Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Июля , 11:50

Яман һәм мәкерле сир

"Был сир бик яман һәм мәкерле... Унан һаҡ булығыҙ!" - тип иҫкәртә табиптар.

Яман һәм мәкерле сирЯман һәм мәкерле сир
Яман һәм мәкерле сир

Туберкулез — борондан уҡ билдәле йоғошло сир. Уны туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Йыш ҡына тын юлдарын, үпкәне зарарлай, тирегә, лимфа төйөндәренә, һөйәктәргә, бөйөргә, күҙҙәргә, ҡорһаҡ ҡыуышлығына, үҙәк нервы системаһына һ.б. ағзаларға зыяны тейеүе ихтимал.

1993 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының туберкулезды етди иғтибар талап иткән проблемаларҙың береһе тип таныуы юҡҡа түгел. Сирҙән, әгәр дауаланһаң, һауығырға мөмкин. Сирҙең асыҡ формаһы күҙәтелгән берәү йылына уртаса 10-15 кешене зарарлай.

Кох таяҡсаһы организмға тын юлдары аша (һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә) эләгә. Ҡаҡырыҡ һәм тамаҡ өҫтө лайлаһы тамсылары өҫ кейеменә, әйберҙәргә тарала һәм шунда кибә. Әммә микроб юҡҡа сыҡмай, оҙаҡ ваҡыт йәшәү һәләтен һаҡлап ҡала. Туберкулездың микробактериялары ауырыу малдан да күсә, ҡайнатылмаған һөт ризыҡтары ла был йәһәттән хәүефле.

Сирҙе иҫкәртеүҙең төп сараһы — прививка яһатыу. Ул сабыйға донъяға килгәндең тәүге көндәренән үк яһалырға тейеш. Вакцина индергәндән һуң өҙлөгөү бик һирәк күҙәтелә. Балаларҙың күбеһендә иммунитет биш-ете йыл һаҡлана. Шуға ла Манту һынауына кире реакция күҙәтелгән үҫмерҙәргә прививка 7 һәм 14 йәштә ҡабаттан яһала. Туберкулезды асыҡлауҙа төп алым булып флюорографик тикшереү тора. Уны йыл да үтергә кәрәк.

Автор:
Читайте нас