Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Июля , 08:45

“Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр, йыраҡтарҙан әсәй ебәргән...”

Хуш еҫле, шифалы мәтрүшкә сәйен яратмаған, тәмләп ҡарамаған кеше бармы икән?! Быйыл ул айырыуса уңды һәм күптәр йыйып, киптереп тә ҡуйғандыр. Тик шуныһы - кемгәлер ул ярай, ә кемдәргәлер уны һаҡ ҡына ҡулланырға кәрәк. Сөнки һәр шифалы үлән кеүек үк мәтрүшкә лә төрлө организмға төрлөсә тәьҫир итә. Уны кемдәргә ҡулланырға ярамай? 

“Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр, йыраҡтарҙан әсәй ебәргән...”“Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр, йыраҡтарҙан әсәй ебәргән...”
“Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр, йыраҡтарҙан әсәй ебәргән...”

Зәңгәр мәтрүшкә (душица обыкновенная) - күп йыллыҡ  үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль-август айҙарында сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә. Ул ҡорораҡ ерҙә, яландарҙа, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға буйҙарында үҫә.

 Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, яҡшы елләтелгән ерҙә киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда – бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәле һауытта тотһаң, өс йылға тиклем ҡулланырға була.
 Зәңгәр мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Ул тәбиғи антибиотик булып һанала. Сос­тавында корвалол, аскорбин кисло­таһы, эфир майҙары күп. Тән температураһын төшөрә, йүткергәндә ярҙам итә, артыҡ холестеринды ҡыуа. Уны шулай уҡ нервы ауырыуҙарынан, ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Теш һыҙлағанда әҙерәк сәйнәһәң һыҙлауҙы баҫа.

 Һары мәтрүшкә (зверобой). Һары мәтрүшкә лә бик күп ауырыуҙарға дауа. Халыҡ уны юҡҡа ғына “99 ауырыуҙан дауа” тип атамаған. Психикаға яҡшы тәьҫир итә, депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә. Уны бөрөштөрөүсе, ялҡынһыныуға һәм микробтарға ҡаршы сара булараҡ ҡулланалар. Халыҡ медицинаһында элек-электән ваҡланған һары мәтрүшкә япраҡтарын тиҙерәк уңалһын өсөн яраға ябалар.

 Һары мәтрүшкә йәй башында сәскә ата. Уның составында дуплау матдәләре, эфир майы,  глицерин, витаминдар бар. Төнәт­мәһе бөйөр, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарына  ҡаршы, ауыҙҙы сайҡатыу өсөн файҙаланыла. 

 Әммә һары мәтрүшкәнең төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай,тән температураһы, ҡан баҫымы юғары булғанда ла төнәтмәне эсмәй торорға кәңәш итәләр. Башҡа дарыуҙар эскәндә лә тыйылып торорға кәрәк.

Мәтрүшкәне йөклө ҡатындарға ҡулланыу кәңәш ителмәй, сөнки аналыҡты ҡыҫҡарта, бала төшөү, сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыу ҡурҡынысын арттыра. Ир-аттар күп ҡулланһа, енси көсһөҙлөккә килтерә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас