Атайымдың иҫтәлектәренән
Минеңсә, халыҡтың ҡырылыуының төп сәбәбе хужалыҡтарҙың иҡтисади тигеҙһеҙлегендә генә түгел. Бының асылын нығыраҡ аңлау өсөн йотлоҡтоң шаһиты булған оло быуын кешеләренең һөйләгәндәренә күсәйек. Атайым Ҡобағошов Миңләхмәт (1913 йылғы) шуларҙы һөйләгәйне: «Ямғыр яумағас, бөтә нәмә янып-көйөп бөттө. Ашарлыҡ үлән ҡалмағас, мал йәй көнө үк ҡырыла башланы, ҡалғаны ла йонсоп, ҡабырғалары күренеп ябыҡты. Беҙ ете гектар иген сәстек. Буйы ҡәләм оҙонлоғо ғына булды, ураҡҡа эләкмәне. 30 бот самаһы ашлыҡ алдыҡ. Атай “һаҡлап ашаһаҡ, ете кешегә етә”, тине. Ете баш йылҡы, бер-ике тана, өс-дүрт баш һарыҡ һуйҙыҡ. Иттең байтаҡ өлөшөн, баш-тояҡтарын күрше-тирәгә, мохтаж кешеләргә хәйер итеп таратып сыҡтыҡ. Ит түҙәме ни инде, тиҙ кәмене. Картуф юҡ, уңманы. Көҙгә табан күп кешеләрҙең ашарына бөтөп, алабута, үлән, ағас ҡайыры, шаҡы-шоҡо ашап көн күрҙе. Хәйерселәр күбәйҙе, халыҡ күпләп ҡырыла башланы. Аслыҡ ҡына булһа, бер хәл, ваба сире таралды. Ҡырғын ауылдың бер осонан килде, бер ғаилә ҡырылып бөткәс, күршеһенә күсте, улар өй эсе менән үлеп бөткәс, тағы икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Әйтә торғайнылар: «Был ғиллә үлем кеше булып күҙгә күренеп килә икән. Әҙер тор, иртәгә һине алып китәм, һинең сират», – тип әйтеп китә икән. Иртәгәһенә был һөйләгән кеше ысынлап та үлә. Шулай, алдан уҡ үлерен белеп, үлемде әйтергә килгән «кеше» тураһында күптәр һөйләп ҡалдырған.
Ғибрәтле хәлдәр күп булды инде. Миңлехаят урынында Заһит ҡарт тора ине. Ул үлгәс, әбейе Зарифа бер бесәйгә, эс-ҡарындан эшләнгән колбасаға Гөлзаһира инәйгә өйөн һатып үлде. Быҙауын ашайым тип, мөрйәнән төшөп, бер ғаиләне һуйып та сығып киттеләр. Тирмәнсене лә мөрйәнән төшөп үлтерҙеләр. Аслыҡ йылы ниндәй генә он булһын инде тирмәндә. Беҙ ҙә өйҙөң тәҙрәһен яҡты саҡта уҡ ябып, эс яҡтан бикләп, малдарҙы таш һарайҙарға ябып, тимер ишекте йоҙаҡлап тота торғайныҡ.
Атай йоҡламай, мөрйәнән төшһәләр тип, балта тотоп ята торғайны. Һыйырҙы оло һыуға ҡыуып эсерә инек. Һыу буйындағы йортта бер әбей йәшәй ине. Шулай бер барғанымда, һыйырҙы эсерҙем дә, ҡайтып килһәм: «Миңләхмәт, кил әле, күмәс бирәм», – тип миңә табан килә. Күҙенән ҡурҡтым, ҡапыл мине һәрмәкләгәйне, һыйырҙың ҡойроғона йәбештем дә шыйыҡ сыбыҡ менән һуҡҡайным, елдереп сығып китте һыйыр, әбей арҡамдан һәрмәп, саҡ эләктермәй ҡалды. Ҡайттым да илайым. Әнәйем: «Нимә тип баланы йөрөтәһең? Үҙең эсер!» – ти атайға. Ул: «Ул Гөлйөҙөм – йүнһеҙ әбей ул», – ти. Шул әбей аслыҡ йылында кеше ашаған, тип һөйләнеләр. Уның өйөн бер мулла һатып алғас, атайым өй боҙошорға барған. Баҙынан биш баш килеп сыҡҡан: өс ҡыҙ, ике ир бала башы. Ул әбей 1933-1934 йылдарға тиклем йәшәне. Йөҙө ҡап-ҡара йылтыр, күҙҙәре бүре күҙе һымаҡ ине. Ана шул йылдары кешеләргә убыр күп күренә ине. Мин үҙем дә 1938 йылда армиянан ҡайтҡас, күргеләнем бер-ике тапҡыр. Тынысһыҙ була башлағас, ҡарттар кәңәшләшеп, был әбейҙең ҡәберен асып ҡарарға булды. Асһаҡ, ерләгәненә бер нисә йыл үтһә лә, мәйет серемәй, ҡып-ҡыҙыл булып, сей көйө ята ине. Ҡарттар мәйетте йөҙ түбән әйләндереп, елкәһенә уҫаҡ ҡаҙыҡ ҡаҡтылар. Шунан һуң ғына тынысланып ҡалды убыр.
Тағы аслыҡ йылына ҡайтайыҡ. Беҙҙең урамда ике келәт бар, ишек алдында тағы ике таш келәт. Бер саҡ тәҙрәнән ҡарап торам. Кешеләрҙе туҡмап-туҡмап алып киләләр ҙә беҙҙең келәткә бикләйҙәр. Берәүҙе алып киләләр, ат урлаған икән. Ҡулын артҡа шаҡарып бәйләгәндәр, кәүҙәле генә кеше. Ауыҙына ат башын тешләткәндәр, ҡулдары бәйле, тибеп осоралар, һуғып йығалар, шулай итеп туҡмап үлтерҙеләр. Ҡайһыһын бер ус бойҙай, бер ҡаҙаҡ алабута оно өсөн дә туҡмайҙар, язалап үлтерәләр ине. Аслыҡтың эше насар. Аслыҡ – ас, бер-береһенә хас, тигән һүҙҙәр бар бит.
Аслыҡ йылы халыҡ өсөн ашхана астылар. Һауыт тотоп, ҙурыраҡтар барып ала, бәләкәйҙәр бара алмай, ҡурҡыныс. Шулай ҙа мин барғыланым, ул саҡта һигеҙ йәш ине. Унда биш-алты кеше эшләне. Ҡыуандыҡов Шәрәфулла ҡарт, оло ғына йәштә, аҫтына тире йәйә лә, тубыҡланып утын киҫеп ултырыр ине. Уның улдары бик уҫал кешеләр булды, ҡайһыһы келәт мөдире, ҡайһыһы шул Американан килгән кукуруз, маисты Ырымбурҙан килтертә, бер улы волость башҡарма комитеты рәйесе, килендәре икмәк һала, аш бешерә.
Аслыҡтан ауылда 500-ҙән ашыу кеше ҡырылды. Улус эргәһендә ике ҙур мөгәзәй бар ине. Мәйеттәрҙе шунда, утын урынына бер-береһенең өҫтөнә һалып, шыплап тултыра барҙылар. Ҡәбер ҡаҙырға ер туң, ас кешенең хәле юҡ. Яҙ етеп, үлән ҡалҡа башлағас, иҫән ҡалғандар урман, яландарға барып, үлән ашап, ҡайһыныһы шешенеп, шунда ятып үлде. Ҡайһы берәүҙәр ярамаған үлән ашап, илереп, бер нәмә белмәй, сыр яланғас ауылға ҡайтып йығыла ине. Яҙ еткәс, хәле бар кешеләрҙе ойоштороп, зыяратта мәйеттәрҙе бер нисә урынға ерләнеләр. Бер урында – 150-ләп кеше, икенсе ерҙә – 74, тағы бер урында – 84, тағы ике урында йөҙләп кеше ерләнгән. Әле бына уйлап ултырам. Ишекте тире менән бөргәндәр, нисә йыл торғандыр, иҫкереп ҡатып бөткән. Тимербулат тигән кеше килгән: «Шуны бир әле, Ғимран ағай, бешереп ашайым», – ти. Тағы этебеҙ бар ине, атайым теге кешене йәлләп, шул этте лә бирҙе.
Беҙ тыуғандан бирле йүнле ваҡыт булманы, восстание, революция китте, унан аслыҡ, колхоз төҙөү, саҡ ҡына тыныс торғайныҡ, һуғыш сыҡты. Ҡуй инде... Шулай булғас, халыҡ нисек үрсеһен?
1922 йылда яҙға сыҡҡас, олатайың тау битендә атын көтөп ултырған. Шунда күҙ алдында бер ат ҡарағы атын алып киткән. Шунан ул:
Быйыл йәйҙә ултыра алманым
Атлы тимер арбаға.
Зекер, тәсбих әйтә алманым
Йән яратҡан Аллаға, – тип йыр сығарҙы. Көҙгә бер башмаҡты ҡолонло бейәгә алмаштырып, атлы булдыҡ. Ул заманда атһыҙ йәшәп булмай ине».
Мәҡәләнең авторы – Өлфәт ҠОБАҒОШОВ.