

Бүреләр
Автовокзалда халыҡ байтаҡ ҡына. Билет хаҡтары ҡыйбат тип тормай, кеше йөрөп ята. Тышта эҫе, термометр күрһәткесе утыҙға үрмәләй, вокзал эсендә күләгә булыуға ҡарамаҫтан, бөркөү. Күбеһенең ҡулында пластик шешәләр менән һыу.
Пенсия йәшендәге ҡатын бер оло әбейгә инде нисәнсе тапҡыр бер үк һүҙҙе ҡабатлай:
- Бында бит вокзал. Бальнис тип яңылыш килгәнһең. Ул бит ана тегендә - һыртҡы урамда. Шунда бар.
Ниһайәт, әбей аңлай. Йылмайып ебәрә. Былай ҙа йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙөндә тағы ла тәрәнерәк һырҙар барлыҡҡа килә.
- Улай икән, ярар, шул яҡҡа барайым, - әбей таяғына таянып шул яҡҡа ыңғайлай.
- Уныһы ла, быныһы – беҙҙең яҡта ҡуңыҙ күп, - ти әлеге ҡатын, - бөтә бәрәңге һабағын ашап бөтөрөп баралар, олондары ғына ҡалып бара. Бигерәк бирәндәр инде, таҙарта ла ҡуялар. Беҙҙең Әсмәбикәне ҡунаҡҡа саҡырһаң, өҫтәлдәген “һыпырып” ҡына ҡуя. Алдындағын зерә лә иҫһеҙ күп ашай. Уның эргәһендә ултырған кеше оялып, уңайһыҙланып ултыра. Һуң әҙәп тигән нәмә булырға тейеш тә баһа кешелә. Былар ҙа шулай. Ағыу ҙа ала алмай үҙҙәрен. Һеҙҙә лә бармы ул ҡуңыҙ? Әллә һеҙгә килеп етмәгәндәрме икән?
- Булмаймы һуң ?! Юҡ ере юҡ инде ул уның. Сысҡандарҙан да шәберәк үрсейҙәр бит. Американың бер бүләге булды инде ул барыбыҙға ла. Бөтөн илде бөлдөрҙө, - ти икенсе ҡатын.
- Колорадо жугы менән көрәшеп була, - тип уларҙың хәбәренә йәшерәге ҡушыла. – Ә бына ике аяҡлы жуктар менән көрәшеп булмай. Ун сутый ғына еребеҙ бар. Ике аяҡлы “жуктар” шундағы бәрәңгебеҙҙе вис йолҡоп сығып киткәндәр. Ниңә йолҡорға инде?! Көрәк булһа, ҡараҡтар 5-6 төптө соҡоп алалар ҙа, башҡаларына теймәйҙәр тип ишеткәс, 60 һумлыҡ көрәгемде йәлләмәйсә шунда ҡалдырған булғайным. Барыбер соҡоп тормағандар, йолҡоп сыҡҡандар ҙа ҡуйғандар.
- Көрәктең нимә икәнлеген белмәгәндәрҙер.
- Уныһын да алып киткәндәр.
- Нишләп йолҡҡандар, - ти бер бабай. – Улай булғас, улар жук булмай инде. Дөрөҫ, жуктың аппетиты һәйбәт, шулай ҙа улар туйғандан артыҡ ашамай. Былар “бүреләр” булған. Бүреләр аҙбарға керһә, унлап һарыҡты быуып ташлай ҙа, береһен алып китә. Ҡараҡтар ҙа шулай: бер биҙрә картуф өсөн тир түгеп үҫтергән бар баҡсаңды тапап-иҙеп сыҡҡандар.
- Хәҙер күп кеше бүрегә әйләнде. Ағыу һибеп ҡуйһаң, аңларҙар ине, исмаһам, - әңгәмәгә бығаса өндәшмәй генә ултырған йәш егет ҡушылды.
- Аллам һаҡлаһын, - ти бығаса зарланып ултырған ҡатын, - ундай эшкә нисек ҡул күтәрелһен?!
- Улай булғас, барыһы ла бүре түгел әле, - ти баяғы бабай. Кешеләр бар әле донъяла. Улар булғанда “бүре”ләр менән көрәшергә була.
Бабайҙың һүҙҙәренән һуң тынсыу вокзал эсендә тынлыҡ урынлашты...
Авторы - Ямал БАЙТУҒАНОВА.