Ғүмер бик ҡыҫҡа!
Ғүмер бик ҡыҫҡа. Мәшәҡәттәргә сумып, уның үткәнен дә һиҙмәйбеҙ! Нәҡ бына хәҙер бер генә минутҡа туҡта ла, сабыр һәм бәхетле булыу тураһында уҡып ал!
- Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн.
- Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.
- Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!
- Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.
- Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама.
- Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан борсолоп, нервыларыңды бөтөрмә.
- Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.
- Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.
- Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.