Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Июля , 12:10

Бала - бәғер ите

Бер йәш тулғас сабый атлап китте. Берҙән-бер көндө тып-тып баҫып көҙгө янына барҙы. Һауытта ятҡан төймәләрҙең береһен алып ауыҙына ҡапты. Әсәһе килеп өлгөрмәне, төймәне йотоп та ебәрҙе.

Бала - бәғер итеБала - бәғер ите
Бала - бәғер ите

Бала донъяға килде. Бер йәш тулыуға атлап китте. Берҙән-бер көндө тып-тып баҫып көҙгө янына барҙы. Һауытта ятҡан төймәләрҙең береһен алып ауыҙына ҡапты. Әсәһе килеп өлгөрмәне, бала төймәне йотоп та ебәрҙе. Донъяның аҫты-өҫкә килдеме ни?!  Йәш ата-әсә нишләргә белмәйенсә йүгереште.

 Ҡуй инде! Бала бәләкәй саҡта эй ҡурсалайбыҙ, һәр аҙымын күҙәтеп, һәр һулышын белеп торабыҙ. Үҫеп, ситкә сығып китһә, артынан эйәреп, ни йотҡанын ҡарап йөрөп булмай шул!

Авторы - Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА!!!

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Автор:
Читайте нас