

Һеҙҙе матур байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ышанысҡа, ихтирамға һәм, әлбиттә, һөйөүгә таянып барлыҡҡа килгән үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәр ғаилә бәхетенең ныҡлы нигеҙе булып тора. Татыу ғаилә кешегә йәшәү көсө бирә, уға ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итә. Ғаиләләге үҙ-ара яҡшы мөғәмәлә беҙҙең йәмғиәттәге мөнәсәбәттәргә лә тәьҫир итә. Туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ беҙҙе ғүмер буйына оҙата бара, ярҙамынан ташламай, кәңәштәрен бирә, ҡурсалай, яҡлай һәм һаҡлай.
Байрам уңайынан районыбыҙҙың һәр ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, үҙ-ара татыулыҡ теләйбеҙ. Байрам менән!