Мораҙым
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Июля , 11:45

Хәрби антына тоғро ҡалған яугир-интернационалист

Махсус хәрби операция башланғас, күптәр ҡулына ҡорал алып, ил мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн сафҡа баҫты. Улар араһында был дәүер ауырлыҡтарын инде икенсегә татыған кешеләр ҙә бар: бөгөнгө геройыбыҙ – Бикес ауылы уҙаманы, афған ветераны Ришат Зәйнәғәбдин улы Ишемғолов тиҫтә йылдар үткәс йәнә ил һағына баҫа

Хәрби антына тоғро ҡалған яугир-интернационалистХәрби антына тоғро ҡалған яугир-интернационалист
Хәрби антына тоғро ҡалған яугир-интернационалист

 1968 йылдың 23 февралендә Бикес ауылында донъяға килгән Ришат Зәйнәғәбдин улы, һәр ауыл малайы кеүек үк, бәләкәйҙән сынығып, физик яҡтан көслө булып буй етә. 1985 йылда Теләүембәт урта мәктәбен тамамлағас, Мәләүез ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында токарь һөнәрен үҙләштерә.

  Үҙенән өс йәшкә өлкән ағаһы Ишкилде менән һалдат шинелен бер осорҙараҡ кейә егет: ағаһы армиянан ҡайтып өлгөргәнсе, 1986 йылда хәрби хеҙмәткә алына (шулай итеп, ағай менән ҡусты 4 йыл буйы күрешмәй).

 Ришат ағайҙың яҡындары был ваҡытта, әлбиттә,  Афғанстанда һуғыш барғанын яҡшы белә, шулай ҙа әрмегә оҙатҡанда уның өсөн ут йотоуҙарын һиҙҙермәй, машина күҙҙән юғалғансы күҙ йәштәрен эскә йоталар.

Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайта яҡташыбыҙ. Бик баҫалҡы була яугир-интернационалист, күрһәткән батырлыҡтары өсөн үҙенең орден-миҙалдарға лайыҡ булыуы хаҡында ла, афған һуғышы тураһында ла һөйләргә яратмай. Мәктәпкә саҡырылып, батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡанда, афғансылар осрашыуҙарында  ул героик тарихтар урынына армиялағы тәртип, дуҫлыҡ, илгә тоғролоҡ, нисек кенә ауыр булһа ла үҙеңдекеләрҙе ташламауҙың мөһимлеге тураһында ҡыҫҡаса бәйән итә. Сөнки афған һуғышы тап ошо ябай тормош ҡағиҙәләре, хис-тойғолар менән уның хәтеренә мәңгелеккә уйыла.

***

  Ишемғоловтарҙың татыу һәм күркәм ғаиләһе 1990 йылда барлыҡҡа килә. Был осорҙа Һапаш ауылы һылыуы Рәсимә Мәләүез ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй, Бикес егете кирбес заводында тир түгә. Ришат ағай “олоғайған атай-әсәйҙе ҡарарға кәрәк” тип, ауылға күсеп ҡайтырға тәҡдим иткәс, йәш кәләш ҡаршы килмәй.

 Бикес ауылына ҡайтып төпләнгәндән һуң  Ришат Зәйнәғәбдин улы 1990-2005 йылдарҙа “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозында, 2006-2024 йылдарҙа “Тәүәкән” хужалығында малсылыҡта эшләй. Рәсимә апай иһә Бикескә күсеп ҡайтҡас тәүҙә һайлаған һөнәре буйынса эш булмау сәбәпле башҡа эштә йөрөһә лә, йылдар үтә килә үҙен медицинанан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмағанын аңлай. 2009 йылдан башлап Мораҡҡа прививка бүлмәһенә йөрөп эшләй, 2014 йылда Бикескә фельдшер булып эшкә күскәс, Өфө ҡалаһында был юҫыҡта белемен камиллаштыра. Әлеге көндә ул - Күмертау район дауаханаһының Нөгөш бүлексәһендә фельдшер.

 

 Күркәм пар өс балаға ғүмер биргән. Ҙур балалары хәҙер инде үҙ аллы, аяғында ныҡлы баҫып торған егеттәр: тәүге шатлыҡтары булып донъяға килгән Артур Стәрлетамаҡта колледжда белем алып, Өфө ҡалаһында йәшәй, төҙөлөш тармағында эшләй. Икенсе улдары Салауат Башҡорт дәүләт аграр университетының инженер-механика факультетын, аҙаҡ магистратура тамамлаған, шулай уҡ Өфөлә төпләнгән. Әйткәндәй, ул Учалы һылыуы Резеда менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ошо арала туй үткәрергә йыйына.

 Ишемғоловтарҙың өсөнсө балалары Алтынгөл быйыл Теләүембәт мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған. Оло йөрәкле Рәсимә апай менән Ришат ағай әсәләре вафат булғандан һуң ауыр тормош хәлендә ҡалған Динә менән Милана исемле ике сабыйҙы ла үҙ ҡосағына һыйындырған.

Быйыл Динә 7-се, Милана 4-се класҡа күскән.

- Алтынгөл апалары менән ағаларын бик яраталар, өй эштәрендә ярҙам итәләр, уҡыуҙа ла тырышалар. Уларһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ауыр, - ти күмәк балалы әсә. -  Йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа, уңайлыҡтар ҙа бар.

 2015 йылда яңы өй күтәрҙек. Дөрөҫөрәге, июндә нигеҙ ҡорҙоҡ, декабрҙә башын яптыҡ. Был эштә бар ғаилә менән ҡатнаштыҡ. Бергәләп кирбес, шлакоблок ташып йөрөгәнебеҙ әле лә күҙ алдымда тора. “Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса субсидия була тигәс, бер нисә йыл уны көттөк. Газ үткәреп бөтөп, 2020 йылдың декабрендә яңы өйгә күстек.

  Тик шуныһы - Ришаттың яңы өйҙә ни бары дүрт йыл ғына йәшәп ҡалыуы бигерәк үкенесле, - ти Рәсимә апай күҙ йәштәрен йәшерер өсөн башын ситкә бороп.

 Эйе, тыуған илебеҙ йәнә һынау алдына килеп баҫҡас, афған һуғышында сынығыу үткән яугир-интернационалист ситтә тороп ҡала алмай. Мобилизация буйынса алынып, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ҡустыһы (бер туған ағаһының улы) ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һайын уның менән бергә китергә уҡтала.

- Нисек кенә ебәрмәҫкә тырышһам да, барыбер үҙенсә эшләне. “Рәсимә, тотма мине, ебәр, мин унда кәрәгерәк” ти торғайны гел генә, - ти ул.

Ысынлап та, Афғанда алған тәжрибәһенең махсус хәрби операцияла кәрәк буласағын яҡшы аңлаған һәм йәштәрҙе ҡурсаларға тигән ниәт менән янған ир-егетте тыйып тотоп буламы һуң инде?!

 2024 йылдың апрелендә алыҫ тарафтарға юллана яҡташыбыҙ. Тоҫҡаусы булып хеҙмәт иткән Ришат ағай Авдеевка янындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Шул уҡ йылдың йәйендә иптәштәре менән бомба утына эләгәләр... Хәрби бурысын үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк булған яугирҙы сентябрҙә мәңгелек йортона оҙаталар. 

Тормош дауам итә... Ришат ағай менән Рәсимә апайҙың үҙ ҡулдары менән ҡорған йорттары Бикес ауылына әллә ҡайҙан йәм биреп ултыра. Төҙөк һәм ҡараулы донъя бында көслө рухлы яугир ҡатыны, аталарының юлын лайыҡлы дауам итеүсе балалар йәшәүен күрһәтә. Яҙмыштың ҡаты һынауы алдында бөгөлөп төшмәгән Рәсимә апай күңелен эш менән баҫа. Халыҡ һаулығы һағында торған аҡ халатлы кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу, уларҙың һаулығын һаҡлау өсөн үҙен аямай, күрше районға йөрөп эшләүе ауыр булһа ла һис зарланмай, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, руль артына ултырып, кәрәк саҡта хатта ял көндәрендә лә хеҙмәт урынына ашыға. Уның уңғанлығы аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән ихатаһынан уҡ күренеп тора! Ә бит эштә йөрөүҙән һәм балалар тәрбиәләүҙән тыш, ишле малды ла ҡарарға кәрәк. Бөгөн уларҙың кәртә-ҡураһында 4 һыйыр, ат, 4 башмаҡ һәм тиҫтәләгән һарыҡ, бихисап ҡош-ҡорт бар. “Улдарым йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар”, - ти көслө рухлы ҡатын.

***

 Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән, ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡтарҙан, үҙ принциптарынан тайпылмаған һәм илде һаҡлау ир-егеттең төп бурысы тип һанаған, хәрби антына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалған Ришат Хантимер улы уны белгән һәр кем өсөн ысын ир-егет, батырлыҡ өлгөһө булып ҡала!

 

Авторы - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Мәҡәләнең тулы варианты гәзитебеҙҙең 28-се һанында 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас