-беребеҙгә”, - тип яуап биргәс, йөрәгем йылынып китте. Күптән уҡыған бер шиғырҙы иҫкә төшөрөргә маташам. Яҡташым Рәмил Ҡол-Дәүләттеке ине. Интернеттан эҙләп таптым да һуңғы юлдарын Фәриҙәгә ебәрҙем:

Ҡыҙ тип мин ҡыҙыҡтым... Белмәгәнмен

Ҡатын менән ҡыҙҙың сын хаҡын.

Ҡыҙҙар йыуылмаған ҡом-таш икән,

Ә ҡатындар иһә саф алтын...

- Илаттың, Тимур! Күҙ йәштәрем ҡатҡан күңелемде ебетеп ебәрҙе...

- Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ... Мотлаҡ!  Улыбыҙ ҙа!

- Йәнтимер, бөгөн мин бик ныҡ арыным. Тынғыһыҙ көн булды эштә, - Фәриҙә бер ҙә зарланмай торғайны. Беренсе тапҡыр. Мине яҡын күреүе тип аңланым.

- Иртәрәк ят инде, ял кәрәк һиңә, - был яғымлы һүҙҙәр үҙенән-үҙе яҙылды шикелле, һиҙмәй ҙә ҡалдым.

 Элегерәк был хәлемде сөсөләнеү тип уйлар инем. Фәриҙә лә артыҡ иркәләнеп бармай, арала кәртә тота. “Ир-егет күҙ менән, ҡыҙҙар ҡолаҡ менән ярата тиҙәр ҙә бит, матур һүҙҙәр һөйләй белмәйем шул”, - тип тә яҙып ҡараным. “Ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән яратабыҙ!” - шулай булды яуабы.

  Әкренләп яҙ яҡынлаша, беҙҙең аралар һәм йәндәр яҡыная башланы. Әсәйемде һәм туғандарҙы ла Фәриҙә менән таныштырырға кәрәк. Риза булмаҫтар ҡапыл ғына. Ләкин мин уларҙан фатиха көтөр йәштән үткәнмен. Күптән үҙ яҙмышымды үҙем яҙам. Тик Фәриҙәнең ризалығы мөһим. Бер өйөнә алып барғанда: “Әсәйең, улың менән таныштырмайһыңмы?” - тип һораным. Ул өндәшмәне, баш ҡына һелкте. Ярар, тиҙҙән 23 февраль, 8 март етә, ҡотлайым тип барыр ҙа инермен. Улы менән дуҫлашырға кәрәк. Иң ауыры шул булыр, тип уйлайым да, мин уҡытыусы кеше, балалар менән эшләнем, яйын табырмын, тип үҙемде йыуатып ҡуям. Балыҡҡа, хоккейға алып барырмын, машинала йөрөргә өйрәтермен. Былай аҡыллы бала һымаҡ күренә.

  8 мартта Фәриҙәгә тәҡдим яһарға йыйынам. Үҙенә лә һиҙҙертеп ҡуйҙым. Ниндәй ҡашлы йөҙөк оҡшауын һораным, ул яуап бирмәне. Бер кистә ул көтмәгәндә: “Миңә пауза бир әле. Юғалып торорға уйлайым. Үҙ-үҙем менән генә ҡалаһым килә”, - тип яҙҙы ла юҡҡа сыҡты. Аҙна үтте. Шылтыратып ҡарайым, ҡыҫҡа гудоктар... Ни уйларға ла белмәйем. Хистәрен һынап ҡарарға уйлаймы, әллә минеме? Бер уйлаһаң, уны аңларға була, уңмаған ғаилә тәжрибәһе, атайһыҙ үҫеп килгән улы... Йөрәк яралары уңалһа ла, йөйө мәңгелеккә ҡала, тиҙәр. Егет кешенең иғтибары, ғашиҡ булыуы, ихлас мөнәсәбәте ҡыуандыра ла, һағайта ла шикелле уны.  Үҙенән йәш, төҫкә лә йәмһеҙ түгел, аҡса таба һәм тота белгән,  фатирлы, артығын эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәгән был таксист ысын ярата буғай, тип ҡыуанһа, ғорурланһа ла, минең тиҙ һәм ҡапыл яһаған тәҡдимем уны ҡурҡытҡандыр. Был буйҙаҡ иргә ышанып буламы, йәнәһе...

  Яйын тура килтереп, ауылда саҡта әсәйем менән апайыма бер ҡатынға тәҡдим яһарға йыйыныуым тураһында әйттем. Улы бар икәнен дә йәшермәнем. Әсәй аптырау һәм өмөт тулы мөлдөрәмә ҡарашын миңә төбәп шаҡ ҡатты, ә апайым:

- Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң                                                        

Исемдәре Бәҙерей.

Хәҙерге йәш егеттәргә

Әҙер әбей, әҙер өй, - тип көлдө.

 Әсәйемә минең “һөйөнсөм” барып етә башланы шикелле:

- Етмәһә, әҙер бала, - тип ауыр һулап бот сапты ул. -Туғандарға аңғартырға кәрәктер ул? Ҡыҙым, һин йәүкәләрһең инде...

 Мин һүҙ көрәштереп торманым, аҡланманым да, кәйефем дә төшмәне, йылмайып ҡына ҡуйҙым. Әйттем-бөттө. Барыһы ла мин теләгәнсә буласаҡ.

 Өс аҙнанан ашыу ваҡыт үткәс кенә Фәриҙәнән иртәнге сәләм килде. Мин алйыу хәленә еткән инем инде, шуға яуап яҙып та торманым, шундуҡ шылтыраттым:

- Йә, матурым, һаумы! Улай оҙаҡҡа юғалырһың тип уйламағайным... Фатирыңа ла, эшеңә лә барып эҙләп йөрөнөм...

- Йәнтимер, мин хажда йөрөнөм бит әсәйем менән. Уның күптән хаж ғәмәлен үтәү хыялы бар ине. Оло кешене яңғыҙ ғына ебәрергә йөрәгем етмәне, Ҡорбан ғәйете алдынан  оҙон юлға сыҡтыҡ, былай бик матур йөрөп ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр... Кискә зәм-зәм һыуы эсергә кил.

  Фатирына килеп ингәс тә, Фәриҙәне танымай торҙом: ҡояшҡа янып ҡарайып киткән, ябығып һурыҡҡан, ләкин йөҙө эске бер нурҙанмы, бәхеттәнме яҡтырып тора. Уның шат йылмайған, гел көлөп торған сағын тәү күреүем шикелле. Тәрән һағыш менән тулы күҙҙәре лә үҙгәргән, уларҙа ниндәйҙер сая осҡондар уйнай.  Күстәнәстәр менән сәй эскән арала миңә оҙон юл мажараларын, Мәккә ҡалаһы, Ҡәғбәтулла мәсете, Ғәрәфә тауы, хатта тапалышта һәләк булған диндәштәре тураһында ла һөйләп өлгөрҙө. Өндәшмәҫ кенә, аҙ һүҙле  Фәриҙәмде алыштырып ҡуйғандармы ни! Ул мине оҙатырға сыҡты ла ҡултыҡлашып урам буйлап киттек.

- Был ай һәм ошо оҙон юл минең өсөн оло һынау булды, Тимур. Үҙемде лә, хистәремде лә тикшереп ҡарарға теләнем. Сабырлыҡты, түҙемлекте һынаған изге сәфәр минең күңелемдең аҫтын-өҫкә килтерҙе. Һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел... Ирем айырылып сығып китеп, шул Себерендә йәш ҡыҙға өйләнгәс тә, үҙемде ташландыҡ ҡатын, мине яратыу мөмкин түгел, минең хәҙер кемгә кәрәгем бар, тип кәмһенә инем, комплименттарҙы юрый мыҫҡыл итәләр йә ваҡытлыса мине файҙаланырға теләйҙәр, тип ҡабул иттем. Һинең иғтибарың да шулай тойолдо. Ҡатҡан бәғерем хатта иларға ла ирек бирмәй ине. Ҡатын-ҡыҙ булмышым, йөрәгем үлеп бөткәйне һымаҡ... Ләкин ошо серле лә, хикмәтле лә, яуаплы ла ғибәҙәт  юлында Аллаһы Тәғәлә минең күңелемә им һалдымы, мин бөтөнләй үҙгәреп, икенсе кеше булып ҡайттым. Йәшәү мәғәнәм дә үҙгәрҙе хәҙер. Тормошҡа, кешеләргә бөтөнләй башҡаса ҡарай башланым. Мине ҡасандыр рәнйеткән, кәмһеткән әҙәмдәр онотолдо. Иремде лә ғәфү иттем, уны хәҙер ҡәһәрләмәйем, киреһенсә, аңлайым да кеүек. Һөйөү үткән икән, ни өсөн бала тип, бер-береңде алдап, ялғанға түҙеп йәшәргә? Булған рәнйеү-үпкәләрем, ҡарғау, үс алыу теләге лә юҡҡа сыҡты. Үткәндәремде ҙур йоҙаҡҡа бикләп ҡуя алдым. Яңы тормош башларға, бәхетле булырға теләйем мин...

 Тәҡдим яһар өсөн ошо мәлдән дә ҡулай ваҡыт тапманым мин. Беҙ етәкләшкән килеш Бәхет ҡапҡалары янында тора инек бит!

- Һин,таксист иптәш, тағы тиҙлек режимын боҙаһың. Тәүҙә атай-әсәйҙәр менән танышайыҡ, уларҙан фатиха алайыҡ. Тағы, улым нимә тиер...

 Эйе, Фәриҙә хаҡлы, ләкин бер ниндәй ҙә кәртәләр мине туҡтата алмаясаҡ. Мин яратам, мине лә яраталар, быға иманым камил хәҙер. Иң мөһиме, мин үҙгәрҙем. Яңынан тыуҙым. Фәриҙә хажда Аллаһҡа ышанып ҡайтһа, мин мөхәббәткә ышандым. Һөйөү шишмәләре йөрәктәге бөтә бысраҡ юшҡындарҙы ҡырып-һепереп йыуҙы шикелле. Үҙемдә тауҙар аҡтарырҙай көс, дәрт тоям. Минең өсөн бөтә донъя икенсе хәҙер: тирә-яғымда тик бәхетле кешеләр генә йәшәй, һауа торошо ла гел матур, көндәрем яҡты, ҡояшлы, төндәрем айлы-йондоҙло, оҙон-оҙаҡ юлдарымды ла йырлап үтәм, мыжыҡ пассажирҙар ҙа юҡ һымаҡ, йыш ҡына аҡса һорап теңкәгә тейгән, юл хәүефһеҙлеген ҡайғыртыусы “ҡәйнештәр” ҙә  әллә ҡайҙа юғалдылар. Иң ҡыҙығы: буйҙаҡтар фирҡәһенә ғариза яҙып, үҙ теләгем менән ағзалыҡтан сығырға йөрөйөм...

 Эйе, Дауыт Юлтыйҙың Тимеркәйе, тормош фәлсәфәһен аңлай алмай, бәхет күрмәй, һәләк була. Ә мин? Мин үлмәнем, яңынан тыуҙым. Таш йөрәгем, ҡырыҫ холҡом, мин-минлегем үлде, юҡҡа сыҡты. Ауыр ҡорғандары асылып, күңелем яҡтырҙы, “тормозлыҡ” юғалды. Тәкәбберлегем вафат булды. Ә Тимурҡай? Йәнтимерегеҙ йәшәй! Өр-яңынан мәғәнәле ғүмерен башланы.  

 Яңылышыуҙар, үкенестәр булды, бар, буласаҡ, әммә улар һабаҡ бирә, хаталар - улар ҙа тәжрибә бит. Беҙ ҙә килер бәхетебеҙҙең орлоҡтарын һуңламай ғына сәсәйек һәм онотмай һуғарып, тәрбиәләп торайыҡ... Тормош тигән матур мауыҡтырғыс сәйәхәт дауам итә!

Хикәйә авторы - Зилә ПСӘНЧИНА!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                         

Автор:
Читайте нас